Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
18 Май 2020, 17:00

Яугир уҡытыусы

Ҡамауҙа ҡалған ғәскәрҙе аҙыҡ-түлектең булмауы ла ныҡ яфалай. Командир, ҡараңғы төшөү менән, көн һайын ике-өс кешене йорттары емерелеп бөткән ауылға ашамлыҡ эҙләргә ебәрә. Тәүге көндәрҙә һалдаттар мөгәрәптәрҙән, янған келәттәрҙән әҙ генә булһа ла ашарға яраҡлы нәмәләр йөкмәп ҡайта. Өс көндән емерек ауылда ашарлыҡ нәмә лә ҡалмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, аҙыҡ эҙләү дауам ителә. Бер көндө, күҙ бәйләнгәс, Әбдрәхим үҙенең ике иптәше менән ошо бурысты үтәү өсөн ауыл яғына шыуышып китә. Бер нәмәһеҙ ҡайтырға сыҡҡандарында, һалдаттарҙың береһенә дүрт тояҡ тап була...

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир Мөхәмәтйәнов Әбдрәхим Фаруҡ улы 1921 йылда тыуған. Заманалар хәтәр булғанлыҡтан, был турала рәсми ҡағыҙ һаҡланмаған. Баланың тыуған йылын яҡынса билдәләгәндәр. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға килгәндә, әсәһе Хөмәйрә: “Әбдрәхимдең тыуған йылын да, көнөн дә әйтә алмайым. Шул ғына иҫтә ҡалған: йот йылында ул имгәкләп йөрөй башлағайны”. Ошо һүҙҙәргә таянып, уның йәшен билдәләгәндәр ҙә инде – бала 1921 йылда тыуған.
Фаруҡ мәзиндең баш балаһы Әбдрәхим Баймаҡ районының Байым ауылында тыуған булырға тейеш. Ҡолсора ауылы халҡы, дин әһеле Фаруҡты Байым ауылынан үҙҙәренә саҡырып алып, мәсеттәренең мәзине итеп ҡуялар. Ҡолсораға күсеп килгәс, ғаилә мәсеткә йәнәшә генә урынлашҡан йортта йәшәй башлай.
1920 йылдың аҙаҡтарында хәлле крәҫтиәндәрҙең мөлкәтен тартып алыу башлана. Өс-дүрт баш йылҡы малы, биш-алты һыйыры булғанлыҡтан, Фаруҡ мулланы ла байҙар иҫәбенә индерәләр. Уның үҙен Өфөгә оҙаталар, ә ғаиләһен өйөнән ҡыуып сығаралар. Әбдрәхимдең атаһы шул китеүҙән ҡабат ҡайта алмай: тотҡонда һәләк була.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге йылдарҙа Мөхәмәтйәнов Әбдрәхим Темәс педагогия училищеһында уҡый. 1941 йылдың йәйендә уға һәм уның менән бергә уҡыған егет-ҡыҙҙарға диплом тапшыралар. Уларға “башланғыс класс уҡытыусыһы” тигән квалификация бирелә. 21 июндән 22 июнгә ҡараған төндә йәш уҡытыусылар сығарылыш кисәһендә ҡатнаша. Ҡыҙҙар һәм егеттәр өйҙәренә таралышҡан саҡта һуғыш башланған була. Тик был турала улар бер нәмә лә белмәйҙәр.
Бер нисә айҙан егеттәрҙең күбеһен һуғышҡа алалар. Әбдрәхим һуғышҡа үҙенең дүрт ауылдашы менән бергә китә. Шулар араһынан яңғыҙы ғына, яраланып булһа ла, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ҡалған егеттәр яу ҡырында һәләк була.
Һалам түшәлгән йылы вагондарға тейәп, егеттәрҙе һуғыш яланына оҙаталар. Фронт һыҙығына яҡынлашып килгәндә, дошман самолеттары эшелонды бомбаға тота, пулемет утына дусар итә. Әбдрәхим ултырып барған вагондағы бер егет, яу ҡырына барып етмәйенсә, һәләк була.
Йәш һалдаттарҙы, килеп етеү менән, окоптарға оҙаталар. Ҡаты бәрелештәр башлана. Дошмандың көсө әлегә өҫтөнлөкле булғанлыҡтан, немец ғәскәрҙәре, фронт һыҙығын өҙөп, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең ҙур ғына өлөшөн ҡамауға ала. Әбдрәхим дә шулар араһында була. Ҡулса эсендә ҡалған совет һалдаттары бирешмәй: үҙ-үҙҙәрен аямай һуғыша.
Ҡамауҙа ҡалған һалдаттар бик ауыр шарттарҙа һуғыша. Патрондарҙы иҫәпләп кенә бирәләр, гранатаны улар үҙҙәре табырға тейеш була. Төндәрен улар һәләк булған иптәштәренең йәки дошман һалдаттарының һуғыш кәрәк-яраҡтарын алыу өсөн һуғыш яланына шыуышып сығалар. Фашистар, быны белеп ҡалып, яҡтыртҡыстар элеп ҡуялар һәм пулеметтан ут асалар.
Ҡамауҙа ҡалған ғәскәрҙе аҙыҡ-түлектең булмауы ла ныҡ яфалай. Командир, ҡараңғы төшөү менән, көн һайын ике-өс кешене йорттары емерелеп бөткән ауылға ашамлыҡ эҙләргә ебәрә. Тәүге көндәрҙә һалдаттар мөгәрәптәрҙән, янған келәттәрҙән әҙ генә булһа ла ашарға яраҡлы нәмәләр йөкмәп ҡайталар.
Өс көндән емерек ауылда ашарлыҡ нәмә лә ҡалмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, аҙыҡ эҙләү дауам ителә. Бер көндө, күҙ бәйләнгәс, Әбдрәхим үҙенең ике иптәше менән ошо бурысты үтәү өсөн ауыл яғына шыуышып китә. Бер нәмәһеҙ ҡайтырға сыҡҡандарында, һалдаттарҙың береһенә дүрт тояҡ тап була. Ҡасандыр бәләкәй генә бәрәс, янып, бөтөнләй юҡҡа сыға. Уның дүрт тояҡ ҡынаһының бер урында түңәрәк яһап ятҡанын күрә Әбдрәхим. Һалдаттар ошо тояҡтарҙы тоҡсайҙарына һалып, ҡайтырға сыға. Ошо бәрәстең тояғынан аш бешереп ашай һалдаттар. Шул аштың тәмен Әбдрәхим ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем күңелендә һаҡлай.
Бер нисә көндән беҙҙең һалдаттар, ҡулсаны өҙөп, төп ғәскәргә ҡушыла. Фронт һыҙығы көнбайышҡа ҡарай шыла башлай. Бер көндө Әбдрәхимде хәрби объект эргәһенә һаҡҡа ҡуялар. Шул саҡ ситтәрәк торған сиркәү артынан снаряд килеп төшә. Һаҡта торған һалдат ауыр яра ала: ул уң күҙен юғалта.
Дауаханаларҙа оҙаҡ ҡына ятып сыҡҡандан һуң, Әбдрәхим тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Тәүҙә уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәшә Сирғәлинә Бибинур Әхмәт ҡыҙы ла башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән. Магнитогорск ҡалаһында уҡытыусылар институтын тамамлағас, Муллаҡай ете йыллыҡ мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләнә. Ул ғүмер буйы физика һәм математика фәндәрен уҡыта.
Тормош иптәше менән ете бала тәрбиәләйҙәр. Шуларҙың араһынан уларҙың уҡытыусы юлын дауам итеүсе ике улы һәм ҡыҙы бар. Фәрит Әбдрәхим улы Ниғәмәт ауыл мәктәбенең директоры, математика һәм тарих фәндәрен уҡытты, әлеге мәлдә хаҡлы ялда. Самат Әбдрәхим улы философия фәндәр докторы, профессор дәрәжәһенә еткән. Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы Сибай педучилищеһын тамамлағас, тәрбиәсе булып эшләгән.
1965 йылдың 25 авгусында ул вафат була. Әбдрәхим Фаруҡ улы Ҡолсора ауылында ерләнгән.
Әлиә Абдулова, Сибай ҡалаһы "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.