Ғаилә—тормошта һәр кемдең таянысы. Һәр яңы ғаилә атай-олатайҙарҙан ҡала барған нәҫел тамыры шәжәрәһен киңәйтә, тулыландыра, туғандар араһында булған быуын тамырын нығыта.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Утарбаевтар татыулығы менән һоҡландыра. Ғаилә башлығы Сабир Ғәбит улы һөнәре буйынса электрик. Ул Магнитогорск индустрия колледжының электр селтәрен автоматлаштырыу бүлеген тамамлаған. Һөнәрен тағы ла камиллаштырыу маҡсатында Г.И.Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетына уҡырға ингән. Бөгөн Кекура ятҡылығындағы База металы ойошмаһында подстанция етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Ҡатыны Гөлгөнә Альберт ҡыҙы бухгалтер һөнәрен һайлаған. Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын тамамлағас, Магнитогорск дәүләт университетында уҡыуын дауам итә. Дипломлы йәш белгес Башҡорт шахта төҙөү идаралығында хеҙмәт юлын башлай.
Йәштәрҙе киләсәккә ышаныс менән ҡорған ҙур пландар берләштерә. Өйләнешкәс тә, ҡул ҡаушырып ата-әсә елкәһендә ултырмай, үҙ донъяһын төҙөүгә тотоналар. Алтын ҡасабаһында ыҡсым ғына йорт һалып инәләр. Һуңғараҡ, эшкә йөрөргә яҡыныраҡ булһын тип, Сибай ҡалаһынан йорт һатып алалар.
Ғаиләлә Рафаэль, Даниэль һәм Асҡар исемле өс малай үҫеп килә. Рафаэль 9-сы лицейҙа 3-сө класта уҡый, бәләкәстәр “Аленушка” балалар баҡсаһын йөрөй.
—Малайҙар менән мәж килешеп ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Буш ваҡытымда ҡәҙерлеләремде тәмлекәстәр бешереп һыйларға яратам. Баҡсала төрлө-төрлө сәскәләр үҫтереү менән дә мауығам. Әсәйемә, ҡәйнәмә, ҡайныма балаларҙы үҫтерешергә ярҙам иткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр», ти халыҡ мәҡәле. Шуға күрә балаларҙы ла үҙебеҙ үҫкән ғаиләләребеҙ миҫалында тәрбиәләп үҫтерергә тырышабыҙ,—ти Гөлгөнә Альберт ҡыҙы.
Татыу ғаилә сере нимәлә тигән һорауға: “Һәр эште кәңәшләшеп эшләргә, берҙәм булырға кәрәк. Был осраҡта йәшәүе күңелле лә, уңышлы ла. Тормошта төрлө хәлдәр була, бер-берегеҙҙе аңлап, килеп сыҡҡан хәлде бергәләп хәл итеп, яратып-яратылып йәшәгеҙ,”—ти уңған хужабикә.