Үткән быуатта илебеҙ тарихында Бөйөк Ватан һуғышынан да фажиғәлерәк ваҡиға булмағандыр. Бик күп ҡорбандар, ҡан, күҙ йәше түгеүҙе талап иткән ошо яуҙа ата–бабаларыбыҙ, аҫыл ир–егеттәребеҙ Тыуған илебеҙҙе һаҡлауҙа ҡатнашып, Бөйөк еңеүгә үҙҙәренең ҙур өлөшөн индерҙе.
Шулар араһында минең олатайым Аллабирҙе Мырҙагилде улы Ишбулатовтың да өлөшөн ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам.
Ул Йылайыр районының Аралбай ауылында 1915 йылда ғаиләләрендә беренсе бала булып донъяға килә. Олатайҙың бала сағы бик ауыр йылдарға тура килһә лә, ул үҙенең ғүмерен маҡсатҡа ынтылышлы итеп үткәргән, үҙ көсөн тулыһынса кешеләр өсөн, Тыуған ил файҙаһына биргән бәхетле кешеләрҙән һанала. Тап бына шул осор кешеләре иҫке һәм яңы ҡоролош өсөн көрәш, илебеҙгә ябырылған дошмандарға ҡаршы алыш михнәттәрен татыған.
11- 12 йәшлек үҫмерҙәре менән Аллабирҙе олатай ҙа, колхозда ең һыҙғанып эшләү менән бер рәттән, уҡыуға ла иғтибар бирә. 1932 йылда Хәйбулла һәм Йылайыр райондары өсөн Һабыр ауылында тәүге колхоз йәштәре мәктәбе асыла. Ошо мәктәптә олатайым белемен камиллаштырғандан һуң, 1938 йылда Өфөләге институттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. Артабан ул үҙенең яҙмышын мәктәп менән бәйләй. Хәйбулла районының Аҡъяр урта мәктәбендә--завуч, Айыулы ете йыллыҡ мәктәбендә директор вазифаларын башҡара. Ләкин, яҡшы ғына эшләп йөрөгәндә фашистик Германия башлаған һуғыш уны яратҡан эшенән айыра.
Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙең ныҡлығына, халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә, батырлығына ныҡлы һынау була. Гитлер ғәскәрҙәре илебеҙҙең изге сик буйҙарын мәкерле боҙоп ингәс, Аллабирҙе Ишбулатов меңәрләгән яҡташы менән һуғышҡа китә.
«Хәрби йылдар ҡуйын дәфтәренән» тигән мәҡәләһендә үҙе тураһында былай тип яҙа ул: “Танкист булып дошманға ныҡлы отпор биреү теләге менән, һөнәрле тракторсы тип, Силәбе танк училищеһына уҡырға индем. Уны уңышлы тамамлағас, Силәбе заводынан АСУ танкыһын алып фронтҡа китә торған төндә төшөмдә бүренең ташлана алмай сигенеүен күрҙем дә, уны дошмандың беҙгә зыян итә алмай еңелеүенә юраным.
Маршал Коневтың икенсе Украина фронтында гвардия полковнигы Смирновтың 370-се гвардия танкистар полкы составында фронттың утлы-ялҡынлы, ҡарлы-буранлы оҙон һәм ауыр юлын үтергә тура килде...
...Маршал Жуков етәкселегендәге беренсе Украина фронты тура Берлинға үтте, ә беҙ Берлиндың көньяғынан ҡыйратылған дошмандың һәр нығытмаһы өсөн көн-төн, алһыҙ-ялһыҙ, йоҡоһоҙ алыштыҡ, Чехословакияла 22 километрҙағы Вальтенбур ҡалаһынан дошманды 9 майҙа ҡыуып сығарҙыҡ. Кис һалдаттар бер-береһен һуғыш бөтөү тураһында шатланып һөйләшергә тотондо. Иртән полк командиры менән подполковник Смирнов бөтә һалдаттарҙы йыйып, еңеү менән тәбрикләне. Сталинградтан Берлинғаса һуҙылған киңлектәрҙә ҡорбан булып ятып ҡалған яуҙаштарҙы биш минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғанда, йән әрнеүенән, үҙебеҙҙең был көндө лө күрә алыу ҡыуанысынан бөтәбеҙҙең дә күҙҙәренән йәш бөртөктәре тәгәрәне...”.
Командир, гвардия өлкән сержанты Аллабирҙе Мырҙагилде улы Ишбулатов 1945 йылдың көҙөндә генә күкрәге күп кенә хәрби наградалар менән биҙәлеп, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Башҡа бик күптәр кеүек, олатайым да һуғыштан ҡайтыуының өсөнсө көнөндә үк колхоз эшенә, ҡырҙа комбайн менән иген һуғырға сыға. 1946 йылдың яҙында уға мәктәптәр буйынса инспектор вазифаһын башҡарырға ҡушалар. Һалдат ҡайышын һыға быуып, йыл миҙгелдәренең нисек килеүенә ҡарамаҫтан, ауылдан-ауылға, мәктәптән-мәктәпкә йөрөп, тәжрибә уртаҡлаша. Шулай итеп үҙ эшенә мөкиббән киткән Аллабирҙе Мырҙагилде улы баштан аяҡ мәктәп тормошона сума. Айыулы мәктәбендә директор булһынмы, Йәнтеш, Юлбарыҫ ауылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барһынмы, Аҡъяр ауылындағы балалар йортонда тәрбиәсе булһынмы–ул үҙ эшенә һәр саҡ намыҫ менән ҡарай. Бер үк ваҡытта Хәйбулла район гәзите һәм башҡа матбуғат менән даими хеҙмәттәшлек итә: тарихи темаларға яҙған мәҡәләләре, районда милли кадрҙар әҙерләүҙең нисек барыуы, тәүге уҡытыусыларҙың ниндәй шарттарҙа эшләүе, ер-һыу атамаларының ҡайҙан барлыҡҡа килеүе, дуҫтары, яуҙаштарына арналған әҫәрҙәре, шиғырҙары гәзит биттәрендә донъя күреп тора.
Бәхетле ғаилә башлығы, туғыҙ бала атаһы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Аллабирҙе Ишбулатов Еңеүҙең 50 йыллығын ҡаршылағандан һуң вафат булды. Ул үҙенең бөтә ғүмерен тормош уртаһында ҡайнауға арнаны һәм шуның өсөн дә яҡындарының, туғандарының, дуҫ-иштәренең ихтирамын хаҡлы рәүештә яуланы ла инде. Уның рухы беҙҙең күңелебеҙҙә һәр саҡ яҡты маяҡ булып балҡып торасаҡ.