Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
14 Май 2020, 13:55

ЕТЕ ЙЫЛ ХЕҘМӘТ ИТКӘН

Иҫ киткес хозур тәбиғәтле Башҡортостандың ожмахҡа тиң матур төбәгендә урынлашҡан Юлдыбай ауылы. Ошонда бер башҡорт малайы донъяға килә, буй еткерә. Һөймәлекле Ишкилдене яраталар, орсоҡ һымаҡ зыу әйләнгән сос, теремек малай әсәһенә лә булыша, атаһына ла ярҙам итә.

Иҫ киткес хозур тәбиғәтле Башҡортостандың ожмахҡа тиң матур төбәгендә урынлашҡан Юлдыбай ауылы. Ошонда бер башҡорт малайы донъяға килә, буй еткерә. Һөймәлекле Ишкилдене яраталар, орсоҡ һымаҡ зыу әйләнгән сос, теремек малай әсәһенә лә булыша, атаһына ла ярҙам итә.
Бер мәл малайҙың атаһы Зариф тирмәнгә барыуы тураһында әйтеп юлға йыйына. Ишкилде эйәрмәксе була. Атай кеше улына өйҙә булырға, әсәһенә ярҙам итергә ҡуша. Зариф киткәс, малайҙы иптәштәре уйнарға саҡыра. Тышта йөрөгән Ишкилде атаһынын атын күреп ҡаршыһына йүгерә, ҡайтып, ондарҙы бергәләп бушатҡас, атаһы бер аҙ ял итеү уйы менән өйгә инеп китә. Ҡатыны Ғәйзә уны киске ашҡа саҡырайым тип йоҡо бүлмәһенә ингәндә Зариф үлгән була... Бына шулай, көтмәгәндә Ишкилде атайһыҙ тороп ҡала. Ул әсәһенең терәгенә, таянысына әйләнә. Аслыҡҡа ла, яланғаслыҡҡа ла бирешмәй. Ун ете йәше тулғас, әрмегә юллана. Күп тә үтмәй һуғыш башлана. Йәш һалдат артеллерист булып дошмандарға ҡаршы көрәшә, һуғыш йылдарының булған ауырлығын күрә, кисерә, әммә һынатмай, намыҫлы, батырҙарса хеҙмәте миҙалдар менән да баһалана. Ете йыл хеҙмәт итеүенә еңеү хәбәре ишетелә. Тыуған яҡтарына ҡайтышлай уға Ырымбур өлкәһе аша үтергә тура килә. Бында төҙөлөштөң ҡыҙған мәле, йәш һалдаттар, ҡыҙҙар бик күп була. Ишкилде лә ошонда ҡала һәм төҙөлөш эшендә буласаҡ кәләше Кривоногина Анастасия Ивановнаны осрата. Зәңгәр күҙле ҡыҙға башҡорт егете бер күреүҙән ғашиҡ була. Йәштәр өйләнешкәс, ауылға, әсәһе янына төпләнергә ҡайта. Ауыл ерендә лә кеше ауыр йәшәүен күреп, Ишкелде ең һыҙғанып эшкә тотона, өйҙәр төҙөй башлай. Уның ярҙамы менән арыуыҡ ауылдаштары өйлө була, хатта күрше ауылдарҙан килеп өй һалыуын һорайҙар. Шулай итеп, бала оҫтаһы төбәктә дан ҡаҙана. Үҙ ғаиләһе ишәйә башлағас, үҙенә лә иркен йорт һала. 1952 өлкән ҡыҙы Рәйсә донъяға килә, ике йылдан икенсе ҡыҙҙары ауаз һала, уға Люба тип рус исеме бирәләр. Өсөнсө булып Ғәлиә тыуа. Ә инде улы Ғилман донъяға килгәс, Ишкилде шул хәтләм ҡыуана. “Минең нәҫелем, Ҡансуриндар тоҡомо дауамы”,--тип шатлана бәхетле атай. Унан ғаиләгә йәм өҫтәп тағы ике ҡыҙ бала--Света һәм Фәниә тыуа.
Тырыш Анастасия балаларына эйәреп башҡорт телен өйрәнә. Эшкә лә шәп була: ҡатығын да ойота, ҡоротын да ҡайната, аят та уҡыта. Ауыл халҡы уны үҙ итеп Нәсихә тип йөрөтә. Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, үҫтерешкән бәхетле ҡартәсәй--Ғәйзә әбей 1969 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
Рәйсә ҡыҙҙары Өфө ҡалаһына юл тота, “Ағиҙел” журналына эшкә төшә. Артынан үҫеп еткән һеңлеһе Люба “Һәнәк” журналында эшләп китә. Ғәлиә сит телдәр--француз, немец теле уҡытыусыһы һөнәрен алып, Сургут ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Ғилман улдары ауыл хужалығы институтына уҡырға инеп, беренсе курста уҡырға тейеш булғанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле үлеп ҡуя. Берҙән-бер улдарының үлемен ауыр кисерәләр.
Светлана исемле ҡыҙҙары Кумертау физкультура училищеһын тамамлағас, Юлдыбай аулына ҡайтып, ауыл биләмәһе советында эшләй. Кинйәкәүҙәре Фәниә Өфө медучилищеһында шәфкәт туташы һөнәрен үҙләштерә, һуңынан юғары белем алып, Сибайҙа ҡалаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай. Шулай тормош дауам итә…
Ишкелде лә ҡартая, сәләмәтлеге ҡаҡшай… Ете йыл хеҙмәт итеү, аслыҡты, яланғаслыҡты кисереү, дәһшәтле һуғыш юлын үтеү эҙһеҙ булмай. Ишкелденең мылтыҡ тотҡан, унан балта төшөрмәй эшләгән ҡулдары, аяктары һыҙлай. Һаулығы насарайғандан-насарая, уға ашҡаҙандың яман шеше диагнозы ҡуйылғас, балалары төрлө табиптарға күрһәтеп ҡарай, әммә һаҡлап ала алмайҙар. 2 ай тирәһе ауырып, 1991 йылдың март айында донья ҡуя ул. Барса ауыл халҡы ветеран Ҡансурин Ишкилде Зариф улын ҡәҙерләп, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата.
Иҫләйбеҙ! Онотмайбыҙ! Ғорурбыҙ! Һеҙҙең алда баш әйәбеҙ! Һеҙгә дан, яугирҙәр!


Атайыма
Атайым булған һалдат
Ете йыл хеҙмәт иткән.
Ут эсенән тере сығып,
Һуғыш юлдарын үткән.
Арыу, талыуға ҡарамай
Өйөнә ҡайтып еткән.
Күп кешене өйлө итеп
Йорт төҙөргә керешкән.
Халыҡ уны иҫкә ала
Яғымлы һүҙҙәр менән.
Ауылдаштары онотмай
Изге эштәрен һаман.
Күңел түрендә урының,
Ғорурлыҡ беҙҙә йәшәй!
Ябай башҡорт балаһын
Намыҫ, батырлыҡ данлай!
Фәниә Дәүләтсурина.
Читайте нас: