АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
15 Март 2020, 12:00

Өс ҡыҙ әсәһе

Иҫәнгилде ауылында Ҡансуриндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуған ҡыҙ бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. 1984 йылда ул Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Башҡалар кеүек бәхет эҙләп ситкә лә ынтылмай, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә эйә булғас, тыуған ауылы мәктәбенә эшкә ҡайта. Бәлки, ҡырға китергә теләмәүенең сәбәбе лә ауылда булғандыр—ауылдашы, ғүмерлек тормош иптәше Ғәзинур Марат улы менән яратышып ғаилә ҡоралар. Шул уҡ ваҡытта йәш уҡытыусы Башҡорт дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә.

Юҡты бар итеп, булғанын үҫтереп, бәрәкәтен күреп, тирә-яҡ-тағыларҙың донъяһын йәмләп йәшәгән бул-дыҡлы гүзәл заттар күп арабыҙҙа. Хәйбулла районының Сиҙәм ҡа-сабаһынан Мәрзиә Артур ҡыҙы Сынбулатова тап шундай заттан.
Иҫәнгилде ауылында Ҡансуриндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуған ҡыҙ бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. 1984 йылда ул Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Башҡалар кеүек бәхет эҙләп ситкә лә ынтылмай, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә эйә булғас, тыуған ауылы мәктәбенә эшкә ҡайта. Бәлки, ҡырға китергә теләмәүенең сәбәбе лә ауылда булғандыр—ауылдашы, ғүмерлек тормош иптәше Ғәзинур Марат улы менән яратышып ғаилә ҡоралар. Шул уҡ ваҡытта йәш уҡытыусы Башҡорт дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә.
Сынбулатовтарҙың йәш ғаиләһенә йәм өҫтәп бер-бер артлы Айгөл, Зилиә исемле ҡыҙҙары тыуа. 1996 йылда улар, ауыл хакимиәте урын-лашҡан Сиҙәм ҡасабаһына йәшәргә күсә. Һөнәрле кешегә ҡайҙа ла эш табыла тигәндәй, юғары категориялы уҡытыусы Мәр-
зиә Артур ҡыҙы ла мәк-тәптә башланғыс кластар ала. Сиҙәм ауылында ғына 24 йыл эсендә 6 сығарылыш башланғыс класс уҡыусыларын урта звеноға оҙатҡан.
Ата-әсә баланы аш ҡалағы тоторға өйрәтһә, Мәрзиә Артур ҡыҙы сабыйлыҡтан кисә генә сыҡҡан балаларҙы белем илендәге ҡалаҡты тоторға өйрәтә. Кескәйҙәр өсөн икенсе әсәй булған мөғәллимәнең түккән көсө төрлө Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
Эшендә ул көсө-дәрте ташып торған уҡытыусы булһа, ғаиләһендә Мәрзиә Артур ҡыҙы яғымлы ҡарашлы, татлы ҡуллы хәстәрле әсәй, хужабикә. Әйткәндәй, Сиҙәмгә күсеп килгәс Сынбулатовтарҙың Алһыу исемле тағы бер ҡыҙҙары тыуа. Хәҙер инде ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһы үҙаллы тормош көтә. БДУ-ны тамамлаған Айгөлдәре Сибайҙа төпләнгән. Ире менән Йәсминә, Батырхан исемле матур балалар үҫтерә. Зилиәләре Өфө авиация-техник универси-
тетында уҡыған, Өфөлә эш-ләй һәм йәшәй. Ул да ишен табып, Тамерланға әсәй булған. Алһыу Өфө медицина колледжы студенты.
—Уңған ҡатын—ул, си-бәр ҡатын ҡыҙ таба, тиҙәр. Беҙҙең әсәй өс ҡыҙлы, ти-мәк өс тапҡыр сибәрерәк,—тип йылмая бәләкәс ҡыҙ-
ҙары Алһыу.—Ҡорос баға-налай ул әсәйебеҙ. Алдына маҡсат ҡуйған икән, ирешмәй ҡалмай. Беҙҙе, өс ҡыҙын үҙе тегеп, үҙе бәйләп, ҡурсаҡ шикелле итеп кейендерҙе. Аш-һыуы татлы, баҡсаһы тулы емеш-еләк. Атайыбыҙ ҙа эшкә шәп. Шуға ла кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫ-
рап, мохтажлыҡһыҙ йәшәр-гә тырышалар.
Туғандарға, ҡәйнеш-тәренә айырыуса иғтибар-лы беҙҙең әсәй. Килгән-киткәндәрендә һый-хөрмәт күрһәтеп ҡалырға, ҡәҙерләргә тырыша.
Мәрзиә Сынбулатова-ның дәртлелегенә, ташып торған энергияһына хатта йәштәр ҙә көнләшә. Йыр-бейеүгә маһир, нәфис һүҙ оҫтаһы ул. Бер көлдөрөп, бер илатып күңелдә мәңгелеккә эҙ ҡалдыра. Барыһын да үҙ урынына ҡуйып, килештереп, тәртипкә һалыу—уның булмышында.