Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
26 Февраль 2020, 19:00

Әсәй, хуш! Мин икенсе донъяға китәм...

Операция алдынан улым ун минут самаһы йоҡлап алды ла, күҙҙәрен асып: “Әсәй, мин икенсе донъяға китәм. Унда шул тиклем матур," -тип аптыратты...

“Теге” донъя бармы, юҡмы, тигән һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Кемдер ышана, кемдер ҡул һелтәп кенә ҡуя. Үҙем дә, теге донъянан ҡайтҡандарҙы күргәнем юҡ әле, ти торғайным. Ә бына барлыҡ тормошомдо икегә бүлеп, сәсемде ағартҡан бер хәлдән һуң, хоҙайға ла, теге донъяның барлығына ла ышандым да ҡуйҙым.
Ҡапыл улым ауырып китте. Ниндәй генә табиптарға алып барһам да, диагноз ҡуя алманылар. Аҙаҡ, эсәк араһына шеш сыҡҡан, тиҙ арала операцияға алып барығыҙ, тигәс дауаханаға һалдылар. Операция алдынан улым ун минут самаһы йоҡлап алды ла, күҙҙәрен асып: “Әсәй, мин икенсе донъяға китәм. Унда шул тиклем матур. Ағастар, үләндәр бөтөнләй икенсе төрлө, юлдарға төрлө төҫтәге таштар һибелгән. Төрлө ҡоштар һайрай, әсәй, беҙ ундай ҡоштарҙы күргәнебеҙ юҡ. Унда тын алыуы ла икенсе төрлө. Ап-аҡ күбәләктәр осоп йөрөй. Әйҙә, беҙгә йәшәргә кил,тигән тауыштар ишеттем”, -тимәһенме...
Бала ауырыуы икеләтә ауыр икәнен һәр кем беләлер. Ә бындай һүҙҙәр ишеткәндән һуң нимә кисергәнемде аңлаусылар булырмы икән? Ҡотом осоп, аяҡтарымды һиҙмәй башланым. Иҫемде юғалтып ҡолап ҡуймайым, тип эстән генә үҙемде тынысландырырға тырышам:
-Улым, беҙҙе ҡалдырма, йәме. Беҙ һинһеҙ йәшәй алмайбыҙ. Ҡустыңа кем ағай була, кем уны тәртипкә өйрәтә? Ә мин кемгә хәлдәремде һөйләрмен? Атайың кем менән футбол уйнаясаҡ?, - тип башыма килгән һорауҙарҙы яуҙырам, үҙем ипләп кенә күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, хоҙайҙан улымды ҡалдырыуын ялбарам.
Аллаға шөкөр, хәҙер улым йүгереп йөрөй. Әммә тормошомда үтелгән был һынау йөрәгемде һыҙып үтеп, ҙур яра булып ҡалды, сәсемә аҡ “бураҙналар” һалды. Башыма төшкәс, хоҙай барлығына ла, “теге” донъяға ла бик тиҙ ышандым.