Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
18 Февраль 2020, 13:05

Һеҙҙән үрнәк алып йәшәйбеҙ!

Ял көндәрендә, бигерәк тә йәйге каникул мәлдәрендә беҙҙең ҙур, яҡты йәмле йортобоҙ тағы ла йәнләнеп китә, шат балалар тауышына күмелә.

Һәр бер бала өсөн атай һәм әсәй донъялағы иң һөйөклө, иң ғәзиз кешеләр булып тора. Бөгөнгө һүҙем Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында гөрләтеп донъя көтөүсе ҡәҙерлеләрем—атайым Ноғаманов Рәис Ишбулды улы һәм әсәйем Ситдиҡова Фәридә Әбделғафар ҡыҙы тураһында.
Улар икеһе лә Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән. Атайым ҡартатайым Ишбулды һәм ҡартәсәйем Мәрхәбәнең ишле ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә, бала саҡтан ҡусты-һеңлеләрен ҡарап, уларҙы бағып үҫтерә, ҡартәсәйемдең уң ҡулы һәм ҙур ярҙамсыһы була. Мәктәптән һуң, атаһының һөнәрен дауам итмәксе булып, Бәләбәй ауыл хужалығы училищеһына уҡырға инә. Тәүҙә механик, баш энергетик, унан һуң оҙаҡ йылдар “Сибай” совхозында баш инженер булып лайыҡлы эш башҡара.
Ә әсәйемдең атаһы Әбделғафар ғүмер буйы колхозда баш бухгалтер була. Шуға ла ул балаларының белем алыуын иң беренсе урынға ҡуя. Әсәйем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын уңышлы тамалап, балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әсәйем—Йәнйегет мәктәбенең иң көслө, иң әүҙем, иң белемле уҡытыусыларының береһе. Уның дәрестәре һәр саҡ юғары кимәлдә, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтә ине. Уҡыусылары дәрестәренә һәр саҡ ашҡынып торҙо. Әле булһа ла йыш ҡына яратҡан уҡытыусыларының хәлен белешеп торалар, алған белемдәре өсөн ҙур рәхмәттәрен белдерәләр, оло хөрмәт менән осрашыуҙарға саҡыралар.
Үҙем уҡытыусы булғас ҡына, уҡытыусылыҡтың һөнәр генә түгел, тормош рәүеше икәнен аңланым. Сабырлыҡ, белем генә талап итеп ҡалмайса, уҡытыусылыҡ кешенән йәмғиәткә үрнәк булыуын да һорай. Атайым да, әсәйем дә яуаплы эштә эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, беҙгә, балаларына, һәр саҡ иғтибарлы, һаҡсыл мөнәсәбәттә булды, тәртипле, тәүфиҡлы итеп үҫтерҙе. Ғәзиз кешеләремдең ипле, аҡыллы һүҙҙәре, өйҙәге бәхетле ғаилә мөхите күңелемдә ыңғай хис–тойғолар ғына яралтты. Атайым һәр саҡ: ”Уҡығыҙ, белемле булығыҙ, аҡыллы, әхлаҡлы булһағыҙ, тормошта үҙ юлығыҙҙы табырһығыҙ, башҡалар ҙа һеҙҙе хөрмәт итер”,—тип өйрәтте. Шуға ла һәр беребеҙҙең үҙ аллы, лайыҡлы, матур тормошо нигеҙендә ғәзиздәребеҙҙең тәрбиә һабаҡтары ята. Ата-әсәйебеҙ беҙгә өс балаға—бер улға, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, барыбыҙға ла юғары белем алырға ярҙамлашып, матур туйҙар уҙғарып, ҙур тормош юлына сығарҙы. Ғаиләбеҙҙә иң өлкәне—Луиза апайыбыҙ Сибай ҡалаһы поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй, Арсен еҙнәйем менән өс бала үҫтерәләр. Ағайым Иштуған бына күп йылдар инде Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында директор, Әлиә еңгәйем менән улар өс бала ата-әсәһе. Ә мин—иң кинйәһе, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлағандан һуң, ошо ҡалала төпләнеп ҡалдым. Академияны тамамлағас, аспирантураға инеп, уңышлы диссертация яҡларға һәм филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен алыуға өлгәштем. Әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә эшләп йөрөйөм. Ейәнсура егете Русланға кейәүгә сыҡтым, иптәшем менән ике бала үҫтерәбеҙ. Уңыштарымда ата-әсәйемдең өлөшө бик ҙур. Ниндәй генә эшкә тотонһам да, улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, көс-ҡеүәт, илһам һәм рух өҫтәй.
Атайым һәм әсәйем һигеҙ ейән-ейәнсәргә бәхетле ҡартатай һәм өләсәй. Ял көндәрендә, бигерәк тә йәйге каникул мәлдәрендә беҙҙең ҙур, яҡты йәмле йортобоҙ тағы ла йәнләнеп китә, шат балалар тауышына күмелә. Шул ваҡытта ҡәҙерлеләребеҙ тағы ла йәшәреп, дәртләнеп киткәндәй. Сөнки, әсәйем әйтмешләй, ейән-ейәнсәрҙәре уларға йәшәү өсөн яңы һулыш, дәрт-дарман өҫтәй. Балаларға йөрәк йылыһын биреп, һөйөп-яратып, бергә рәхәтләнеп уйнап, уларҙы эш һөйөргә өйрәтергә тырышып йәшәйҙәр. Ә ейән-ейәнсәрҙәре инде, үҙ сиратында, һәр ял һайын өләсәй-ҡартатайын һағынып, улар янына ашҡынып ҡайтып тора.
Ғөмүмән, ҡунаҡсыл, йомарт ғәзиздәремдең тупһаһынан кеше өҙөлмәй, тип әйткәндә лә була, сөнки кешелекле, ихлас күңелле атай-әсәйемде бөтә туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, күршеләре, ауылдаштары ярата, хөрмәт итә, һәр саҡ кәңәш һорап килә.
Тыуған нигеҙебеҙҙе һаҡлап, уға ҡот-йәм өҫтәп йәшәүсе әсәйебеҙ февраль айында матур юбилейын—65 йәшен билдәләй. Ниндәй генә йәштә булмаһын, уның һәр саҡ матур, гүзәл, нәзәкәтле булыуына, йәштәрсә тапҡыр аҡылына һоҡланам. Ҡәҙерле әсәйем һәм атайыма оҙон-оҙаҡ йылдарға етер көс-дарман, зиһен сафлығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар насип булһын.
Беҙҙе, балаларығыҙҙы, йылы, матур йортта ел-ямғыр тейҙермәйенсә үҫтерҙегеҙ, кешелекле булырға, хеҙмәтте яратырға, ғорур булырға өйрәттегеҙ. Бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, матур йәшәүегеҙгә барыһы ла һоҡлана, үрнәк итеп ҡуя. Тыуған йортобоҙға һеҙҙе һағынып, ашҡынып ҡайтабыҙ. Сөнки бында беҙҙе яғымлы әсәйебеҙ, күркәм холоҡло атайыбыҙ ҡаршылай. Киләсәктә лә һеҙгә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын.
Илүзә Ноғаманова-Ҡарағолова,
филология фәндәре кандидаты.