Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
18 Февраль 2020, 18:30

Атай булып, “атайһыҙ” булыуҙар...

Атайҙың:-Эй, малай, исемең кем әле! - тигән һүҙҙәре әле лә онотолмай, йөрәкте әрнетә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ишек алдында балаларға һүҙ ҡушып, уларҙы шаяртып ултырырға яратҡан Сәлимйән ағай бер көн килеп:
- Һеңлем, атайҙар балаларын урамға алып сыҡһа, күңелле булып киткән кеүек эйе бит,- тип әйтеп ҡуйҙы. Ағай бер аҙ алыҫҡа төбәлеп ултырҙы ла, күңел түрендәге хәтирәләрен түкмәй-сәсмәй һөйләй ҙә башланы. - Их, үҙемдең балаларым булһа, тормошомдо уларға ғына арнар инем. Беҙ ҙә бит атайлы атайһыҙҙар булып үҫтек. Атайым ҡырыҫ холоҡло булды. Балаларына ғына түгел, хатта, әсәйебеҙгә лә бер йомшаҡ һүҙ әйткәне булманы. Беҙҙе күргәне булдымы икән. Юҡтыр... Ҡай ваҡыт исемең кем әле ул, тип һорай торғайны.
Атайым менән әсәйем алыҫ себер тарафтарында танышып өйләнешкән. Беренсе балалары тыуғас, атайым ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәгән ата-әсәһе янына алып ҡайтып, шунда төпләнеп ҡалғандар. Бер-бер арты тағы ла ике улдары донъяға килгән. Мин иң төпсөгө булһам да, өлкән ағайҙарым кеүек үк, атай наҙы тойоп үҫмәнем. Атайым ҡайтмаҫтай булып ҡайҙалыр йөрөнө, төнөн ҡайтып, иртә таң менән тороп сығып китер ине. Әсәй әйтеүенсә, беҙ уны эштә тип белдек. Өйгә эш хаҡын да алып ҡайта белмәне, әсәйем мәктәптә иҙән йыуып алған аҡсаһы менән донъябыҙҙы етештерергә тырышты. Әсәйем дә тыныс ҡына эшләп ҡайта алһасы. Атайым ҡайтып етеү менән, өләсәйем, “Килен эштән һуңлап ҡайтты”, -тип утҡа кәрәсин өҫтәй торғайны. Һәм тағы ла йоҡоһоҙ төн. Атай сығып киткәндә баҡсалағы ҡыярҙарҙы һанап китә, беҙ шуҡ малайҙар, өҙөп ашайбыҙ бит инде. Атай ҡайтһа, шул ҡыяр өсөн дә туҡмала торғайныҡ.
Күршелә Рәсүл исемле малай йәшәне. Атаһы шул тиклем оҫта булды, самолет эшләп бирһенме, ракетамы. Таҡтанан эшләнгән машиналарының иҫәбе-һаны юҡ ине. Бер көн Рәсүлдең ҡәләмдәрен ослап ултырғанын күреп, эстән генә: “Минең дә атайы шулай булһын ине”, тип уйлап ҡуйғаным иҫтә. Ә өйгә ҡайтһам, атайым ҡайтмаһын да ҡуйһын, тип ағайҙар менән шыбырлаша торғайныҡ.
Мәктәптән һуң, әсәйгә еңелерәк булһын тип, өсөбөҙ ҙә эшкә урынлаштыҡ. Ағайҙарым кәләш алып ғаиләле булдылар. Атай уларҙың туйҙарын ла барманы, ярҙам итеү тигәнде белмәне лә. Әсәйҙең тормошо үҙәккә үткәнгәме, мин өйләнмәнем. Ағайҙарымдың балаларын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иттем. Күңелемдәге бушлыҡты шул балалар менән тултырҙым.
Эх, атай булып, “атайһыҙ” булыуҙар... Йөрәгемде әле лә өйкәй. Атай, тип барып ҡосаҡлағы, яңылыҡтарҙы һөйләге килә торғайны. Өй янындағы кәртәгә ултырып кисен малайҙар аталарының эштән ҡайтҡанын көтә, ҡайтып килһәләр, ҡаршыларына йүгерә торғайнылар. Ә беҙ ағайҙар менән ипләп кенә ҡапҡа артына йәшенеп ҡалабыҙ. Шулай үтте, һеңлем, беҙҙең ғүмер. Ә атайҙың:
- Эй, малай, исемең кем әле! - тигән һүҙҙәре әле лә онотолмай, йөрәкте әрнетә,-тип йәшереп кенә күҙ йәштәрен һөртөп алды Сәлимйән ағай.
Аталы бала-арҡалы бала,тип юҡҡа әйтмәгән бит халыҡ. Һәр бала атай хәстәрен тойоп, ысын ғаилә статусын күреп үҫһә, киләсәгебеҙ ҙә яҡтыраҡ һәм ышаныслыраҡ булыр ине.