АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
2 Февраль 2020, 13:05

Йыр менән атлай…

—Емеш-еләк, йәшелсә үҫтерергә яраттым. Ул осорҙа кеше теплицалар тотоп, әлеге кеүек мул үҫтермәй ине. Уңышымды ат арбаһына тейәп ауылдар буйлап һатыуға сыға инем, - ти инәй.Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Һуғыш осоро балаларының кемеһен генә алма—бөтәһендә лә бер яҙмыш: етемлек, аслыҡ, иртә йәштән эшкә “егелеү”. Улар күргән-кисергән михнәттәрҙе, 9-12 йәшлек балаларҙың өлкәндәр менән бер рәттән эшләп йөрөүен күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Иркәләнеп, уйнап ҡына үҫеү урынына бер телем икмәк һәм тыуған ил азатлығы өсөн улар бар көсөн хеҙмәткә йүнәлткән.
Сибай ҡалаһын-да йәшәүсе Шәһиҙә Ҡадир ҡыҙы Ҡус-тыбаеваның да бала сағы еңелдән булмай. Ул сығышы менән Йылайыр районы Ҡара Тәкә ауылынан (Суйынсы Супан ауылы биләмәһе). Саҙрытдиновтар ғаиләһендә биш бала араһында 4-се булып 1930 йылда донъяға килгән ул. Шәһиҙәгә өс кенә йәш булғанда, әсәһе мәрхүм була. Ә 9 йәшен тултырғанда атайһыҙ ҙа ҡала. Үкһеҙ етем ҡыҙҙың бар терәк-таянысы бер туған ағай-апайҙары була. Баламын тимәй, туғандарына эйәреп эшкә бара, төрлө эштәрҙә тир түгә. Ә 13 йәштән торф сығарыуға йәлеп ителә.
—Үҫмер генә көйө торф тейәнек, ҡырҡтыҡ. Баракта йәшәнек. Кемдер әсәһенә эйәреп килгән, кемдер минең кеүек ағай-апайҙары менән. Бала сағыбыҙ эшләп үтте инде. Күпте күрҙем, күпте кисерҙем,—тип уҙғандарын хәтеренә төшөрөп илап ебәрҙе инәй.
Оло кешенең борсолоуҙан ҡан баҫымы күтәрелеп китер тип, һүҙемде икенсегә бора һалдым:
—Инәй, күп михнәт күр-һәгеҙ ҙә бирешмәгәнһегеҙ. Бик матурһығыҙ,—тинем.
—Эйе, шөкөр, балаларым һәйбәт. Ҡарайҙар, өрмәгән ергә ултыртмайҙар,—тип ҡыуанған асыҡ сырайлы инәйҙең йөҙҙәре тағы ла балҡып китте.
Шәһиҙә инәй ире Нур Заһит улы менән 8 балаға ғүмер биргән: Мәҙинә, Фәриҙә, Сания, Нурмөхәмәт, Гүзәл, Фәрит, Зөлфиә, Урал. Уларҙы кәм-хур итмәй үҫтергәндәр, белем алыуға ярҙам иткәндәр.
—Торфта эшләгәндә бер апай мине ипләп кенә күҙәтеп йөрөгән дә, ҡәйнешенә күрһәткән. Оҡшатҡандыр инде. 1949 йылда Түбә ауылына килен булып төштөм. Нур шахтала ла эшләне, аҙаҡ көтөүсе лә, һаҡсы ла булды. Һыуыҡ тейҙерҙе, дауаханала оҙаҡ ятты, 59 йәшендә мине һәм балаларҙы ҡалдырып китеп барҙы. Кинйә улымдың ғаиләһе менән Түбәлә йәшәй инем. Чечнянан иҫән ҡайтҡан улым, тыныс тормошта мәрхүм булып ҡуйҙы. Хәҙер 8 баламдан 4 ҡыҙым ғына иҫән,—ти Шәһиҙә Ҡадир ҡыҙы.
Шәһиҙә инәй йәштән бик теремек, сос булған. Ҡул эштәрен яратҡан, баҡса үҫтергән.
—Емеш-еләк, йәшелсә үҫтерергә яраттым. Ул осорҙа кеше теплицалар тотоп, әлеге кеүек мул үҫтермәй ине. Уңышымды ат арбаһына тейәп ауылдар буйлап һатыуға сыға инем. Балаларҙы ла ултыртып ала инем. Ир көтөүҙән, бесәндән, һабан һөрөүҙән бушаманы. Шулай тырышып эшләнек, йүнен таптыҡ. Балаларыма үҙем бәйләп, үҙем тегеп кейҙерҙем,—ти инәй.
Шул саҡ һүҙгә ҡыҙҙары ла ҡушылды: “Беҙҙең әсәй бик егәрле булды. Эшләмәгән эше юҡ ине. 5 класс ҡына белеме булһа ла, зиһенле, белемле. Әле лә ҡабатлау таблицаһын яттан әйтеп бирә ала. Йырҙарҙы күп белә. Ул йырҙарҙы күптәр ишеткәне лә юҡтыр әле. Таҡмаҡтарҙы ла ҡоя ғына”.
Ҡыҙҙарының маҡтағанын ишетеп, инәй йырлап та ишеттерҙе, таҡмағын да әйтте. Ысынлап та, инәйҙең зиһене теүәл, хәтере шәп.
Кемдәр тормоштан йыр йырлап атлай,
Улар юғалмаҫ һис ҡасан, һис ҡайҙа…
—Инәй, оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә икән? 90 йәшкә етһәгеҙ ҙә хәтерегеҙ ҙә шәп…
—Минең аяҡ быуындары ғына һыҙлап йонсота, ә былай зарланмайым. Әллә инде, сере нимәлә икән? Күп хәрәкәт итергә кәрәк. Хәрәкәттә—бәрәкәт, тиҙәр бит. Ирәндек буйында йәшәгәс, сабынлыҡ тауҙа ине.
Йәй булһа Ирәндеккә бер менәбеҙ, бер төшәбеҙ. Ашау ҙа мул булманы бит, шифалы үләндәр менән туҡландыҡ. Шулай, сыныҡҡанбыҙҙыр инде. Йәштәргә әйтер теләгем шул: эскелек менән булмаһындар! Ул дошман! Ә дошман менән дуҫлашырға ярамай. Ғаилә ҡорһондар, балалар үҫтерһендәр, береһе ҡыҙғанда, икенсеһе шым булһын. Сабыр иткән—мораҙына еткән, тиҙәр. Зарланып йәшәмәһендәр, тырышһаң—барыһы ла була. Беҙ ниндәй ауыр осорҙа ла һыр бирмәнек. Эшләнек тә, кистәрен спектакль-концерт ҡуйып күңел дә астыҡ. Ә ғүмер тиҙ генә үтә лә китә, һиҙелмәй ҙә ҡала. Барыһы ла кисәге һымаҡ ҡына күҙ алдында тора. Йөрәк ҡартаймай…
Бөгөн Шәһиҙә инәйҙең 20 ейән-ейәнсәре, 30 бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың һәр береһен көтөп ала ул. “Ой, балалар мине ярата, өҙөлөп торалар. Киләләр, кәңәш һорайҙар”,—тип ҡыуана инәй.
Шәһиҙә Ҡадир ҡыҙының йырлағанын тыңлап, аҡыллы кәңәштәрен алып, уға һоҡланыуымды йәшермәй: “Инәй, йәнә 10 йылдан юбилейығыҙҙа күрешербеҙ әле”,—тип хушлаштым. Ул иһә: “100 йәш күп булыр ул”,—тип кеткелдәп көлөп ултырып ҡалды.
Инәйҙәге ныҡлы рух көсөн үҙемә алғандай күтәренке кәйеф менән урамдан атланым:
Кемдәр тормоштан йыр йырлап атлай,
Улар юғалмаҫ һис ҡасан, һис ҡайҙа…
Резеда Вәлиева.
Һүрәттә: Шәһиҙә инәй ҡыҙҙары менән.