Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
13 Ғинуар 2020, 13:25

Уйҙарымда көн дә һин, әсәй!

—Тор-тор, ҡыҙым! Мәктәбеңә һуңлайһың бит?!Әллә ҡасан уҡ уянһам да, әсәйемдең һаҡ ҡына юрған өҫтөнән һөйөп уятыуын күҙҙе асмай көтөп ятам. Бына ул урындыҡ ситенә ашаулыҡты йәйеп сәй ултыртты, икмәкте йомортҡаға манып ҡыҙҙырып та алды, хуш еҫен таратып кәсәгә сәйен дә яһаны...

—Тор-тор, ҡыҙым! Мәктәбеңә һуңлайһың бит?!
Әллә ҡасан уҡ уянһам да, әсәйемдең һаҡ ҡына юрған өҫтөнән һөйөп уятыуын күҙҙе асмай көтөп ятам. Бына ул урындыҡ ситенә ашаулыҡты йәйеп сәй ултыртты, икмәкте йомортҡаға манып ҡыҙҙырып та алды, хуш еҫен таратып кәсәгә сәйен дә яһаны.
Иренеп кенә кирелә-һуҙы-ла килеп торам. Ҡулйыуғысҡа күптән йылы һыу ҡойолған, мине көтә.
—Тышта һыуыҡ, ныҡ кейен, өшөнөп ауырып ҡуйма!—саҡ ынтылып муйыныма шарф урамай ғына инде үҙе. Әсәйем һәр көн шулай мәктәпкә уңыштар теләп оҙатып ҡала...
Күптән инде үҙебеҙ әсәйҙәр. Йоҡонан әсәйҙең иркәләп уятыр мәлдәрен иҫләргә генә ҡалды. Ҡайтһаҡ, китһәк йылы ашы, ҡайнар ҡосағын йәйеп ҡәҙерлебеҙ тыуған йортта ҡаршы ала. Бәхетлебеҙ, һәр көнөбөҙ әсәй кәңәштәренә, әсәй фатихаларына мансылған. Әсәйҙең: “Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә имен булығыҙ, эшегеҙ миңә булһа, ла өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн”,—тигән һүҙҙәрен хәҙер инде үҙебеҙ әсәй булып ба-лаларыбыҙға ҡабатлайбыҙ.
Әсәй! Ҡулдарыңдың еп өҙөрлөк хәле булмаған саҡ-та ла беҙҙең өсөн уйланаһың, хафаланаһың. Беҙ ҡайта тип көрәгән юлдарыңа бурап ҡарҙар яуалыр, бешергән аштарың ҡырҡ йылытылып ҡырҡ һыуы-налыр, юлға текләгән күҙҙәрең талып йәшләнәлер. Хафаланма, борсолма, әсәй! Шуны бел: далаларға ҡасҡан уйҙарымда һәр саҡ тыуған нигеҙ һәм һин, әсәйем. Бәхетле бала саҡ бүләк иткәнеңә мәңге бурыслыбыҙ, ғәзизебеҙ. Тыуған көнөң менән, ҡәҙерлебеҙ! Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә, әсәйем!
Бар ниғмәттән, бар зауыҡтан баш тарта алам
Бер һүҙ өсөн!
Бар ғазапҡа, бар аҙапҡа түҙә алам,
Бер һүҙ өсөн.
Утҡа, һыуға, тамуҡтарға риза булам!
Бер һүҙ өсөн!
Бер һүҙ өсөн!
Әсәй наҙлап баҡҡан ҡараш,
"Балам!" —тиеп һөйөп әйткән бер һүҙ өсөн!
Эй, Хоҙайым, ошо һүҙҙе айырмасы ишетеүҙән!
Хәстәрлекле, йомшаҡ ҡулдар һөйөүенән!
Миңзәлә Сирғәлина.