АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
23 Декабрь 2019, 17:45

ЮҠҺЫНЫУ

Миңзәлә СИРҒӘЛИНАНи күрәм! Һарай янынан яңы тыуған быҙау ҙурлыҡ бер нәмә үтеп бара!Ҡурҡышымдан тәнем эҫеле - һыуыҡлы булып китте. Артҡа сигенә биреп, ишек тотҡаһына тотоноп теге "нәмә"не күҙәтәм. Унда - бында барып еҫкәнеүенә ҡарап ҙу-ур эт икәнен шәйләнем. Был тиклем дә эт була, кемдеке икән, тип һөйләнә - һөйләнә өйгә инеп киттем. Шулай ҙа үҙем ҡурҡтым...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Сасҡау һыуыҡ, ҡалын ҡарлы ҡышҡы иртә ине ул. 8 тула 15 минуттарҙа улдарымды тупһаға сығып уҡыуға оҙаттым да (ҡапҡа тышына сыҡҡанымды яратмайҙар) мейескә утын индерәйем тип, һарай яғына боролдом. Тышта буйтым ҡараңғы, урамдарҙа уттар янмай.
Ни күрәм! Һарай янынан яңы тыуған быҙау ҙурлыҡ бер нәмә үтеп бара!
Ҡурҡышымдан тәнем эҫеле - һыуыҡлы булып китте. Артҡа сигенә биреп, ишек тотҡаһына тотоноп теге "нәмә" не күҙәтәм. Унда - бында барып еҫкәнеүенә ҡарап ҙу-ур эт икәнен шәйләнем. Был тиклем дә эт була, кемдеке икән, тип һөйләнә - һөйләнә өйгә инеп киттем. Шулай ҙа үҙем ҡурҡтым.
Яңыртып сәй ҡуйҙым. Бер үҙем гәзит уҡый - уҡый сәй эстем.
Бер мәл урам эсендә этебеҙҙең һуғышҡаны, сыйылдағаны, хатта мин сәй эсеп ултырған яҡтан өй стенаһына килеп һуғылып - һуғылып китеүҙәре ишетелде. “Эт менән эт һуғышмаймы, баяғы эт менән яғалашыуҙарылыр”,--тип уйланым.
Көн яҡтырҙы. Тышҡа сыҡһам ни күрәм! Урам, ишек алдары тулы ҡан!
Ҡалай яман һуғышҡандар тинем дә, утын ҡосаҡлап йәнә инеп киттем. Шулай ҙа ишек алдын таҙаларға кәрәклеге эсте бошорҙо. Өҫтәлмә эш бит.
Малайҙар мәктәптән ҡайтҡас, сәй артында теге быҙау ҙурлыҡ эттең кемдеке булыуын "эҙләп" ҡараныҡ. Фәлән-фәлән апаның (олатайҙың—диалект) эте аҡ та ул, етмәһә бәләкәс, тиҙәр. Эйәһен тапмаһаҡ та эт тип һүҙ йөрөттөк.
Төштән һуң ғына беҙ эт тип күргән "нәмә" ҙур бүре булғанын белдек. Йәнә килде беҙгә теге быҙау ҙурлыҡ йыртҡыс. Күҙгә-күҙ “урман этен” күреп белмәгәс ни, берәү ат менән эт баҫтыра тип ҡарап тик торабыҙ. Бүре шунда уҡ беҙҙең кәртәгә табан боролдо, әйтерһең дә, нәҡ беҙгә төбәп килгән, йылдам ғына эҫкерт башына менеп ятты ла ҡуйҙы.
Бала-сағаға өйгә инергә ҡушып, ир-ат йыйылып китте. Һәнәк-көрәк (ҡапыл ғына шунан башҡа ниндәй ҡорал бар һуң ҡулда?) менән ҡурҡытып, тегене саҡ эҫкерт башынан төшөрөп, ҡыуып хәлен алырға баҫтырып киттеләр.
Кискә генә теге бүрене атыуҙарын ишеттек.
Шул көндө үк, өйөнә барып мал ауырығанда саҡыртып та сығара алмаған мал табибы килеп етте. Талап ҡаты: этегеҙҙе үлтерәбеҙ! Бүре менән контактҡа ингән мал хәүефле, бүре ҡотороған булғандыр, бәлки?!
Аптырай төштөм. Инһәм - сыҡһам аяҡ аҫтымда уралған, юлға сыҡһам оҙатып ҡалған этемде нисек бүре менән алышҡан тип үлтереп һалайым? Ә дауалап булмаймы ни? Әллә күпме аҡса, әллә күпме ваҡыт үтәсәген, бар ғаиләбеҙ менән тейәлеп дауахана юлын тапаясағыбыҙҙы һөйләп өркөттө мал табибы. Ҡоторған бүре икәнен кем белә һуң?
“Олоға ебәрмәйек, эт бөткәнме ни, килен”,--тип әүрәтһә лә ағай кеше, тешем -тырнағым менән эт үлтереүгә ҡаршы килдем. Ярай- ярай, тип сығып киттеләр.
Шул ярайға ышанып ултырып ҡалдым өйҙә. Этемде шул кистә үк үлтергәндәр, аҙаҡ ҡына әйттеләр.
Һауытына аш һалһам да, күпме саҡырһам да ҡайтмауына аптырағайным шул. Тиккә булманы...Шуныһы үкенес: бүре ҡоторған булмаған, өйөрҙән тибелгән хәлһеҙ ҡарт булған икән ул...
Бәләкәс кенә, кәсәләй генә ҡара йомғаҡ булып беҙҙең урамға аҙашып килеп ингәйне бит ул этебеҙ. Өйөбөҙгә яңы күскән саҡ ине. Ҡап-ҡара, түше, тырнаҡ остары аҡ булғанға Аҡтүш тинем мин уны. Башын ул яҡҡа, был яҡҡа ҡырын һалып тамаҡ һалғанымды көткәне, үҙ ҡойроғо менән уйнап аунап-аунап китеүҙәрен ирмәк күрҙе балаларым да. Еләккә барһаҡ оҙон үлән араһында мине күрмәй аҙашып ятып ҡалыуҙары, арыуыҡ юл үткәс сыйылдауынан ишетеп, көйәләнеп кире барып эйәрткән саҡтарым да булды. Ҙурая төшкәс, атҡа эйәрә сыға ла арбаға тапалып та илай- сыйнай торғайны.
Бәләкәсерәк сағында бесәнлектән ҡайтҡанда әллә аҙашып ҡалған, әллә күҙ яҙлыҡҡан, ни булһа ла ҡайтырға сыҡҡанда эйәргән этебеҙ өйгә ҡайтҡанда юҡ ине. Икенсе көн бесәнгә барһаҡ, сәй эскән еребеҙгә, түшәнеп ултырған түшәктәрҙе төшөрөп ятҡанын күрҙек. Эй, беҙҙе күреп ҡыуаныуы! Шатлығынан улдарымдың битен яланы.
Бесәнлекте өйөрө менән аттар тапап яфалай ине. Һөс -һөс, тип фарман биреү менән күҙгә генә ҡарап ала ла, төртөп күрһәткән яҡҡа абалап сығып китер ине. Ныҡ йөнтәҫ, ҡыҫҡаҡ ҡына ботло булыуы хас та айыу балаһылай ине.
Ирәндектә йәшен көслө. Тауҙарҙа шаңдау яңғырай етмәһә. Ямғырҙан ҡасып ҡыуышҡа инһәк, этебеҙ арттан ҡалмай ҡыҫылыр ине. Мал йәшенде һөрәй тигән ышаныу булғас, ҡыуыштан этеп тигәндәй ҡыуып сығара инек. Үпкәсел генә ағас араһында күшегеп ултыра торғайны беҙҙе ҡарап Аҡтүш.
Үлгән һыйыр һөтлө була, тип әсе көлөргә ярата беҙҙең халыҡ. Үлгән өсөн түгел, ысын тоғро эт була белгәне өсөн телгә алам мин этемде. Емдек ташып йөрөмәне, ҡош - ҡортҡа ла теймәне, ә һарыҡтарым Аҡтүште танып һис өркмәй бергә йөрөр ине. Ҡояшҡа ҡыҙынып бесәй менән бергә мунса тупһаһында ятҡан саҡтары ла булды.
Ғүмер буйы күҙеңә тоғро ғына кеүек ҡараған кешең дә, бер көн килеп һиңә хыянат итеүе ихтимал. Ә Аҡтүш тоғро булды. Әжеле еткәндә: “Ни өсөн? Тоғролоғом өсөнмө?”,--тип уйланымы икән бахырҡай…Ул беҙгә шул тиклем ҡәҙерлә һәм яҡын ине. Әле лә иҫтән сыҡмай.
Әле лә этем бар. Тоғролоҡҡа тоғро. Уныһы ла күҙемә ҡарап ҡына тора. Юлға сыҡһам оҙатып ҡала, ҡараңғыла ҡайтып инһәм аяҡ тауышымдан танып ҡаршы ала.
Башҡа кешенең эте менән борсағым бешмәй иллә мәгәр. Әллә күпме ғүмер бер урамдан йөрөһәк тә, нисә үтһәм дә тешләрҙәй булып өрөп ятып ҡала күршеләрҙең эте.
Этте үҙ иткән кешелә бесәйгә һөйөү юҡтыр һымаҡ. Сөнки эт менән бесәй аҡ менән ҡара кеүегерәк миңә. Юҡҡа ғына эт тә бесәй кеүек талашашалар, тимәйҙәрҙер бит.
Быйыл етем бесәй балалары көтөп, ошо йән эйәләренә лә ҡарашым үҙгәрҙе. Инәле үҫкәндә бесәй балалары тырнаҡ батырып сапсышырға ла күп һорамайҙар, ә былар русса әйткәндә "ранимый" ғыналар. Иҫке дебет шәлемде әсәләре урынына күрәләр, шуға морон терәп йоҡлап китәләр. Элек бесәйҙәремде мейес эргәһендәге түшәктә генә ятырға рөхсәт итһәм, был етемәктәргә диван - креслоға ла менеү ярай. Иртәнсәк ошо бәләкәстәрҙең тыптырлашып өй тултырып йүгереп шаярыуҙарына уянып китәбеҙ хатта…
Шулай, үҙеңдең тәрбиәләге эт тә, бесәйҙәр ҙә ҡәҙерле икән ул…Яҡын дуҫҡа, туғанға әйләнеп китә. Уларҙы ла юҡһынырға тура килә. Аҡтүшемде һағынған һайын, хайуандар өсөн дә ожмах, тамуҡ бармы икән тип уйлап ҡуям…Улар ҙа бит Аллаһ тарафынан яратылған…
Быйыл да, ишетеүемсә, бүре бик күп… Кәртә-ҡурама яҡынлай күрмәһен…
Миңзәлә Сирғәлина.
Читайте нас: