АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
12 Декабрь 2019, 22:05

Изгелек остоғо…

... Сибай-Баймаҡ автобусына ултырҙым да кондукторҙың башҡа пассажирҙарҙы үткәреүен күҙәтәм. Һуңлап ҡына бер ағай килде. Билет алам тип аҡсаһын һонғайны етмәй булып сыҡты. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йомош-фәлән менән сыҡҡанда, “шуфирым” бушамаған мәлдә, маршрут автобустарында йөрөргә яратам. Уның эсендә айырым бер мөхит, үҙенә күрә бер тормош ҡайнай. Туҡталышҡа килеп туҡтай ҙа, төрлө яҙмышлы, төрлө ҡарашлы, төрлө характерлы кешеләрҙе үҙенә һыйҙырып, һыйындырып алға алып китә. Кемдер билдәһеҙлеккә юл тота, бәғзеләр аныҡ маҡсаттар менән юғары үрҙәрҙәргә юллана, ҡайһылар - бәхетенә лә юлығып ҡуя...
Ҡаланың бер осонан икенсе осона, ҡайһы берҙә бер туҡталыштан икенсеһенә генә еткәнсә лә әллә күпме яңылыҡтар менән танышаһың, халыҡтың тын алышын, хәстәрҙәре, көйөнөс-һөйөнөстәре менән дә уртаҡлашаһың. Кемдер эсен бушата, ә берәүҙәр киреһенсә көс еткеһеҙ уйҙар тейәп төшөп ҡала. Миһырбанлы, изге күңеллеләренән үҙ күңелеңә яҡты нур алаһың, бәғерһеҙҙәре осраһа - ғибрәт. Хәйер, миңә гел дә яҡшы юлдаштар ғына осрап тора.
... Сибай-Баймаҡ автобусына ултырҙым да кондукторҙың башҡа пассажирҙарҙы үткәреүен күҙәтәм. Һуңлап ҡына бер ағай килде. Билет алам тип аҡсаһын һонғайны етмәй булып сыҡты. “Ах-тии”,--тиеп кеҫәләрен тентештереп, беҙҙең беребеҙҙең башына аҡыллы фекер килгәнсе, бер йәш егет ырғып тороп, күпме етмәй, әйҙәгеҙ үҙем өҫтәйем тип, баяғы ағай өсөн билет алып та биреште. Рәхмәттәрен уҡып, теге егет янына ултырҙы ла ағай кеше, уңайһыҙланып ҡына,
-Ҡустым, кем булаһың, мин һине танымайымсы. Һин мине беләһеңме әллә?- тип һорап ҡуйҙы.
-Юҡ, таныш түгелбеҙ. Бары имен-һау ҡырҙан эштән әйләнеп ҡайтыу шатлығынан кемгәлер яҡшылыҡ эшләйһем килде, - тип яуапланы тегеһе.
-Рәхмәт, туған. Бына мин дә эштән ҡайтып киләм дә, аҡсам күсеп өлгөрмәне, ҡалған ғынаһын ҡырып-һепереп тигәндәй билетҡа еткерермен тиһәм, уныһының хаҡы артҡан булған икән дә...
...Остоҡ ҡына изгелек ҡылғаны ла, ошо остоҡ ҡына яҡшылыҡтан күңеле үҫкән икенсеһе лә юл буйына рәхәтләнеп гәпләштеләр.
Йәш кенә булһа ла киң күңелле был егет өсөн дә, вокзалда тороп ҡалмаған ағай өсөн дә, эй, һөйөндөм...
Гүзәл Мырҙаева.
Баймаҡ ҡалаһы.