АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
3 Декабрь 2019, 18:50

Мәңгелектә тороп ҡалған бала сағыбыҙ

Ҡышҡыһын өйгә лыс ҡар булып, боҙҙай ҡатып бөткәс кенә ҡайтып инәбеҙ. Быймалар эсенә ҡар тула, бейәләйҙәр боҙ булып ҡата, муйындағы шарфтар ипһеҙ сиселеп бөтә, биттәр аллана, ҡулдар сәңкеп туңа. Яҙғы ташҡындар мәлендә лә лысма һыу булып “карап” йөҙҙөрәбеҙ. Әммә беҙ һыуыҡҡа бирешмәнек. Ә хәҙерге балалар саҡ ҡына ел өрһә лә, сәсрәп ауырырға ғына тора нишләптер.

Һыуыҡтар төшөү менән ҡар бәрешеп уйнаған, күмәкләшеп тау шыуған саҡтарыбыҙ иҫкә төштө. Санабыҙҙы һөйрәп, йә пакет тотоп алып сығып китәбеҙ ҙә, тамам ҡараңғы төшмәйенсә ҡайтып инеү юҡ. Беҙҙең урам тау башында урынлашҡан. Шуға шыуа торған еребеҙ кәртә артында ғына. Шунда йөрөһәк, әсәйем ҡысҡырып саҡырып ҡайтарып ала кис еткәс. Шунһыҙ ҡайтыу юҡ. Әммә беҙ яҡындағы тауға ғына мөрхәтһенмәй, әхирәтем менән ауылдың икенсе осондағыһына барып тарығабыҙ. Унда күперҙең теге яғында йәшәгәндәр бер команда булып берләшеп, был яғындағыларға ҡаршы алыш башлана. Эй, бер-беребеҙҙе тау башынан этеп төшөрөргә тотонабыҙ шунан. Ҡайһы яҡ күберәк кешене этеп төшөрә, шул еңеүсе, йәнәһе. Ул арала бейек тауҙан санаға ултырып та, ятып та, тороп та шыуабыҙ. Ҡолап-аунап киткән саҡтар ҙа була. Саналарҙы бер-береһенә бәйләп паровоз яһап та сырмалышып бөтәбеҙ әле. Нимә генә эшләһәк тә, әсәйҙәребеҙ имгәнеп ҡуймаһын был тип алдан-арттан сығып, әпәүләп йөрөмәне. Башты ярған, имгәнгән саҡтар ҙа күп булды. Хәҙер генә ул балаларҙы “өф” итеп кенә торабыҙ. Ҡолап китмәһен, тегендә бармаһын, бында йөрөмәһен тип эргәһендә генә өлтөрәп йөрөргә әҙербеҙ.
Ҡарын да рәхәтләнеп ашай инек, эйе бит? Уның тәмлелеге. Ҡап-ҡара ыҫмала сәйнәгәнде иҫләйһегеҙме? Тәм генәһе ниндәй булғандыр, бөтөнләй хәтерҙә түгел. Әммә ихласлап сәйнәй инек. Урам араһында йүгереп йөрөп асығып китһәк, тиҙ генә өйгә инеп икмәк һынығы эләктерәбеҙ ҙә, тағы сығып таябыҙ. Бигерәк тә ҡышҡы һыуыҡта икмәк үҙенә күрә тәмле ине. Ошо мәлдәрҙә әсәйҙәребеҙҙең: “Теге бысраҡ, был бысраҡ. Был ерҙе тотма, теге ергә теймә. Ҡулыңды йыу,”—тип туҡтауһыҙ тыҡып тороуын хәтерләмәйем. Ҡар бик таҙа ла булмағандыр инде ул. Ыҫмалаһын әйтеп тораһы ла түгел. Билгеле, микробтар мыжғып тора унда. Уйнап йөрөгән арала икмәк ашағанда ла ҡулды йыуыу юҡ. Әммә шуға ҡарамаҫтан, ныҡ һәм сәләмәт булдыҡ беҙ. Сәсрәп китеп ауырыған саҡтар һирәк булды.
Ҡышҡыһын өйгә лыс ҡар булып, боҙҙай ҡатып бөткәс кенә ҡайтып инәбеҙ. Быймалар эсенә ҡар тула, бейәләйҙәр боҙ булып ҡата, муйындағы шарфтар ипһеҙ сиселеп бөтә, биттәр аллана, ҡулдар сәңкеп туңа. Яҙғы ташҡындар мәлендә лә лысма һыу булып “карап” йөҙҙөрәбеҙ. Әммә беҙ һыуыҡҡа бирешмәнек. Ә хәҙерге балалар саҡ ҡына ел өрһә лә, сәсрәп ауырырға ғына тора нишләптер.
Йәйгеһен көнө буйы Һаҡмар буйынан ҡайтып инмәй инек. Нисек асыҡмағанбыҙҙыр. Эргәлә өлтөрәп торған өлкәндәр ҙә юҡ. Ата-әсәйҙәр көнө буйы баҫыу буйында, совхоз эшендә. Бөгөнгө көндә балаларҙы үҙҙәрен генә һыу төшөргә ебәреүе лә ҡурҡыныс. Әллә артыҡ әпәүләйбеҙ, әллә, ысынлап та, заманаһы ҡурҡыныс.
Ә ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә тимерҙе ялауҙарсы. Ярамай икәнен белһәк тә, эй ялап ҡарағы килә торған ине. Унан һуң телең йәбешһә, әсәйгә бер бәлә бит инде. Ә һин шуны ялап ҡарамаһаң, һин түгел.
Ҡыйлыҡ араһында соҡоноп яңы “тәтәйҙәр” табып алыу ҙа беҙҙең өсөн үҙенә күрә бер шөғөл булды. Беҙ бала саҡта ауылдың теге йәки был мөйөшөндә ҙур булып өйөмдәр ята торған ине. Халыҡ шунда алып барып ҡый-һайын ташлай. Ә беҙ әхирәтем менән кәсә ярсыҡтарын, эшлектән сыҡҡан тараҡ һәм башҡа ыуаҡ-төйәк йыйып бер булабыҙ. Кемдер ҡый ташлаған ыңғайы барып, матурыраҡ һәм дә еллерәк нәмәләрҙе эләктерһәң—һин шәп! Ҡыйлыҡтан “тәтәй” йыйып күңел булғас, кукуруздан ҡурсаҡ та әтмәләп алабыҙ үҙебеҙгә. Хәҙерге балалар ҡый араһында соҡоноп йөрөү түгел, ҡайһы бер ерҙә ишек тотҡаһына яңылыш тотонһа ла ҡотобоҙ оса. Әлеге лә баяғы бысраҡ һәм дә микробтар, йәнәһе. Ә инде кукуруздың нимә икәнен кескәйҙәрҙең күптәре белмәйҙер ҙә әле.
Шәкәрҙең зарарлы икәнен дә белмәй үҫте беҙҙең быуын, майлы икмәк, ҡоймаҡтарын да рәхәтләнеп ашаныҡ. Ҡаймағынан да баш тартманыҡ. Ә инде глютендың ни икәнен дә белмәнек. Хәҙер килеп балаларға шәкәрле ярамай, ныҡ майлыһы ла зарарлы. Глютенлы аҙыҡтан баш тартыу ҙа зарур.
Беҙҙең өсөн “Рама” хәтәр тәмле “май” ине. Уның “сливочный май” булыуына ихлас ышандыҡ. Әммә есеме шулай ҙа маргарин булды бит. Ҡалай элек хатта маргарин да иҫ киткес тәмле булған, эйе бит? Табынға әсәйҙәребеҙ “Юпи”, “Инвайт” кеүек порошоклы “сок” ала. Шунан йөрөйбөҙ ауыҙ-моронобоҙ йәшелле-күкле, ҡыҙыллы-һарылы булып. Буяғысҡа аллергия булып йонсоған саҡтар ҙа хәтерҙә түгел. Хәҙер генә ул балаларыбыҙ шул ғәләмәттән йонсой.
Эх, мәңгелектә тороп ҡалған бала сағыбыҙ. Бигерәк күңелле булған шул. Хәҙерге балаларҙың бала сағы юҡ кеүек булып китә. Шулай ҙа уларҙың да үҙенә күрә йәме, тәме барҙыр инде ул...
Ни өсөн замана балалары кәрһеҙ, ә беҙ шундай әрһеҙ булғанбыҙ икән?
Нәркәс Алсынбаева
Читайте нас: