Элек гәзит килеүен дүрт күҙ менән түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Сөнки почта йәшнигендә, хуш еҫ сығарып торған гәзит-журналдарҙан тыш, йыраҡтан килгән хаттар ҙа була торған ине. Хәҙер “Вконтакте” йә башҡа социаль селтәрҙәр аша яңы дуҫтар тапһаҡ, ул ваҡытта ғүмере күрмәгән кешеләр менән хатлашыу булды.
“Аманат” журналындағы “Хат яҙышайыҡ әле” рубрикаһы, моғайын да, күптәргә таныштыр. Шул арҡылы үҙеңә яңы дуҫтар табаһың, иҫең-хушың китеп хат алышаһың. Минең дә ошо рубрика аша танышҡан Белорет районынан—Гөлдәр һәм Хәйбулланан Гөлсибәр исемле әхирәттәрем булды. Улар менән осрашырға тура килмәне, шулай ҙа күңелемдә матур бер хәтирә булып уйылып ҡалдылар. Шул тиклем ниҙәр яҙышҡаныбыҙҙы хәҙер инде аныҡ ҡына иҫләмәйем дә. Уныһы мөһим дә түгелдер. Иң мөһиме: “тере хаттарҙан” күңел йылыһы бөркөлә ине бит. Ҡыйыш-мыйыш итеп яҙылған булһа ла, уларҙы уҡыу шул тиклем рәхәт һәм ҡыҙыҡ.
Беҙ студент булғанда ла хат алышыу йәшәй ине әле. Йыш ҡайтыу мөмкинлеге булмағас, ата-әсәйемә оҙон-оҙаҡ итеп хат яҙам. Уҡыу барышын, ҡайҙарҙа йөрөүемде тәфсирләйем. Аҙнаһына нисә буханға икмәк ашауыбыҙға тиклем яҙып ҡуям. Аҙаҡ яуап яҙыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Ул арала әрмелә хеҙмәт иткән класташ егеттәргә лә хат һыҙмаҡлайым. Үҙҙәренән яуап алыу ҙа үҙе бер ҡыуаныслы хәл ине минең өсөн.
Хәҙер генә ул хат көтөп зарығып ултырыр әмәл юҡ. Хәбәрҙәр көттөрөп, һағындырып ҡына килмәй. Яуапты бер нисә секунд, минут эсендә генә лә алырға мөмкин. Ер шарының әллә ҡайҙа ятҡан сигендә булған хәлдә лә, яҡындарыңды күреп һөйләшеү саралары бар. Күҙ һәм ҡулдарҙы талдырып яҙып та аҙапланмайбыҙ, тиҙ генә “вацап” аша тауыш менән генә хәбәр ебәрәбеҙ ҙә, вәссәләм.
Шулай ҙа осраҡлы ғына рәүештә ҡулдан яҙылған хат, йә открытка алһаң, күңелгә рәхәт булып китә. Яңыраҡ бер әхирәтем шулай ҡыуандырған ине.
Хат алышыу ғына түгел, ғөмүмән, ручка тотоп яҙыу миңә һәр ваҡыт оҡшай ине. Әле лә блокнотҡа көндәлек эштәрҙе яҙып барыуҙан, ҡайһы бер дәрес-фәләндәремде конспектлауҙан айырым бер ләззәт табам. Тулыһынса компьютерҙа баҫыуға күсеп бөтөп барған ваҡыттарҙа ла, мәҡәләләремде иң тәүҙә ҡағыҙ битенә яҙып бер булдым. Улай итһәң, хаталарҙы ла әҙерәк ебәрәһең икән. Хәҙер инде ручка тотоп булашыу юҡ. Башҡа килгән нәмәне шунда уҡ компьютер клавишаһында ғына шытырлатабыҙ. Ҡайһы саҡта хата-матаһын да тикшереп торорға форсат тапмайбыҙ әле.
Ә һеҙ хат алышырға яраттығыҙмы? Хәҙер ручканы ҡулығыҙға йыш алырға тура киләме?