Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
5 Ноябрь 2019, 21:12

Кис ултырып бәйләм бәйләй-бәйләй...

Кис ултырып бәйләм бәйләй-бәйләй...Хәтеремдә һаман, күңеленә тыныслыҡ таба алмаһа, ҡайҙа барып төртөлөргә, нимә эшләргә белмәһә, өләсәйем дә ҡолғаһын индереп йөн бора башлай торғайны. Орсоғоноң урындыҡ ситендә "дррын"- тип өрөлөп китеүен ҡыҙыҡ күрә инем. Өләсәй иләй, аҙаҡ ҡатлап сирата, аяҡлап йыуа ине йөндө. Аҙаҡ кипкәс, шул йөндө ике ҡулға кейеп кире йомғаҡларға мин ярҙамлаша инем...

Ҡапыл килде быйыл ҡыш. Шыңшып епшек ҡар яуҙырып, бер иретеп кире туңдырып ыҙалатманы тиерлек. Шулай ҙа өшәнес һыуыҡтан ҡасып тиҙерәк йылыға инге, аяҡ-ҡулды йылы бейәләй-ойоҡбаш менән иҙыратҡы килә. Ауыл өйҙәренән иртүк ҡалҡҡан ап-аҡ төтөн һалҡынса көндө йылытып маташҡандай. Юҡ, барыбер һыуыҡ үҙенекен итә—өшөтә.
Ҡул эшенә оҫта, тилбер хужабикәләр ошо мәлдә кис ултырып булһа ла ойоҡбаштар бәйләй. Килешәм, күптәр хәҙер төрлө-төрлө магазин ойоҡтарына өҫтөнлөк бирә. Кемдер аллергия тип һарыҡ йөнөнән ҡаса, кемдер ҡылы ҡойола тип һылтаулай, тик шулай ҙа, минеңсә, иң йылы һәм иң арзаны үҙең иләп бәйләгән кейем. Магазин кәштәләренә тулған һәр төрлө бейәләй-ойоҡтар, бер инәй әйтмешләй, йәштәрҙе ялҡауға ғына һалыштыра. Белмәгәндең беләге тыныс. Күҙ бөтөрөп, нервы түгеп тә тормайым, ваҡыт юҡ, ти берәүҙәре. Өләсәйҙәре, әсәйҙәре бәйләгән ҡул бәйләмәләрен ҡәҙерләп кейгән, өйрәнергә ынтылған гүзәл затҡа, ябай йөндән иләп, әллә күпме мөғжизә тыуҙырған ҡулдарға һәр саҡ һоҡланам.
Тынысландырыу һәләтенә лә эйә ул бәйләм бәйләү, ауыҙ эсенән мөңрәп кенә йырлап сырт-сырт энәләрен алмаштырған инәйҙәргә иптәш булып ултырғаным да булды бала саҡта.
Хәтеремдә һаман, күңеленә тыныслыҡ таба алмаһа, ҡайҙа барып төртөлөргә, нимә эшләргә белмәһә, өләсәйем дә ҡолғаһын индереп йөн бора башлай торғайны. Орсоғоноң урындыҡ ситендә "дррын"- тип өрөлөп китеүен ҡыҙыҡ күрә инем. Өләсәй иләй, аҙаҡ ҡатлап сирата, аяҡлап йыуа ине йөндө. Аҙаҡ кипкәс, шул йөндө ике ҡулға кейеп кире йомғаҡларға мин ярҙамлаша инем. Әҙер йомғаҡтарынан әсәйем ойоҡтар бәйләй. Эш араһында ғына булһа ла ыратып өлгөрә ине. Бәйләме урындыҡ ситендә ятып ҡалһа, ҡулға алып бер-ике күҙен сисеп, кире кейҙерә инем, бәйләнем йәнәһе лә. “Ҡанале, үҙеңә өйрәтәйем”,—тип ҡулыма энә-йомғаҡ тотторманы әсәй. Урындыҡ өҫтөндә әсәйҙең яурыны аша күҙгә күҙ элгәнен ҡарап өйрәндем. Күҙ салып алғаны ҡыҙыҡ, уныһын да аңға һеңдерҙем. Хәтеремдә шулай уҡ тәүге бәйләмгә тотонғаным да. Әсәй эшкә китте. Бәләкәс-бәләкәс йомғаҡтар (аҡ-ҡара төҫтәге ҡалдыҡ-боҫтоҡтар) табып (нисек күҙ йыйғанмындыр инде?!) арыуыҡ бәйләп ташланым. Шул тиклем мауыҡҡанмын, әсәй эштән ҡайтҡанда ла бәйләп ултырғанмын. Ҡыҙыҡ күреп тотоп ҡараны эшемде әсәй, иҫләйем : "О-о-о, ҡыҙым оҫта икән, биҙәкләп тороп бәйләгән!"—тип мине маһайтып ебәрҙе. Эй, ҡыуандым. Ала-сола, тишек-тошоҡ , егерме-егерме биш сантиметрҙай бәйләмәмде берсә шарф итеп муйыныма урап ҡараным, берсә тәпешкә итәм тип аяҡҡа бәйләп маташтым.
Кәрәкле йомғаҡтарҙы тотоноп, уларҙы кире һүтә алмай әсәйҙән әрләнеп тә бөтә инем.
Бала саҡта ҡыҙыҡ күргән шөғөл әле лә ялҡытмай. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә интернет киңлеген генә айҡамайым, арҡамды йылы мейескә терәп ойоҡ бәйләйем. Эйе, иләүен дә үҙем атҡарам. Балаларым бәләкәй саҡтарында бәйләп бөткәнемде эргәмдә көтә лә, яңы ойоҡто кейеп, боҙ өҫтөндә йөрөгәндәй, иҙәндән шыуып ҡарай ине. Әйтерһең дә, мин уларға коньки әтмәлләп биргәнмен. Хәҙер балалар үҫте, йөн ойоҡҡа йөҙ сиралар. Шулай ҙа һәр береһенә инселәп бәйләп һалам, ялға ҡайтҡандарында күрмәй ҙә ҡалам эләктереп кейеп тә китәләр. Ҡыш ҡаты бит беҙҙең яҡтарҙа.
Килен булып килгән саҡта ҡәйнәм менән ярышып бәйләй инек. Ҡарыуы ҡайтып, күҙҙәренең нуры һүрәнләнгәс, ойоҡ бәйләү ҡулынан төштө ҡәйнәмдең. Аяғынан быйма өҙмәһә лә, гел аяҡ өшөй тип зарланғас, бер йылды ойоҡ бәйләнем үҙенә. Ҡушып ҡайныма ла бәйләнем. Эй, ҡыуаныуҙары!
Кеше олоғайһа бала аҡылға әүерелә тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. “Ҡайның ингән бер кешегә аяғындағы ойоғон күрһәтеп тик ултыра”,—тип көлдөрҙө ҡәйнәм. Элек әсәй аҡлы-ҡаралы юлаҡтар һалып ойоҡ бөтөрөп бирһә, беҙгә килгән инәйҙәргә аяғымдағын күрһәтәм тип, мин дә урындыҡҡа бот һоноп ултыра торғайным...
Заман башҡа—заң башҡа, тиһәләр ҙә, ҡул көсө, күҙ нуры талап иткән бәйләм бәйләү юғалмай әле. Дебет шәлдәр юғалмай, мамыҡ шарфтар, күпереп торған семәрле йөн бейәләйҙәр матур ҙа зауыҡлы ла!
Тышта һыуыҡ. Ноябрь төнө. Күҙҙән күҙгә , энәнән энәгә һыр күсерә ҡулым... Һәр йөйө, һәр биҙәге күҙ нурыма мансылған, һәр элмәгенә ҡайнар ҡул йылым тейгән был бәйләм нисек йылы булмаһын инде шунан?!
Беләм, был минутта бер мин генә түгел, бик күп әсәй-өләсәйҙәр балаҡайҙарына һаулыҡ, иманлы тәүфиҡ теләп, төн йоҡоларын бүлеп йылы өләшә...
Миңзәлә Сирғәлина.