Аҡ күңелгә яғылған ҡара һөрөм
Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Алтын көҙҙөң илаҡ көнө. Әсе ел ағас ботаҡтарынан һары япраҡтарҙы аяуһыҙ йолҡоп ала ла, өйөрөлтә биреп, ергә һибә. Күктәге шыҡһыҙ ҡара болоттарҙан, ваҡ ҡына тамсы булып, һуҡыр ямғыр һибәләй.Мин золом ҡорбандарына бағышлап асылған өнһөҙ таш стелла янында ҡатып ҡалғанмын. Алҡымға тығылған төйөн тынымды ҡыҫа, күҙ йәштәремә быуылам. Унда минең ҡартатайым, әсәйемдең атаһы, Маликов Хажғәле Ғәлиулла улының да исеме бар. Уйҙарымдан уйылып китеп ҡабат-ҡабат ундағы исем-фамилияларҙы барлайым. Ә туҡтауҙы онотҡан ямғыр тамсылары стелла буйлап аға ла аға. Миңә ул нахаҡтан хөкөм ителеп киткән ил ағаларының, балаларының, ваҡытһыҙ тол ҡалып, нужа ҡамыты кейгән ҡатындарының күҙ йәше шулай ағып төшә һымаҡ.
Ҡартатайым 1896 йылда тыуған. Малай сағынан Ҡана заводы байҙарына көтөүсе була. Урыҫ теленә, уҡырға, яҙырға өйрәнә. Ул бик үткен, зирәк, аҡыллы егет булып буй еткерә. Герман һуғышы башланғас ҡартатай ҙа һалдат шинеле кейә. Фронтта ул большевиктар партияһына инә, башҡорт атлылары дивизияһы составында Петроградты Юденичтән һаҡлауҙа ҡатнаша. Баһадир кәүҙәле, янып торған зәңгәр күҙле башҡорт егете имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.Өләсәйем Фәхирә һылыу менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ул 1924-1927 йылдарҙа Баймаҡ милицияһы начальнигы булып эшләй. Унан Түбә рудоуправлениеһында участка начальнигы була. Аҙаҡ уны ӀӀ Этҡолға прораб итеп ҡайтаралар. Этҡолда ул бик күп эштәр башҡара: Германиянан пилорама ҡайтарта, (Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, шул пилорама арҡаһында Этҡол халҡы асыҡмай, хәрби заказ буйынса ағас әҙерләй, аҙыҡ-түлек паегы алалар), ауылда клуб, магазин һалдырта.
Ана шулай дәртләнеп эшләп йөрөгән, дүрт балаға атай булып өлгөргән, өлгөлө ғаилә башлығы ҡартатайымды 1937 йылда төндә килеп алып китәләр. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Ниндәй генә язаларға дусар булып, ҡайһы тарафтарҙа ғына яталыр ҡартатайымдың аҫыл һөйәктәре.
Өләсәйем Фәхирә Маликова, дүрт бала менән «дошман ҡатыны» мөһөрө йөкләп яңғыҙ ҡала. Уларҙы йәшәгән өйҙәренән ҡыуып сығаралар. Ауылдан ситтәге бер өйгә сығып йәшәргә мәжбүр булалар. Өләсәйем аслы-туҡлы балаларын бикләп төрлө эштә йөрөй: урман ҡырҡа, һал ағыҙа, урмандан утын ташып, уны бысып, ярып ҡыш мәктәптә ут яға. Этҡол ауылында ла оло йөрәкле, рәхимле кешеләр була. Улар үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, йәшереп кенә, төндә килеп өләсәйҙәргә һөт-ҡатыҡ, башҡа ризыҡ ҡалдырып китәләр. Өләсәйемдең балалары тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Ауырлыҡтарға ҡарамай ике ҡыҙы ла: минең әсәйем Таңһылыу, апайым Рауилә Темәс педтехникумын бөтөрөп уҡытыусы һөнәренә эйә булалар. Бер улы Юнир Маликов армияла фажиғәле һәләк була. Юлай ағайым ғүмер буйы колхозда тимерсе булып эшләне.Минең ҡәҙерле әсәкәйем өсөн ул йылдар эҙһеҙ үтмәгән. Һаулығын юғалта, 1-се Этҡол мәктәбендә уҡытып йөрөгән сағында беренән-бере бәләкәй биш ҡыҙын ҡалдырып, 29 йәшендә генә гүр эйәһе була. Шулай итеп, ҡәһәрле репрессия йылдары минең өсөн дә эҙһеҙ үтмәне, биш йәштә генә етем ҡалып, әсә наҙынан мәхрүм булып үҫтем.
Йомғаҡлап шуны әйткем килә, кешеләр уяу булайыҡ! Ундай ҡара көндәр бер ҡасан да ҡабатланмаһын! Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, бөгөнгө матур тормоштоң ҡәҙәрен белеп йәшәйек. Онотмайыҡ, зинһар онотмайыҡ, нахаҡтан хөкөм ителеп, аҙаҡ аҡланған, шаһит киткән илебеҙҙең аҫыл улдарын!