Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
25 Октябрь 2019, 15:30

Ҡапҡаларҙа—сағыу биҙәктәр

Бәләкәй саҡта кеше ҡыҙыҡ фекерләй бит ул. Мин һәр ауылда рәссам булырға тейеш, тип уйлай торғайным.⠀Автобусҡа ултырып райондың икенсе осондағы өләсәйемә ҡунаҡҡа барғанда, йәки Мораҡтан ӨФӨ-СИБАЙ маршрутына эләгеп Магнитогорскиға сәйәхәт иткәндә, тәҙрә аша күренеп ҡалған һәр ауылды ошо күҙлектән баһалап ҡарап үтә инем. Һәм ауылдың ҡайһы өйөндә рәссам йәшәгәнен шунда уҡ еңел генә асыҡлай инем. Нисек? Рәссам өйөнә талабым ябай ғына ине минең – ул йорттоң ҡапҡаһы башҡаларҙан айырылып торорға, нисектер матурыраҡ биҙәлергә, семәрләнергә тейеш.Ҡайһы бер ауылдарҙа бындай ҡапҡалар өсәү-дүртәү булып китә ине, ә ҡайһыларында бөтөнләй юҡ. Ул саҡта аҙ-маҙ булһа ла биҙәк һалынғанын айырам да, тимәк был ауылдың рәссамы ошонда йәшәй, тип һығымта яһап ҡуям.⠀Ни өсөн тап рәссамды эҙләүемдең сәбәбе – үҙебеҙҙең ауылда ундай оҫтаның булыуы. Ғиниәт олатайым тураһында һөйләгәнем бар инде, һәүәҫкәр рәссам, СССР-ҙың почетлы шахтеры.

Бәләкәй саҡта кеше ҡыҙыҡ фекерләй бит ул. Мин һәр ауылда рәссам булырға тейеш, тип уйлай торғайным.
Автобусҡа ултырып райондың икенсе осондағы өләсәйемә ҡунаҡҡа барғанда, йәки Мораҡтан ӨФӨ-СИБАЙ маршрутына эләгеп Магнитогорскиға сәйәхәт иткәндә, тәҙрә аша күренеп ҡалған һәр ауылды ошо күҙлектән баһалап ҡарап үтә инем. Һәм ауылдың ҡайһы өйөндә рәссам йәшәгәнен шунда уҡ еңел генә асыҡлай инем. Нисек? Рәссам өйөнә талабым ябай ғына ине минең – ул йорттоң ҡапҡаһы башҡаларҙан айырылып торорға, нисектер матурыраҡ биҙәлергә, семәрләнергә тейеш.
Ҡайһы бер ауылдарҙа бындай ҡапҡалар өсәү-дүртәү булып китә ине, ә ҡайһыларында бөтөнләй юҡ. Ул саҡта аҙ-маҙ булһа ла биҙәк һалынғанын айырам да, тимәк был ауылдың рәссамы ошонда йәшәй, тип һығымта яһап ҡуям.
Ни өсөн тап рәссамды эҙләүемдең сәбәбе – үҙебеҙҙең ауылда ундай оҫтаның булыуы. Ғиниәт олатайым тураһында һөйләгәнем бар инде, һәүәҫкәр рәссам, СССР-ҙың почетлы шахтеры.
Донецк шахталарын соҡоған, ҡара күмер сығарған. Әммә ете ҡат ер аҫтында ҡараңғыла эшләһә лә, матурлыҡтың ҡәҙерен белгән, сәскәләр телен аңлаған, күренеш, тип иҫе киткән бер романтик ине. Олатай үҙенең ҡапҡаһына йылдың һәр миҙгеленә тап килгән тәбиғәт күренешен төшөрә ине. Ҡышын - Эйек буйын, яҙын - ярһыу Тасы йылғаһын, йәйен - Ҡоломбәт туғайын, көҙөн - Эйәрлетау итәген. Шул Эйәрлетау итәген төшөрөр өсөн Бикбулатҡа алып барығыҙ тип мәңге эштән бушамаған ҡустыһының – атайымдың башын ҡатырып бөттө. Эйәрлетау уның ҡапҡаһындағы һуңғы һүрәт булды. Үҙе мәңгелек йортҡа киткәс тә сағыу һары төҫтәр менән ауыл урамын йәмләп ултырҙы.
Ҡапҡа биҙәү мин бәләкәй саҡтарҙа ауылдарҙа киң таралған бер ғәҙәт ине бит ул. Ярышып ҡапҡа биҙәнеләр ул саҡта. Атайым да йыуан ҡарағайҙан бүрәнәләр ултыртып ҡуйып, ҙур ауыр урыҫ ҡапҡаһын эшләп ҡуйҙы. Рәт-рәт итеп буй ҡағылған күк төҫтәге таҡталар - аяҙ күк йөҙөн һәм Эйек йылғаһын, ә ҡыя ҡағылған йәшелдәре ҡарағай ағасын һынландыра. Атайым үҙе лә Эйектә балыҡ тоторға, арыған саҡтарында Аҡтау итәгендәге ҡарағай урманына барып ял итергә яратты. Ауылдаш ағай-олатайҙар ҙа ҡапҡаларын төрлөсә биҙәне. Кемдер семәрәләне, кемдер сәскә биҙәк ҡуйҙы, кемдер орнамент һалды. Матурлыҡ яратҡан оҫталар күп ине ауылда.
Ине тип, оҫталар бөгөн дә күп ауылда. Тик бер мәл уларҙың үҙ-ара ярышы нисектер туҡтап ҡалды. Совхоз менән лесхоз бөттө, мәктәп ябылды. Ҡапҡа биҙәп ярышыу ҡайғыһы булмағандыр ауылдаштарымдың. Ә бәлки биҙәктәр хәҙер миңә бала саҡтағы кеүек сағыу булып күренмәйҙер. Ә бәлки хәҙер ҡапҡалар башҡараҡтыр. Барҙыр, уныһы ла барҙыр.
Киләһе йыл зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителеүе ошо ауылымдың матур ҡапҡалары тураһындағы хәтирәләрҙе яңыртты әле. Матур ҡапҡа йорт күрке генә түгел, ауыл күрке лә икән. Тормош ауырлыҡтары ҡапҡаларҙағы сағыу биҙәктәрҙе юйғандыр, бәлки. Тик күңел түрендәге рәссамдарҙы юғалтмаһаҡ икән. Матурлыҡҡа ынтылайыҡ, күңел ҡапҡаларын зауыҡлы килеш тотайыҡ!
Г.Иштанова
Читайте нас: