Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
18 Октябрь 2019, 17:20

АУЫЛЫМ ИНӘЙҘӘРЕ

Ауылым инәйҙәре хаҡында күңелемдә яҡты уйҙар йөрөтәм. Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылының Мифтахетдин Аҡмулла урамында Шәмсинур, Рафиға, Разия, Зифа, Fилминур, Мәхүпъямал, Фазила, Бөртөкбикә, Нурия, Гөлйәүһәр, Маһикамал, Камила һәм Бибиниса исемле инәйҙәр йәшәне. Әле уларҙың дүртәүһе генә иҫән.

Ауылым инәйҙәре хаҡында күңелемдә яҡты уйҙар йөрөтәм. Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылының Мифтахетдин Аҡмулла урамында Шәмсинур, Рафиға, Разия, Зифа, Fилминур, Мәхүпъямал, Фазила, Бөртөкбикә, Нурия, Гөлйәүһәр, Маһикамал, Камила һәм Бибиниса исемле инәйҙәр йәшәне. Әле уларҙың дүртәүһе генә иҫән.
Тормоштоң бар ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыһалар ҙа, улар ихласлыҡтарын, дәрттәрен юғалтманы. Бигерәк тә Мәхүпъямал инәй шаянлығы менән алдыра торғайны. Концерт килһенме, байрам булһынмы, бейергә төшөп китер, һәр саҡ мәрәкәле һүҙҙәре менән көлдөрөп, күңелдәрҙе күтәрер ине. Арпа, сөйәл, өсйәнде имләүсе, мейе ултыртыусы ла булды. Бер ҡасан да насар кәйефтә йөрөмәне, килгән кешеләрҙе кире ҡаҡманы. Апһыны, күршеһе, ғүмере буйы совхоз бейәләрен һауыусы Fилминур инәй менән байрамдарҙа бал итәкле күлдәктәрен кейеп, камзулдарының тәңкәләрен сыңлатып, һәлмәк баҫып урам буйлап үтеп киткән саҡтары әле лә күҙ алдымда.
Ҡасандыр төҙ кәүҙәле, аҙ һүҙле, мөләйем йөҙлө, кәрәк саҡта ҡатыраҡ холоҡло, һылыу Фазила инәйем хәҙер бирешкән. Шулай ҙа уның урамға сығып йөрөүен күреү генә лә күңелгә рәхәтлек өҫтәгәндәй.
Бөртөкбикә инәй иһә сәсән телле булды. Ниндәй генә байрам булмаһын, ул шиғыр, мөнәжәт, бәйеттәр әйтте. Бигерәк оҫта ҡуллы булды үҙе. Емеш-еләктән ҡаҡ ҡойоу тиһеңме, бәйләү, тегеү булһынмы—барыһын да булдырҙы. Уның күршеһе Нурия инәйҙе иһә республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә танып белделәр. Ул Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың фатихаһы менән халыҡ имсеһе булып танылыу алды. Быуындарының һыҙлауына зарланып килеүселәрҙе ҡараны. Хатта ҡайһы берҙә табиптар: ”Башта Нурия инәйгә барып күренегеҙ әле,”—тип сирлеләрҙе уға йүнәлтеп ебәргәндәр. Аҡ йөҙлө, сылтырап аҡҡан шишмәне хәтерләтеүсе гәлсәр тауышлы инәйҙе әле лә юҡһынабыҙ.
Зифа инәйгә килгәндә, ул урамыбыҙ инәйҙәре араһында иң йәше ине. Бар яҡтан да килгән, әле лә төҫ ташламай, исеме есеменә тура килеп торған кеше оло юғалтыу кисерҙе. Илле йылдан ашыу бергә ғүмер иткән тормош юлдашы баҡыйлыҡҡа күсте. Был ҡайғыны ауыр кисергән инәйем артабан йәшәргә көс табырға, инде ҡайһы берҙәре үҙҙәре өләсәй-ҡартатай булып өлгөргән балаларына терәк булырға тырыша.
Гөлйәүһәр инәйебеҙҙе лә яҙмыш бер-бер артлы ҡайғы-хәсрәттәрен, юғалтыуҙарын ебәреп һынай килә. Бөтмөр, егәрле, тыныс инәй хәҙер йыш сирләй, тиҙәр. Бәләкәй сағымда уның мейес сығарыуҙары ла иҫемдә. Уның күршеләре Маһикамал, Камила инәйҙәр ҙә күптән гүр эйәһе булды. Маһикамал инәй иртә аяҡтан яҙып, атлауҙан мәхрүм булған кеше ине. Мәктәпкә барған-ҡайтҡан саҡтарымда уның тупһала ултырған саҡтарын йыш күргеләнем. Камила инәй көр тауышы менән барыһынан да айырылып торҙо. Мыҡты кәүҙәле, ҙур, матур күҙле, һылыу ҡатын булды. Бибиниса инәйҙең холҡон иҫләмәһәм дә бигерәк ҡаҡса, нәҙек, оҙон буйлы булыуы хәтеремдә уйылып ҡалған. Шәмсинур инәйҙең дә һаулығы ныҡ ҡаҡшаған тип ишеттем. Күршеһе Рафиға инәй менән улар апалы-һеңлеле кеүек ҡатнашып йәшәне. Икеһе лә тормош һынауҙарына бирешмәй балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләне. Разия инәй ҙә яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылып, бик күп юғалтыуҙар кисереп, тормоштоң әсе елдәренә бирешмәйенсә донъя көтөп, балаларын бер үҙе үҫтереп, әжәлгә генә көсө етмәйенсә, етмеш бишен дә тултырмай китеп барҙы.
Бер генә урам, ә күпме кеше яҙмыштары ярылып ята унда! 20-се быуаттың бөтә афәттәрен күргән, үҙ иңдәрендә татыған кешеләр бит улар. Һағындыра, юҡһындыра инәйҙәремде. Баҡыйлыҡҡа күскән инәйҙәремдең ятҡан урындары тыныс, йәндәре йәннәттә була күрһен. Ә иҫәндәренә—Зифа, Фазила, Гөлйәүһәр, Шәмсинур инәйҙәремә тыныс, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, оҙон, бәхетле ҡартлыҡ насип булһын!
Фото ауыл архивынан.