Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
14 Август 2019, 09:57

Буранбай Искужинды яндырғандар

Күстәнәстәр төрөп, пакеттың иң өҫтөнә бүләк һалып алып Буранбай Искужинға киттем. Теләгем изге - уны тыуған көнө менән ҡотлап ҡыуандырыу.

Күстәнәстәр төрөп, пакеттың иң өҫтөнә бүләк һалып алып Буранбай Искужинға киттем. Теләгем изге - уны тыуған көнө менән ҡотлап ҡыуандырыу. Буранбай пакетты ҡулына алып эсенә ҡарап алғас былай тине:
- Яҙыусы исемен йөрөтһәң дә үтә белекһеҙ икәнһең, мырҙа!
- ?!?
- Бүләктең иң өҫтөнә бер ярты араҡы һалырға тейеш инең?
- Бында, дауалау учреждениеһында эсергә ярамай бит.
- Кем эсә? Мин дә шайтан һыуын ауыҙыма алғаным юҡ, сөнки эскелектең оло гөнаһ икәнлеген яҡшы беләм, мәгәр аңға һеңгән йоланы урын-еренә еткереп үтәү фарыз!
Хлорка еҫе һеңгән, дарыу ҡырҡыулығы танауҙы ярып алып барған тубдиспансерҙың коридорында оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултырғандан һуң, ул мине оҙатырға күтәрмәгә сыҡты. Өҫтөндә алама ғына дауахана пижамаһы, аяғында ҡатып бөткән шипатайҙар. Тышта көн һалҡын, һалҡын ғына түгел, өтөп алып бара.
– Буранбай, нишләп кейенеп йөрөмәйһең?
– Әйтеүе оят, кейемдәремде яндырғандар…
– Нисек?!
– Эш шунда, бында минән тыш тағы ла бер Искужин ята ине. Элекке көн ул үлеп ҡалған. Билдәле, туберкулезниктың әйберҙәрен кире ҡайтарып бирмәйҙәр, ут тамағына ебәрә лә ҡуялар. Шул Искужиндыҡы тип минекен яңылыш яҡҡандар, свулыштар. Ҡышҡы селләлә шыр яланғас тороп ҡалынды. Мужыт, ярҙам итерһең?..
Был миңә йәлләнес итеп ҡарай. Иртәгеһен куртка, кәпәс, ботинкалар, костюм-салбар табып Буранбайға илттем.
Бер нисә көндән тубдиспансерҙың баш табибы шылтырата:
– Нишләп Искужинға кейем-һалым килтереп ҡасырып ҡайтарҙығыҙ? Беләһегеҙ, ул бит етди сирләй.
– Уның өҫ-башын яҡҡанһығыҙ түгелме?
– Эйе, яғырһың яҡмай ҙа, Искужин башта һине өтөп ашар әле!
Шул һыпыртыуынан Буранбай бында ҡабаттан килмәне. Яҙ көнө ауылына ерләргә генә барҙым…