Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
8 Июль 2019, 10:23

Алтынға бәрәбәр парлы ғүмер

Тау-урманлы Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында тыуып үҫеп, таусылар төйәге Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһын үҙһенеп, ошонда матур тормош ҡорған Fәзимә менән Зәкир Бураншиндарҙы ауылдаштары уңған, эшһөйәр ғаилә тип белә. Улар бер-береһен аңлап, донъя йөгөн тигеҙ тартып, мөхәббәт емештәренә—балаларына матур тәрбиә биреп үҫтергән, күптәргә өлгө булып йәшәүсе бәхетле парҙарҙан һанала.

Тау-урманлы Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында тыуып үҫеп, таусылар төйәге Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһын үҙһенеп, ошонда матур тормош ҡорған Fәзимә менән Зәкир Бураншиндарҙы ауылдаштары уңған, эшһөйәр ғаилә тип белә. Улар бер-береһен аңлап, донъя йөгөн тигеҙ тартып, мөхәббәт емештәренә—балаларына матур тәрбиә биреп үҫтергән, күптәргә өлгө булып йәшәүсе бәхетле парҙарҙан һанала.
Зәкир ағай Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында мастер, ер аҫты юлын ҡаҙыусы, участка начальнигы ла булып эшләй һәм ҙур абруй ҡаҙана. Оҫта ҡуллы Fәзимә апай ҙа һыната торғандарҙан түгел, көнкүреш комбинатында маҡтаулы тегенселәрҙән була, 35 йыл ғүмерен яратҡан эшенә бағышлай. Бураншиндар икеһе лә хеҙмәт ветераны.
Ике ул ҡанат нығыта был тырыш ғаиләлә, икеһе лә атайҙарының һөнәрен дауам итә. Өлкәне Азамат «Вишневка» шахтаһында уңышлы эшләп йөрөй. Кәләше Таңсулпан менән бәхетле ғаилә ҡорған. Айзилә, Азалия исемле ҡыҙҙар, Арыҫлан исемле ул үҫтерәләр. Икенсе улдары Рәил—Бүребайҙа шахтер. МТС-та иҡтисадсы булып эшләүсе ҡатыны Раушания менән улдары Руслан, Вилданды тәрбиәләйҙәр.
Әсәй фатихаһы, атай кәңәше, ярҙамы менән ике улдары ла матур итеп өй һалып ингән.
Бураншиндарҙың шәхси хужалығы ла ҙур. Күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Был эштә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре оло ярҙамсы.
—Тормошта үҙеңде бәхетле тойоу өсөн ғаиләңдә ышаныслы терәк, үҙ-ара аңлашыу, бер-береңде хөрмәтләү булырға тейеш,—тип уйлайым ти хужабикә.—Был йәһәттән мин бик уңдым, тормош иптәшем бик тырыш, бер минут та тик ултырырға яратмаған кеше, бар яҡтан да өлгөлө, хәстәрлекле атай.
Уңған хужаларҙың йорт тирәһе лә балҡып тора. Бөтә ерҙә тәртип, бөх-тәлек, йорт эсен бүлмә гөлдәре биҙәй, ихата иртә яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр сәскәләргә күмелеп ултыра.
Fәзимә Бураншина—ағинәйҙәр ҡорон ойоштороусыларҙың береһе. Ха-лыҡ театры өсөн сценарийҙар ҙа яҙа ул. Халыҡ театрына ла ире менән парлашып йөрөп, төрлө ролдәр башҡарыуға әүәҫ. Быйылғы Театр йылында айырыуса әүҙем Бураншиндар.
—Әле сәхнәгә сығара торған образдарым, хәтирәләрем күп. Сценарий яҙыуымды ташламай, һә-үәҫкәр театрҙарға тәҡдим итеп ҡарарға уй бар,—ти Fәзимә Бураншина.
Нисек кенә булмаһын, ғүмер көҙөнә пар ҡанатың менән инеү, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр хөрмәтен парлап татыу—оло бәхет.
Сәлимә Байгилдина.
Хәйбулла районы.