АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
11 Июнь 2019, 15:57

60 ЙЫЛ ҮТҺӘ ЛӘ...

Эйе, беҙҙең Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбен тамамлауыбыҙға алтмыш йыл да булып киткән. Юлдыбай,һис шикһеҙ, республикабыҙҙың данлыҡлы, тарихи ауылдарының береһе. Ул—халҡыбыҙҙың бик күп сәнғәт оҫталарының, ғалимдарының, башҡа арҙаҡлы шәхестәренең тыуған төйәге. 2006 йылда уның данлы 800 йыллығы беренсе Президентыбыҙ М.Ғ.Рәхимов ҡатнашлығында киң билдәләнде. Тантана ваҡытында Рус дәүләтенә ҡушылыу хөрмәтенә “Ете ырыу” һәйкәле асылды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ауылға тәбиғи газ үткәрелеү, яңы социаль объекттар төҙөлөү шатлығын юл-дыбайҙар менән бергә уртаҡлашты. Өфөлә Конгресс-холда юғары кимәлдә үткән “Беҙ—юлдыбайҙар” концерт программаһы ла онотолмаҫ бер хәтирә булып ҡалды.

Эйе, беҙҙең Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбен тамамлауыбыҙға алтмыш йыл да булып киткән. Юлдыбай,
һис шикһеҙ, республикабыҙҙың данлыҡлы, тарихи ауылдарының береһе. Ул—халҡыбыҙҙың бик күп сәнғәт оҫталарының, ғалимдарының, башҡа арҙаҡлы шәхестәренең тыуған төйәге. 2006 йылда уның данлы 800 йыллығы беренсе Президентыбыҙ М.Ғ.Рәхимов ҡатнашлығында киң билдәләнде. Тантана ваҡытында Рус дәүләтенә ҡушылыу хөрмәтенә “Ете ырыу” һәйкәле асылды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ауылға тәбиғи газ үткәрелеү, яңы социаль объекттар төҙөлөү шатлығын юлдыбайҙар менән бергә уртаҡлашты. Өфөлә Конгресс-холда юғары кимәлдә үткән “Беҙ—юлдыбайҙар” концерт программаһы ла онотолмаҫ бер хәтирә булып ҡалды.
Алтмыш йыл элек данлы ауылдың урта мәктәбенең ике башҡорт, бер урыҫ класын 69 уҡыусы тамамланы. Әлеге ауыл мәктәптәрендә балаларҙың бик аҙ һанлы булыуы, йә булмаһа уларҙың бөтөнләй ябылыуы менән сағыштырғанда Юлдыбайҙағы элекке хәлгә ғәжәпләнергә һәм һоҡланырға ғына ҡала. Был күренешкә аңлатма биреп үтеү ҙә кәрәктер. Заманында элекке Матрай районына ҡараған бөтә
ауыл балалары урта белемде Юлдыбайҙа алды. Етмәһә, ошо ауылда урынлашҡан балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә беҙҙең менән бергә уҡыны.
Юлдыбай мәктәбе данлы үткәне, мәғариф өлкәһендәге күп ҡаҙаныштары менән киң билдәлелек яулаған. Айырыуса ғорурлыҡ менән уның 100 йыллыҡ бай тарихы барлығын әйтергә кәрәк. Эйе-эйе, ул республикабыҙ менән бер йәштә һәм данлы юбиле-йын билдәләйәсәк. Башланғыс уҡыу
йорто күпмелер ваҡыттан һуң ете йыллыҡҡа, ә 1948 йылдан—урта мәктәпкә әйләнә. 1950 йылда тәүге ете уҡыусы өлгөргәнлек аттестаты ала. Улар араһында бөтә республикаға билдәле шәхестәр–яҙыусы Мөслим Әбсәләмов һәм медицина фәндәре докторы Ғоддос Туғыҙбаевтар ҙа бар. Мәктәптә бөтәһе 4000-дән ашыу уҡыусы белем алған. Бер генә уҡыу йортонан шул тиклем егет һәм ҡыҙҙың үҙ аллы тормошҡа фатиха алып сығыуы ғәжәп тә, һоҡланғыс та. Тимәк, Юлдыбай Йылайыр районында, хатта республикала йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Мәктәп инновацион белем биреү программаларын уңышлы ғәмәлгә ашырғаны өсөн 1 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ була.
1959 йылда урта мәктәпте тамамлағас, һәр беребеҙ тейешле белем алырға, лайыҡлы кеше булырға һәм тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға тырыштыҡ. Ғорурланып әйтә алам: маҡсатыбыҙға өлгәштек, данлы туған мәктәбебеҙҙең намыҫына тап төшөрмәнек. Беҙҙең арабыҙҙа кемдәр генә юҡ: уҡытыусы, медицина хеҙмәткәре, ауыл хужалығы белгесе, дәүләт эшмәкәре, ғалим, игенсе. Иң элек республикала киң билдәле шәхестәрҙе–класташтарым мәктәпте алтын миҙалға тамамлаусы КПСС Өлкә комитеты секретары, тарих фәндәре кандидаты Әхнәф Дилмөхәмәтовты (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүм) һәм әле лә эшен дауам итеүсе иҡтисад фәндәре докторы, Мәскәү профессоры Абрар Ярлыҡаповты—телгә алыр инем. Әйткәндәй, улар икеһе лә башҡорт класынан. “Кеше булыр өсөн” мотлаҡ урыҫ класында уҡырға кәрәк, тип яр һалыусы ата-әсәләр фәһем алһын өсөн яҙҙым был юлдарҙы.
Икенсе башҡорт класын
тамамлаған тағы бер егетебеҙ үҙен данға күмде. Муса Нурдәүләтов (Баймаҡ районыь Алғаҙы ауылынан)—Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә билдәле шәхес. Ул Баймаҡ тау-механика техникумын тамамлағас, Мари Иленең баш ҡалаһы Йошкар-Олаға эшкә юллана һәм заводтарҙың береһендә баш механик була. Эшен намыҫлы башҡарған зирәк егет иң элек оҫта ҡурайсы, өзләүсе, ҡурай яһаусы, сәсән һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булып таныла. Ул республикабыҙҙа үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеләренең барыһында ла тиерлек ҡатнаша, күп тапҡыр лауреат булды. “Мари Иле республикаһы башҡорттары” йәмәғәт ойошмаһында әүҙем эшләй. Тиккә генә яҡташыбыҙ бер нисә тапҡыр Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашманы. Быйыл да ул бишенсе ҡоролтайға киләсәк. Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары һәм әүҙем йәмәғәтселек эшмәкәрлеге өсөн Муса Башҡортостандың һәм Мари Иленең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемдәрен алды.
Беҙҙең аранан маһир уҡытыусылар ҙа сыҡты. Уларҙың икеһен генә телгә алам. Сибайҙа йәшәүсе Нәирә Рәхмәтуллина бер үк мәктәптә утыҙ өс йыл эшләп, ун биш йыл ҡаланың методик берекмәһенә етәкселек итеп, ҙур абруй ҡаҙана, үҙ эшенең ысын оҫтаһы тип таныла. Ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы исемдәренә лайыҡ булған, уҡытыусыларҙың республика, Рәсәй Федерацияһы съездарында ҡатнашҡан. Күгәрсен районынан Марат Ихсанов күп йылдар урта мәктәп директоры булды һәм бер үк ваҡытта район Советы рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Абруйлы етәксе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы.
Һабаҡташтарыбыҙҙың байтағы тормошон медицина өлкәһе менән бәйләгән. Мәҫәлән, Люциә Айытбаева ҡырҡ йыл буйы Хәйбулла районында фельдшер булып эшләгән, “БАССР-ҙың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре” исемен йөрөтә. Уның коллегалары Си-байҙан СССР һаулыҡ һаҡлау отличнигы Сабира Рәхмәтуллина, хажиә Сәлимә Ҡуғашева. Фатима Сәйетовалар ҙа бөтә ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға бағышлаған.
Юлдыбайға килһәк, төбәп барыр
һабаҡташтарыбыҙ бар. Шуларҙың береһе—Марат Аҡҡусҡаров булды. “Булды” тием, сөнки ул күптән түгел мәрхүм булып ҡалды. Ул сит яҡтарҙа оҙаҡ йылдар ветеринария белгесе булып эшләгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып төпләнә, балаларын оло тормош юлына баҫтыра, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Хәҙер уның күркәм өйөндә беҙҙе тик алсаҡ күңелле хужабикә Сәлимә генә ҡаршылай. Үкенесле хәл...
Мараттың хеҙмәттәше Вәсил Һөйөндөков иһә ҡырҡ йыл буйы Хәйбулла районында эшләп, малсылыҡ тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ул ғорурланып уйынлы-ысынлы былай ти: “Табип кешене дауалай, ә ветеринар—бөтә кешелекте”. Вәсил—минең парталаш дуҫым. Мәктәп йылдарында уҡ шиғриәт менән мауыға ине. Уның был яҙыу-һыҙыу һәләте ғүмерлек булған икән. Үҙнәшер ысулы менән Хәйбулла районында ветеринария хеҙмәте, фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтеүсе ауыл эшсәндәре, ветерандар тураһында дүрт китап баҫтырҙы.
Ауыл хужалығы белгестәре тураһында һөйләгәндә, ауылдашым Хәммәт Асыловты телгә алмау мөмкин түгел. Ул хеҙмәт юлын водитель булып башлай, артабан ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамлап, агроном һөнәрен ала һәм тыуған ауылында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләй, баҫыуҙарҙа юғары уңыш үҫтерә. Ул тәжрибәле белгес һәм етәксе генә булманы, ә өлгөлө ғаилә башлығы ла ине. Тормош иптәше Фирүзә менән һөйөклө балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләште. Беҙ Хәммәт менән дуҫ булдыҡ, тығыҙ аралашып йәшәнек. Үткән заманда яҙам, сөнки ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә баҡыйлыҡҡа күсте.
Олоғая бара шундай фекергә киләм: беҙ йәш саҡта эш, намыҫлы хеҙмәт беренсе планда булған. Был совет ҡоролошоноң мөһим бер һыҙатын һис тә яманлап булмай. Ләкин хәҙер башҡа ҡиммәттәрҙең дә мөһимлеген аңлайбыҙ. Атап әйткәндә, ғаилә тураһында ҡайғыртыу, балаларға тейешле ярҙам күрһәтеү, ейән-ейәнсәҙәрҙе хәстәрләү, милләтебеҙ үҫеше, туған тел мәсьәләләре һ.б. Был йәһәттән дә үрнәк булырлыҡ һабаҡташтарыбыҙ бар. Яманһаҙ ауылынан Нурия Түләшева “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған. Ул ире Рафаэль ағай Хәйризаманов менән алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер улар–ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәренә шатланып, бәхетле шатлыҡ кисерә. Әйткәндәй, Нурия гүзәл әсәй, өләсәй генә түгел, ә утыҙ биш йыл сауҙа өлкәһендә эшләп, күп Маҡтау ҡағыҙҙарын алған. Өҫтәүенә, фольклор ансамблендә әүҙем шөғөлләнә, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла булып тора.
Мәктәп йылдары... Бала саҡ, йәшлеккә аяҡ баҫҡан был мәл һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр булып йәшәйҙер. Миңә ҡалһа, тыуған ауылым Матрайҙың ете йыллыҡ, ә артабан Юлдыбай урта мәктәптәре тормош юлымдың сихри шишмәләре булып күҙаллана.
Был мәктәптәрҙән тыш, яҙмыш мине Башҡортостан ауыл хужалығы институтына алып барҙы. Әйткәндәй, агроном һөнәренә мин юғарыла телгә алынған
ауылдашым, класташым Абрар Ярлы-ҡапов менән бергә уҡыным. Һуңынан икебеҙгә лә тыуған ауылыбыҙҙа—“Башҡорт” совхозында эшләргә тура килде. Артабан беҙҙең юлдар айырылды—ул комсомол, партия эшмәкәре, ҙур ғалим булып китте, ә мин журналистика өлкәһен үҙ иттем, был йүнәлештә өҫтәлмә рәүештә тейешле белем дә алдым. Ҡырҡ йыл тик бер урында—Баймаҡ район гәзите редакцяһында эшләнем.
...Йәй мәлендә мәктәптә, урта йәки юғары уҡыу йорттарында бергә уҡыған һабаҡташтарҙың осрашыуы матур традицияға әйләнде. Ун, егерме, утыҙ, ҡырҡ,
хатта илле йылдан һуң да. Бына беҙ ҙә юбилей йылдарында ашҡынып Юлдыбайға килдек. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, алтмыш йыллыҡҡа ла бергә йыйылырға булдыҡ.
Сал сәсле, йәш йөрәкле һабаҡташтар, һеҙгә ойоштороу комитеты исеменән мөрәжәғәт итәм: туған мәктәбебеҙҙә тағы ла осрашайыҡ! Ихлас аралашырбыҙ, тормош сәхифәләре менән уртаҡлашырбыҙ, бәлки, уйнап-көлөп тә, йырлашып-бейешеп тә алырбыҙ. 2009 йылда мәктәп янында үҙебеҙ ултыртҡан ағастарҙың ни тиклем ҙур үҫкәненә һоҡланырбыҙ, арҙаҡлы, атҡаҙанған уҡытыусыларыбыҙ Ғәле Хөсәйен улы Атанов һәм Мазһар Ҡасим улы Ҡаҙаҡҡолов хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташтар янында һүрәткә төшөрбөҙ. Йәшлек мәлен иҫкә алып, һағынышлы хис-тойғоларға бирелербеҙ...
Осрашыу көнө—30 июнь. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8 962 521 98 46 (Баймаҡ), 8 927 335 74 42 (Сибай), 8 937 353 41 66 (Күгәрсен районы).
Рәшит Үтәев,
Ш.Хоҙайбирҙин һәм С.Мифтахов исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.