АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
24 Май 2019, 11:27

ОС, ОС, ҠОШСОҒОМ...

Йөрәкһеп иртәнге сәйҙе лә аяғөҫтө һемереп, көҙгө тирәләй бөтөрөләм. Радио-2 аша (хәҙерге “Юлдаш” каналы) Фидан Ғафаров башҡарыуындағы “Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары” тигән йыр ағыла. Өләсәйем минең һәр ҡылығымды күҙәтеп ултырған ерҙән йыр тәьҫирендә иланы ла ебәрҙе. “Ялан аяҡлы Акрам ағайыңды етәкләп уҡыуға алып барғаным яңы ғына һымаҡ ине лә. Эй, ғүмер... инде һин дә уҡып бөттөң бит. Ҡайҙа инде ул заманда бындай кейемдәр ҙә, ялтыр туфлиҙар!”

Һәр кемдә лә булалыр был тойғо: тиҙерәк үҫке, үҙаллы тормошҡа йәһәтләп сыҡҡы килә. Ҡасандыр талпынып барған мәктәп тормошо ла йонсотҡос була башлай, уҡытыусыларҙан да тиҙерәк ҡотолғо килгәндәй. Ашҡынып шулай “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын көтәбеҙ. Беҙ уҡыған осорҙа мәктәп формаһы әҙерәк юғалып торҙо, шуға ҡара юбка, аҡ блузка һатып алып, үҙебеҙсә байрам төҫөн шулай белдертә инек. БДИ тигәнен ишетмәнек, имтихандар тип тә әллә ни бошоноп та барманыҡ, көнө-төнө тыҡып ҡурҡытып торған уҡытыусылар ҙа, ата-әсәйҙәр ҙә булманы шикелле. Етте көткән был көн беҙгә лә.
Ҡыҙҙар менән бер көн алдан ҡырға сығып сәскәләр йыйған булдыҡ, үҙебеҙсә биҙәнеп-төҙәнеп байрамға әҙерләндек.
Йөрәкһеп иртәнге сәйҙе лә аяғөҫтө һемереп, көҙгө тирәләй бөтөрөләм. Радио-2 аша (хәҙерге “Юлдаш” каналы) Фидан Ғафаров башҡарыуындағы “Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары” тигән йыр ағыла. Өләсәйем минең һәр ҡылығымды күҙәтеп ултырған ерҙән йыр тәьҫирендә иланы ла ебәрҙе. “Ялан аяҡлы Акрам ағайыңды етәкләп уҡыуға алып барғаным яңы ғына һымаҡ ине лә. Эй, ғүмер... инде һин дә уҡып бөттөң бит. Ҡайҙа инде ул заманда бындай кейемдәр ҙә, ялтыр туфлиҙар!”
Бер һүҙ өндәшә алмай, күҙ алдыма яланаяҡ бала етәкләгән өләсәйемде килтереп ҡарайым. Булмай бер нисек тә күҙаллап!
Өләсәйҙең матур аҡ теләктәрендә ялтыр туфли-ҙарҙы тыҡылдата баҫып кейеп киттем байрамға...
Артыҡ шау-шыу, ялтыр сағыулыҡ булманы шул ул саҡ-тарҙа. Һауа ярып шарҙар ҙа осорманыҡ, хатта вальс өйрөлгәнебеҙҙе лә иҫләмәйем. Әммә тәрән тулҡынланыу менән уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәре әйткәнебеҙ иҫтә.
Ошо байрам кисәһе хаҡында "Октябрь байрағы" (хәҙерге "Һаҡмар") гәзитендә "Ҡарлуғастар ҡанат ҡағына" тигән яҙмам сыҡты. Бер кем өйрәтмәһенән тыш эшләгән "эшемде" шул тиклем яратып ҡабул итте уҡытыусыларыбыҙ, хатта мәктәптә ошо исем аҫтында стенд эшләп ҡуйҙылар.
Шул саҡтағы фотоһүрәттәр ҡулға килеп эләкһә, йөрәктән йылы хәтирәләр ҡабаттан урғылып сыға...
Һауа шарҙарын осороп, дәртле һелкенеп бейегән улдарымдың сығарылыш кисәләрен тыныс ҡына ҡарап ултыра алманым. Мотлаҡ ошо байрамдарҙа ғына яңғырар "Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары" йыры мине алыҫ үткәндәргә—үҙемдең сығарылыш кисәмә әйҙәй кеүек... Унда яланаяҡ улын иҫләп, уны йәлләп һаман өләсәйем ултыра һымаҡ...
Иртәгәнең ирекле “ҡарлуғастары” ҡулдарына тотҡан шарҙарҙы һауаға осорҙо. Улары тәүҙә өйрөлөп-өйрөлөп бер килке уранғыланы, аҙаҡ һәр ҡайһыһы һәр яҡҡа тиерлек һибелеп таралышты. Күҙәтеүселәр араһынан оло ғына инәйҙең: “Барыһы ла булмаһа ла, күбеһе себер яғына ынтылды әле ул. Имен сәфәр һеҙгә, балалар”,—тигәне, уйынлы-ысынлы булһа ла, күңелгә ныҡ уйылып ҡалды. Беҙҙең осорҙа себер китеү “модала” түгел ине шул...
Ана, берәү...икәү, осто, осто! Ай, ипләп! Кәйелеүең бигерәк! Ос, ос ҡошсоғом!
Ҡулдарымдан осто ике ҡошсоғом..
Ярҙа тағын дүрт ҡанат. Инде уларының да оя ташлап осоп сығышын да күрермен тип өмөтләнәм. Ҡабатланыр йыл да “Һуңғы ҡыңғырау“ҙар. Тик үткәндәрҙә ҡалғандар ғына ҡайтмаҫ, хәтерҙә йәшәр. Тыныс, етеш тормошта балаҡайҙарымдың уңыштарын күреп ҡыуанырмын, ҡулдан китә тиеп борсолормон, хатта йәшертен генә илап та алырмын инде...
Хәйерле осош һеҙгә, балалар!
Миңзәлә Сирғәлинә.
Баймаҡ районы Һәмән ауылы.