Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
30 Апрель 2019, 13:18

УН ҺИГЕҘ ЙӘШЛЕК ГЕРОЙ

Һәр кешенең тормош юлы төрлө ваҡиғаларға бай була. Уның шыма ғыналары ла, һикәлтәле урындары ла осрай. Кеше өлкәнәйә килә үткән ғүмерен барлай башлай. Уның насар яғын түгел, яҡшыларын иҫкә алыу дөрөҫ булыр ине.Миңә лә үҙ ғүмеремдә бик күп яҡшы кешеләр менән осрашырға яҙҙы. Шуларҙың береһе—Насыровтар ғаиләһе.

Һәр кешенең тормош юлы төрлө ваҡиғаларға бай була. Уның шыма ғыналары ла, һикәлтәле урындары ла осрай. Кеше өлкәнәйә килә үткән ғүмерен барлай башлай. Уның насар яғын түгел, яҡшыларын иҫкә алыу дөрөҫ булыр ине.
Миңә лә үҙ ғүмеремдә бик күп яҡшы кешеләр менән осрашырға яҙҙы. Шуларҙың береһе—Насыровтар ғаиләһе.
Башҡортостандың (бәлки Башҡортостандыҡы ғына түгел, бөтә Союздыҡылыр ҙа әле!) иң йәш Социалистик Хеҙмәт Геройы Fиниәт Fәлиәкбәр улы Насыров тере булһа ошо йылдың 15 июнендә 90 йәшлек юбилейын билдәләр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 1980 йылда, ғүмеренең иң матур сағында, 51 йәшендә, ҡапыл ғына ауырып, арабыҙҙан китеп барҙы.
Кем һуң ул Fиниәт Насыров?
Fиниәт 1929 йылда Баймаҡ районының Мырҙаҡай ауылында (бөгөн ул ауыл юҡ) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Мәктәптә дүртенсе класты тамамлауға Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм тылдағы бөтә хеҙмәт бала-саға, ҡатын-ҡыҙ һәм ҡарт-ҡоро ҡулына ҡала. Fиниәт Fәлиәкбәр улы ла ун ике йәштән колхоз эшенә егелә. Кө-төүсе лә, һабансы ла, ылаусы ла булырға тура килә уға. Һуңыраҡ ҡул менән бесән, лобогрейка менән иген дә саба. Ниндәй генә эшкә ҡушмаһындар, йәш үҫмер тырышып эшләй.
Оҙаҡ көткән еңеү көндәре лә килеп етә. Дошманды ҡыйратҡан яугирҙар тыуған яғына ҡайта башлай. Тик уларҙың тәндәре лә, йәндәре лә яралы була. Эшкә һаман да шул үҫмерҙәргә ныҡлап егелергә ҡала.
Һуғыш осоронда тамам бөлгән колхозда эштәр насар бара. Халыҡ ас, илгә икмәк кәрәк, ә гектарынан 5-6 центнер иген йыйып алып илдең тамағын туйҙырып булмауы һәр кемгә билдәле. Шуның өсөн һуғыш тамамланғас та СССР хөкүмәте ҡарары менән ауыл хужалыҡтарында махсус иген үҫтереү звенолары төҙөлә башлай. Был эштәр Баймаҡ районында ла киң ҡолас ала. Халыҡ менән дөйөм йыйылыштар үткәреп, фекер туплағандан һуң Карл Маркс колхозының Ярат бригадаһында ике комсомол бригадаһы төҙөлә һәм шуның беренсе звеноһына етәксе итеп Fиниәт Насыров тәғәйенләнә.
Звено коллективына 113 гектар һөрөнтө ер беркетелә, һө-рөү, ер эшкәртеү, сәсеү инвентарҙары һәм тартыу көсө (үгеҙ, аттар) бүленә. Звено күберәк йәштәрҙән туплана. Улар шул көндән үк эшкә тотоноп сәсеүгә әҙерләнә башлай. Тимерлектә ер эшкәртеү инвентарҙарын көйләйҙәр, ерҙәрен һөрөп эшкәртә башлайҙар, ергә тиреҫ, ҡош тиҙә-ге, көл кеүек ашлама сығаралар, орлоҡ таҙарталар. Ваҡыты еткәс, сифатлы итеп сәсеү эштәрен дә башҡарып ҡуялар. Тырыш хеҙмәт бушҡа китмәй: баҫыуҙарҙа диңгеҙ кеүек тулҡынланып туҡ башаҡлы ашлыҡ үҫә. Хәҙер иң яуаплы—үҫтергән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу эше ҡала. Бөтә халыҡ урып-йыйыу эшенә тотона. Лобогрейка менән дә сабалар, көлтәләргә лә ултырталар. Ырҙын табағына ташып игенде һуға башлайҙар. Шуныһы ҡыуаныслы: ямғырҙар ыҙалатмай, көндәр йылы, аяҙ тора. Иген өйөмө ырҙын табағында күбәйгәндән-күбәйә бара. Күп йыллыҡ аслыҡтарҙан йонсоған халыҡ быны күреп ҡыуана. Һуңынан һанап ҡарағас, Насыровтың звеноһы 3500 центнер тулайым ашлыҡ алып, гектарынан 30,7 центнер иген урған булып килеп сыға. Гектарынан 5-6 центнер уңыш алып килгән колхоз өсөн был иҫ киткес рекорд булып күренә. Звено йәштәренең тырышлығы тарихҡа инерлек мөғжизәгә, ә уларҙың 18 йәшлек етәксеһе Fиниәт Насыров халыҡ теленән төшмәгән ялан батырына әүерелә.
Звеноның ҡаҙаныштары илебеҙ хөкүмәте тарафынан дә юғары баһалана. СССР Юғары Советының 1948 йылдың 2 апрелендәге Указы менән Fиниәт Fәлиәкбәр улы Насыровҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм Кремлдә Алтын Йондоҙ менән Ленин ордены тапшырыла. Быға тиклем күрелмәгән уңыш алыуға үҙ өлөшөн индергән звено ағзалары, колхоз етәкселәре лә хөкүмәт наградаларына лайыҡ була.
Алтын Йондоҙ таҡҡан 19 йәшлек мыҡты егеткә күп ҡыҙҙар ғашиҡ булғандыр, әммә бәхет Ярат ауылы ҡыҙы Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙына йылмая. Йәштәр шул йылды өйләнешә, матур ғаилә ҡора. Ергә ылыҡҡан егет Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай һәм артабанғы бөтә ғүмерен ер эшенә—иген үҫтереүгә бағышлай.
1961 йылда йәш ғәилә яңы ойошторолған «Башҡорт» игенселек совхозы үҙәге Матрайға килеп төпләнә. Fиниәт Fәлиәкбәр улы совхоздың өлкән агрономы— орлоҡсолоҡ белгесе булып эшкә урынлаша. Йыш ҡына совхоздың баш агрономы вазифаһын да алып барырға тура килгеләй.
60-сы йылдар башында элекке Матрай районының бөтә биләмәһен индереп, 36 ауылды берләштереп гигант бер совхоз төҙөйҙәр. Бындай ҙур хужалыҡ менән идара итеү совхоз дирекцияһына бик ауырға тура килә. (Һуңыраҡ был совхоз дүрт совхозға бүленә).
Яңы урында Fиниәт ағай үҙен эшһөйәр белгес итеп танытты, кешелекле, баҫалҡылы холҡо менән халыҡ алдында ҙур ихтирам яуланы. Шул уҡ ваҡытта ул эшкә талапсан булды, эште ойоштора, кешене тыңлата белде. Үҙенең хеҙмәте менән иген етештереүҙә совхозға тос өлөш индерҙе. Яңылыҡты күрә белде. Яңы орлоҡтарҙы яңы технологиялар ҡулланып сәсте. Мәҫәлән, 1968 йылда Яҡуп ауылы аҫтындағы Һаҡмар туғайында 22 гектар майҙанда уның ныҡышмаллығы менән яңы сығарылған «Харьковская-46» сортлы ҡаты бойҙай орлоғо сәселде. Ул йылды, ямғырҙар һирәк яуыу сәбәпле, уңыш яҡшынан булманы, ә был яңы сорт бойҙай гектарынан 32 центнер уңыш бирҙе. Икенсе йылына был бойҙайҙы сифатлы итеп әҙерләнгән 260 гектар майҙанға сәстек һәм алынған уңышты орлоҡ итеп башҡа бүлексәләргә бүлеп бирҙек.
Был йылдары миңә, агроном булып яңы эш башлап йөрөгән кешегә, Fиниәт ағай менән бергә йөрөп бик күп эшкә өйрәнергә насип булды. Бының өсөн мин уға бөгөнгәсә ҙур рәхмәтлемен. Яратҡан һөнәре лә, шатланырлыҡ ғаиләһе лә, халыҡ алдында яулаған абруйы ла, тырыш хеҙмәте менән яулап алған даны ла бар ине уның. Ләкин, халыҡ әйтмеш-ләй, яҙмыштан уҙмыш юҡ. Ул беҙҙең аранан китеп барғас, Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙы биш балаһы менән яңғыҙы тороп ҡалды. Тормош терәгеһеҙ ҡалһа ла әсә кеше, ни тиклем ауыр булмаһын, төшөнкөлөккә бирелмәне, бар көсөн һалып ҡыҙын һәм дүрт улын кеше итте, уҡытты, матур-матур туйҙар үткәреп, башлы-күҙле итте.
Бының өсөн уға бик күп көс һалырға тура килә. Ярай әле, ҡыҙы был ауыр ваҡытта, әсәһенә терәк булып, ғаиләгә ныҡ ярҙам итә. Рәйсә Fиниәт ҡыҙы, уҡып сығып, Матрай урта мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлаған бу-ла. Ошо мәктәпкә юлланма буйынса килеп, химия, биологиянан уҡытып йөрөгән Николай Мелкоедовҡа тормошҡа сыға. Уларҙың оло улдары Борис Николаевич күп йылдар инде Башҡортостан хөкү-мәте янындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы булып ҙур, яуаплы эш башҡара. Ә Рәйсә Fиниәт ҡыҙы менән Николай Павлович хаҡлы ялға сыҡҡансы Матрай мәктәбендә эшләне. Икеһе лә «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» исеменә лайыҡ булды. Рәйсә Fиниәт ҡыҙы хаҡлы ялда ла тик ултырмай: бөгөн ул Матрай ауылының «Ағинәйҙәр» ҡорон етәкләй.
Улдары Риф менән Илдар уҡытыусылыҡ һөнәрен һайланы, Айҙар менән Илшат ауыл хужалығы белгестәре.13 ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәләре бар Сәрүәр апайҙың.
Хеҙмәт юлын йәш кенә сағынан тыуған ауылында башлаған Сәрүәр апай һатыусы һөнәрен һайлай һәм бөтә ғүмерен сауҙа эшенә бағышлай. Матрайға күсеп килгәс тә Башҡорт совхозы ХТП-һына һатыусы булып урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо эшенә тоғро ҡала. Һатыусы булыу—еңел эш түгел: ул осорҙа етешмәгән тауарҙы халыҡҡа тигеҙ итеп бүлеү, дөрөҫ итеп иҫәп-хисап алып барыу, еткерелгән планды үтәү, эш урындарын таҙалыҡта, тәртиптә тотоу һәм башҡалар—барыһы ла бер һатыусының өҫтөндә булды. Сәрүәр апай үҙенең тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте, халыҡҡа асыҡлығы һәм яҡшылығы менән абруй ҡаҙанды. Йәмәғәт эшендә лә актив ҡатнашты, ауыл советы депутаты булып та һайланды. Тынғыһыҙ эше бик күп Маҡтау грамоталары менән баһаланған. Уның таҙа, йылылыҡ бөркөп торған йортоноң ишеге бөгөн дә һәр кемгә асыҡ.
Насыровтар ғаиләһе элек-электән күптәр өсөн маяҡ булып торҙо.
Социалистик Хеҙмәт Геройы Fиниәт Fәлиәкбәр улы Насыровтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ла күп кенә эштәр башҡарылған. Баймаҡ районы Ярат ауылының үҙәк урамы уның исемен йөрөтә, мәҙәниәт йорто бинаһына мемориаль таҡта ҡуйылған.
Үҙ ғүмеренең күп өлөшөн үткәргән Йылайыр районының Матрай ауылы мәҙәниәт йортона ла герой исеменә таҡтаташ ҡуйылған. Хәләл ефете Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙы кесе улы Илшат һәм килене менән Fиниәт Насыров урамында донъя көтә. Ҡыҙы Рәйсә менән кейәүе лә ошо урамда йәшәй.
Зиннур Бикбов, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Сибай ҡалаһы.