Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
18 Март 2019, 11:49

Алтындарҙан-алтын әсәйем

Минең ҡәҙерле әсәйем Fәлиә Фәтхулла ҡыҙы Хәсәнова Баймаҡ районының ҡалын урманлы Шүлкә ауылында тыуып үҫеп, сал ҡылғанлы Моҡасҡа килен булып төшкән. 1985 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлап, ҡалаға терәлеп ятҡан ауылдың медицина пунктына фельдшер булып барған ул. Билдәле, ҡыҙ ҡайҙа эшкә йүнәлә, шунда килен булып төшә. Әсәйем дә атайымды осратып кейәүгә сыға. Яңы барлыҡҡа килгән Айытҡоловтар ғаиләһен йәмләп мин донъяға килгәнмен. Берҙән-бер ҡыҙҙары булһам да ҡәҙерлеләрем мине иркәләтеп үҫтермәне, киреһенсә эшкә өйрәтте, тырышып уҡып, һөнәр алырға ярҙам итте. Әсәйем ауылда ла, Төркмән участка дауаханаһында ла яратҡан һөнәрен бөтә күңелен һалып эшләне. Ҡайҙа хеҙмәт итһә лә уны хөрмәт итеп «Беҙҙең Fәлиә килен», «еңгәй» тип өҙөлөп торҙолар.

Ауылда күркәм йорт һалып, тирә-яғын гөл-сәскәгә, баҡсаға күмеп, кәртә тултырып мал аҫрап йәшәп ятҡанда ғаиләбеҙ башлығы ҡапыл беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте. Ҡайғыларға бирешмәне әсәйем, ныҡ булды, мине лә һынауҙар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Аллаға шөкөр, юғары уҡыу йортон тамамланым, кейәүгә сыҡтым. Әлеге көндә «Сибай колбасалары» йәмғиәтендә эшләйем. Ирем Динир Әхмәтйәнов менән 7 йәшлек Зәлиә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
Әсәйебеҙ ҡатын-ҡыҙ бәхетен тағы һынап ҡарап, 2011 йылда Ибраһим ағайға тормошҡа сыҡты. Әлеге мәлдә донъяларын бөтәйтеп, ҡотайтып, ауылда матур итеп йәшәйҙәр. Ибраһим ағайыбыҙға быйыл ғинуарҙа 55 йәш тулды. Ул Себер тарафтарында эшләй. Былтыр улы Илгизгә кәләш әйттерҙеләр. Йәй гөрләтеп туй үткәрергә әҙерләнәбеҙ.
Ергә шаулап яҙ килгәндә әсәйебеҙ Fәлиә Хәсәнова 55 йәшлек ғүмер үренә аяҡ баҫа. Аш-һыуға оҫта, гөл-сәскәләр үҫтереүгә әүәҫ, эшлекле, яғымлы кешебеҙгә иң изге теләктәр генә еткерәбеҙ. Иң мөһиме һаулыҡ теләйбеҙ. Һуңғы арала ул һиңә ныҡ кәрәк, әсәй. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ғаилә усағын һүндермәйсә оҙаҡ йылдар Ибраһим ағайыбыҙ менән бәрәкәтле ғүмер кисер! Зәлиәгә һөйөклө өләсәй бул, тағы ейән-ейәнсәрҙәр бәхете татырға яҙһын! Беҙ һине ныҡ-ныҡ яратабыҙ!
Был донъяла илаһи зат һин,
Рух, наҙ шишмәһе лә һин беҙгә.
Рәхмәтебеҙ хөрмәт булып ҡайтһын
Гел йылмайып йәшә, мең йәшә!
Иң изге теләктәр менән—
ҡыҙы Гөлфиә,кейәүе Динир, ейәнсәре Зәлиә.