Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
5 Март 2019, 10:00

Ырымбурҙы таң ҡалдырҙы Сибай

8 февралдә миңә М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында «Каруанһарай» Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәтенең етенсе йыйылышында ҡатнашырға тура килде.

8 февралдә миңә М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында «Каруанһарай» Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәтенең етенсе йыйылышында ҡатнашырға тура килде.
Милләттәштәребеҙ Башҡортостан ерле мөхтәриәте иғлан ителгән, халҡыбыҙ яҙмышында хәл иткес тәүге ҡоролтайҙар үткән Ырымбур еренә йыйылды. Хәтерләүебеҙсә, 1917 йылдың 16 ноябрендә Ырымбурҙа Башҡорт автономияһы иғлан ителгән ине. Ул 1919 йылдың 20 мартындағы Совет хөкүмәте менән рәсми килешеү нигеҙендә иҫбатланды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы тарафынан республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған сара ойошторолдо. Сәйәси ваҡиғалар шаһиты булған, Зәки Вәлиди, Шәйхзада Бабич, Сәғит Мерәҫов эҙҙәрен һаҡлаған ҡалала Башҡортостан Республикаһының ошо юбилейы юғары кимәлдә билдәләнде.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә делегаттарға һәм ҡунаҡтарға «Бабич» нәфис фильмы күрһәтелде.
—Башҡорттар—Ырымбур өлкәһенең аҫаба халҡы. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында 46 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй,—тип башлап ебәрҙе пленар ултырыштағы сығышын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Fәйнуллин.—Ырымбур (5,5 мең), Орск (4,3 мең), Медногорск ( 3,5 мең), Ҡыуандыҡ (2,9 мең), Новотроицк (2,6 мең), Гай (2 мең) ҡалаларында, Красногвардейск (6 мең), Ҡыуандыҡ (5,6 мең), Новосибирск (2,5 мең), Гай (2,5 мең), Төйлөгән (2,4 мең ), Александровка (2,1 мең), Һарыҡташ (1,8 мең), Переволоцк (1,5 мең), Октябрь һәм башҡа райондарҙа башҡорттар күпләп төпләнгән.
Ырымбур ҡоролтайы ағзалары ултырышта Башҡорт автономияһы тарихына арналған докладтар тыңланы, милләтебеҙҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты, 28-29 июндә үтәсәк 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына үҙ делегаттарын һайланы.
Әүҙем йәмәғәтселәр Башҡортостандың Мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының наградалары менән билдәләнде.
Байрам тамашаһында Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы милләттәш-тәребеҙҙе матур, сағыу, рухлы концерты менән ҡыуандырҙы. Фойела күргәҙмә-йәрминкә эшләне.
Был саралар башҡорттоң изге булған урыны—уникаль тарихи—архитектура ҡомартҡыһы, Каруанһарай комплексын барып күреү менән тамамланды. Был изге урында беренсе һәм өсөнсе бөтә башҡорт съезы үткән, Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге беренсе булып Башҡорт хөкүмәте резиденцияһы, Башҡортостан ваҡытлы революцион Советы урынлаштырыла һәм милли матбуғатта баҫылған.
Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы үҙ концерты менән Ырымбур башҡорттарының рухын күтәреп дан ҡаҙанды. Һәр бер концерт номеры ҙур алҡыштарға күмелде.
Ир-егеттәрҙән генә торған йыр ансамбле, «Тархан» төркөме егеттәренең йырҙарының темаһына яраҡлаштырып «Сибай» бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре менән берлектә алып барыуылыуы ҙур эффект биреп, халыҡ күңеленә үтеп инеп, ҙур дәрт уятты.
Республика конкурстары лауреаттары Зәлиә Нурлы һәм Сөмбөл Моратова рух менән һуҙарылған моңло йырҙары менән Ырымбур халҡының һәм Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙың ихтирамына лайыҡ булды.
Карауанһарайға арналған бейеү ҙә тап бына ошо ерлектә урынлы һәм оҫта башҡарылыуы менән бөтәһен дә хайран ҡалдырҙы! Ошо урында бер нисә йыл элек Сибай филармонияһында үткән бер һәйбәт күренеште хәтергә алып киткем килә. Әртистәр бәләкәй балаларын сәхнәгә сығарып концерт күрһәтте. Илдар Хәтмуллиндың улы Илнар менән «Генерал Игзаков» бейеүен башҡарыуы хайран ҡалдырғайны. Хәҙер килеп бына ошо бала ҙурайып, атаһының соло бейеүен оҫта башҡарҙы. Бына бит, халыҡ әйтмешләй: «Атанан күргән—уҡ юнған». Афарин!
Башҡортостандың атҡаҙанҙан артистары Рушан Ниязғолов ҡурайҙа, Марс Ишморатов баянда һәм «Тархан» төркөмө етәксеһе Ринат Fайсин думбырала үҙҙәрен виртуоз башҡарыусылар итеп күрһәтте.
Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, Республика һәм төбәк-ара йыр бәйгеләре лауреаттары Fаяз Fәйетбаев һәм Фаил Йортбәковтан торған ансамбль уңышлы сығыш яһаны.
Талантлы йырсыларҙың ыҫпай костюмдары, сағыу күлдәктәре, моңло тауыштары, «Сибай» бейеү ансамбленең оҫталығы, алып барыусыларҙың нәфис теле, тауыш операторы булараҡ Fәйсәр Моратовтың үҙ эшен урын-еренә еткереп башҡарыуы—былар бөтәһе лә театр һәм концерт берекмәһенең ҙур филармоник кимәле тураһында һөйләй.
Мин ошо ҙур сара башында күрһәтелгән «Бабич» нәфис фильмында өлкән улым Артур Ишмөхәмәтовты башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе—Гәзиз Әлмәхәмәтов ролен башҡарыуын күрһәм, сара аҙығында бәләкәй улым Айнур Ишмөхәмәтовтың «Сибай» бейеү ансамбле составында дәртле бейеүен ҡарап, башҡорт халҡына ихлас хеҙмәт иткән улдар үҫтергәнмен икән, тип тә ҡыуанып ултырҙым.
Элекке таныштарымды осратып, уларҙың концертҡа ҡарата фекерҙәрен белеп, ҡалабыҙ өсөн ғорурланып ҡайттым.
Филалогия фәндәре кандидаты, «Башҡорт йыры» республика телевизион конкурсының жюри ағзаһы, яҡташыбыҙ Гөлназ Fәлинаның фекерен дә әйтмәй булмаҫ:
—Ҡоролтай бик шәп үтте. Башҡарма комитеты ағзаhы булhам да, миңә ултырыштан Сибай филармонияhы артистарының концертына китергә рөхсәт иттеләр. Концерт шәп, йөкмәткеле булды! 100 тапҡыр ишеткән таныш йырҙар ситтә бөтөнләй башҡаса ҡабул ителә, хатта театр хеҙмәткәрҙәре лә башҡорт бейеүҙәрен 4 күҙ менән ҡараны!
Сибай концерт-театр берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанҙан артисы Ҡотошов Айбулат Минеғәле улына һәм ул етәкләгән коллективҡа Ырымбур өлкәһендәге ҙур сарала уңышлы сығыш яһағандары өсөн рәхмәт әйткем килә. Киләсәктәлә һеҙгә тик уңыштар юлдаш булһын!
Сафа Ишмөхәмәтов,
Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы.
Һүрәттә: шағирә Лариса Абдуллина һәм Сибай концерт-театр берекмәһенең алып барыусылары.