Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
5 Март 2019, 10:07

Илле биш йылдан һуң яҙылған репортаж

Был турала яҙырға уйым да юҡ ине. 2004 йылдың июнь баштары. Сибай ҡала хакимиәте ойошторған ниндәйҙер бер сараға барырға тип ҡабаланып йыйынып йөрөй инем. Көтмәгәндә «Йәшлек» гәзитенең беҙҙең төбәк буйынса үҙ хәбәрсеһе, юлдан ҡайтышмаҫ Юлай Мәҡсүтов шылтыратты. Ул мин йәшәгән биш ҡатлы йортҡа тар ғына тыҡрыҡ аша терәлеп тигәндәй ҡалҡып сыҡҡан туғыҙ ҡатлы йортта йәшәй. Ҡалаға бергә сығырға һөйләштек.—Мин кисә Йылайырҙа йөрөп ҡайттым,—тине Юлай сирень һәм миләш сәскәһенә төрөнгән ҡала урамы буйлап атлай биргәс.—Үрге Fәле яғына сыҡҡайным. Иҫ киткес яңылыҡ ишетеп ҡайттым әле...

Был турала яҙырға уйым да юҡ ине. 2004 йылдың июнь баштары. Сибай ҡала хакимиәте ойошторған ниндәйҙер бер сараға барырға тип ҡабаланып йыйынып йөрөй инем. Көтмәгәндә «Йәшлек» гәзитенең беҙҙең төбәк буйынса үҙ хәбәрсеһе, юлдан ҡайтышмаҫ Юлай Мәҡсүтов шылтыратты. Ул мин йәшәгән биш ҡатлы йортҡа тар ғына тыҡрыҡ аша терәлеп тигәндәй ҡалҡып сыҡҡан туғыҙ ҡатлы йортта йәшәй. Ҡалаға бергә сығырға һөйләштек.
—Мин кисә Йылайырҙа йөрөп ҡайттым,—тине Юлай сирень һәм миләш сәскәһенә төрөнгән ҡала урамы буйлап атлай биргәс.—Үрге Fәле яғына сыҡҡайным. Иҫ киткес яңылыҡ ишетеп ҡайттым әле...
Кәңәш биреүгә ихлас ине Юлай. Юлында осраған һәр танышын сәләмләп, хәлен һорашып, дәртләндереп үтеү уның ғәҙәтендә булды. Алсаҡ булһа ла, бик тыйнаҡ кеше ине ул. Бигерәк тә үҙе, эше тураһында һөйләргә яратманы. Һүҙ шул тирәгә яҡынлаһа, ярай, бер осрашып һөйләшербеҙ әле, минең шунда-шунда ҡабалан эшем бар, тейер ҙә боролоп китер ҙә барыр ине. Ә бөгөн...күҙҙәре янып тора, шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. «Юлы ысындан да уңған, күрәһең, был Юлай-Юламандың»,—тип уйлап барам. Үҙем ни әйтерен түҙемһеҙлек менән көтәм.
—Боро-о-н, ҡырҡ йылдан да ашыу элек, Бикйән тигән бер бәләкәй генә ауыл янына космос аппараты төшкән икән. Шуны ишетеп ҡалып, был ваҡиғаның шаһиттары менән һөйләшеп ҡайттым. Иҫләүселәр әҙ, шулай ҙа бар,—тине Юлай хәбәренә серлелек өҫтәп.—Уҡырһың. Шәп мәҡәлә буласаҡ».
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс минең, әллә нәмә ишетергә өмөтләнеп килгән кешенең, күңелем һүрелде лә ҡуйҙы. «Нисә йыл «Йәшлек»тә эшләй, аяҡ баҫмаған, барып күрмәгән ауылы ла юҡтыр әле, шуны тәүгә ишетеп торамы икән ни?—тип ғәжәпләндем эстән генә. Шуғалыр иҫем китмәй генә:
—Юлай, ул аппараттың парашютта төшөп килгәнен беренселәрҙән булып күреп, төшкәс, һыйпап ҡараған кешеләрҙең береһе мин,—тинем. Юлай миңә тәүгә күргән кеүек иғтибар менән ҡарап ҡуйҙы ла:
—Һин Ҡашҡар малайы түгелме ни?—тип һораны.
—Юҡ, ул саҡта беҙ Аралбайҙа йәшәй инек.
—Ә һин был турала берәй ергә яҙғаның булдымы?—тип һорап ҡуйҙы тағы бара биргәс.
—Юҡ, Юлай, бер ергә лә яҙманым.
—Нишләп яҙмайһың? Яҙ! Яҙыр кәрәк. Бер-ике тиҫтә йылдан был ваҡиғаны иҫләгән кеше лә ҡалмауы мөмкин. Яҙ. Тарихта ҡалырға хаҡлы ваҡиға,—тине.
…Юлайҙың яҡты донъя менән хушлашҡанына ла ун ике йыл тулып үтте. Ун ике йыл! Әйтеүе генә анһат. «Яҙ» тигән һүҙе ун ике йыл инде тынғылыҡ бирмәй, йөрәкте өйкәп тик йөрөй.
Парашют
Был көн минең хәтеремә бөгөнгөләй булып мәңгелеккә һеңеп ҡалған.
1963 йылдың октябрь урталары ине. Мин Үрге Fәле һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 6-сы класында уҡып йөрөйөм. Ул осорҙа беҙ Хәйбулла районына ҡарай инек. Мәктәптең көньяҡ осонда урынлашҡан беҙҙең яҡты класс ике тәҙрәһе менән тарихтан уҡытҡан уҡытыусыбыҙ Зәки ағай Вәхитовтың арба үтерлек кенә тыҡрыҡ аша урынлашҡан иҫке генә йортона ҡарап тора. Һуңғы дәрес—тарих дәресе бара. Зәки Фәтих улы Вәхитов ҡултыҡ таяҡтарын өҫтәленә һөйәп ҡуйған да арый башлаған уҡыусыларының быш-быш һөйләшеүенә лә иғтибар итмәй, оҙон указкаһы менән артындағы таҡтала элеүле торған картаға әйләнеп ҡарамай ғына төртөп күрһәтеп тағы болғарҙарына төшөп китте. (Зәки Фәтих улы Иҙел буйы болғарҙарын үҙенең ата-бабаһы тип һанағандыр тип уйлап ҡуям: ниндәй генә тема үтһәк тә болғарҙарҙы телгә алмай ҡуймаҫ ине мәрхүмең). Мин тәҙрә төбөндә тышты күҙәтеп ултырам. Тышта ап-аяҙ, ҡояш. «Күршеләр»ҙең тауыҡтары ишек алдында нимәлер тибенеп йөрөй. Бына, биҙрәһен тотоп, фуфайка, уның өҫтөнән оҙон халат кейгән Мәҙинә апай килеп сыҡты. «Шулай һыуыҡмы икән ни? Ҡарап тороуға йәйге көн кеүек...»,—тип уйлап ҡуйҙым. Ҡыҙыл кикрекле күкһел-йәшел төҫтәге ҙур әтәс көслө тауышы менән тауыҡтарын ҡыуандырмаҡ булды шикелле—ҡыйшая башлаған уҫаҡ бағаналарға арҡыс-торҡос бәйләп ҡуйылған һайғауҙарҙың береһенә осоп менде лә ҡыс-ҡырырға булып муйынын һуҙғайны...ҡапыл көслө шартлау тауышы яңғыраны. Тауыҡтарын ҡыуандырырға өлгөрмәгән әтәс ҡото осоп ҡытҡылдап ебәрҙе лә, һайғауҙан осоп төшөп, артына ла ҡарамай кәртә эсенә инеп юғалды. Нимә булды был? Ерҙәме, һауаламы? Вәхитов ағайҙарҙың ишек алдында барыһы ла имен-аман кеүек. Мәҙинә апай ғына тауыҡтарға емен һибергә онотоп һауаға ҡарап ҡатып ҡалған. Нимә күргән ул унда? Күҙемде һауаға күсерһәм...бына мөғжизә!..Ҡаратау тәңгәлендә һауанан ҙур бер парашют төшөп килә. Эргәмдә ултырған Әмирҙең биленә төртәм. Хәҙер тәҙрәгә икәүләп ябырылабыҙ. Был бит парашют түгел. Бигерәк ҙур. Аҫылып барған нәмәһе лә кешегә оҡшамаған. Түп-түңәрәк. Етмәһә ҙур килеп тороп. Әллә стратостатмы икән? Үҙе ҡалай шәп оса. Беҙ иҫкә килгәнсе Мәрәйле тауҙың өҫтөнән осоп үтеп урманлы тау артына төшөп тә юғалды. Осоп сығырға әҙер генә ултырабыҙ. Их, ҡасан бөтә инде был дәресе!
Мина
Дәрес бөтөүөн белдереп ҡыңғырау яңғырар-яңғырамаҫтан һикереп тороп тиҫтерҙәремде этә-төртә кластан сығып һыҙҙым. Дәфтәр, дәреслектәр һалынған портфелемде ятаҡҡа индереп мөйөштә ултырған карауатыма бырғаным да тышҡа атылдым. Сығып барышлай шаулаша-шаулаша ятаҡҡа инеп килгән өлкәнерәк класс малайҙарына:
—Малайҙар, Мәрәйле тау аръяғына парашютмы—бер нәмә килеп төштө,—тип әйтеп үттем. Аңламанылармы, әллә иғтибар итмәнеләрме, береһе лә минең арттан эйәрмәне. Сыҡтым да аптырап ҡалдым: ҡайҙа барырға? Физкультуранан уҡытҡан уҡытыусыбыҙ Булат ағай Бүләков дәрес һайын йүгерткән Мәрәйле тау яғынан башларғамы? Юҡ, парашют ул тауҙан күпкә юғарыраҡ, көнсығышҡараҡ осоп үтте. Бикйән йүнәлешендә эҙләһәм дөрөҫөрәк булыр...
Урамға сығып, ауыл осона ҡарай йүгерҙем. Ауыл советы бинаһы, клуб, почта янынан ен кеүек елеп үткәнемде иҫләйем. Һыу эсенән саҡ ҡына күренеп ятҡан тайғаҡ таштарға баҫып Аҡсура йылғаһын ике-өс һикереүҙә аша сыҡҡас, иҫемә килеп, туҡтап ҡалдым: мин бит күп йыллыҡ ғәҙәтем буйынса тыуған ауылым Аралбайға ҡайтып барам! Дөрөҫ бармайым, уңғараҡ тартырға кәрәк... Артыма боролоп ҡараһам, яр башынан берәү ҡул болғап тора. Класташым, Бикйән ауылы малайы Нурислам икән:
—Ҡайтырға булдыңмы ни? Мин һине парашютты эҙләй бараһың икән тип артыңдан эйәргәйнем.
—Барам, барам, Нурислам. Fәҙәт буйынса Аралбай яғына боролғанмын. Ҡаҙаҡ олатайҙың өйөнә килеп терәлмәһәм, уны ла күрмәҫ инем. Әйҙә, йүгерҙек! Бикйән бынан алыҫмы? Нисә саҡрым?
—Юҡ. Биш, тиҙәр...
...Икәүләп һөйләшә-һөйләшә йүгереү еңел икән. Ун биш-егерме минут үттеме, юҡмы, япраҡтарын ҡойоп, яҡтырып ҡалған урман ҡапыл юҡҡа сыҡты ла беҙ тау һыртына килеп мендек. Донъя ҡапыл яҡтырып, иркенәйеп киткәндәй тойолдо. «Бына ошо инде Бикйән, ана-а-а, ағастар ситенән өйҙәре лә күренде»,—тине Нурислам.—Бынау беҙҙең юлды арҡыры киҫеп үткән оло юл—Ҡанифа. Байғужа, Ерәнағас ауылдары эргәһенән үтеп, бер һыу кисмәй, әллә ҡайҙа, Ҡаҙағстан яғына барып сыға».
—Ҡуңыр буғамы?
—Эйе, Ҡуңыр буға.
Атлауға күсеп, матур ғына һөйләшеп, Бикйәнгә төшөп бара инек. Нурислам ҡапыл шып туҡтаны ла йөҙө ҡасып:
—Фәрит, ят, ергә ят!—тип шыбырҙаны ла үҙе ҡылған араһына сумды.
—Нимә булды?
—Бомба, бомба...
Ҡараһам, алдыбыҙҙа, беҙ барған юл менән Ҡанифа киҫешкән урындан саҡ ҡына һулдараҡ, ҡап-ҡара булып көйгән ҙур бер шар ултыра.
—Ишетәһеңме, бер нәмә геүләй...сәғәт һуҡҡан һымаҡ,—ти ята биргәс Нурислам. Мин тыуғандан ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, тиҙ генә ишетә һалып бармайым, шулай ҙа: «Эйе шул»,—тигән булдым.
—Ҡара әле, бомба булғас, нишләп һаман шартламай һуң ул?—тим Нурислам-ға.—Корпусында «тештәре» лә күренмәй.
—Һе, «тештәр» диңгеҙ минаһында ғына була, был бит һауанан төштө...Эсенә сәғәт механизмы ҡуйылған булһа... ваҡыты етмәгәндер...
Ҡылған ҡалын ғына булһа ла туң ер—туң ер инде: өшөтә лә башланы. Етмәһә тау башында ел көслө булып сыҡты. Шул ваҡыт һарыҡ баҡырғаны, кәзә тауыштары ишетелеп ҡалды. Беҙҙән өс-дүрт йөҙ метр һулдараҡ һыбай менеп алған берәү, сыбыртҡыһын шартылдатып, һарыҡ, кәзә, һыйыр көтөүөн ҡабалана-ҡабалана ауыл яғына ҡыуалай ине. Билдәһеҙлектән ғазапланған күңелгә еңел булып ҡалды: ер йөҙөндә беҙҙән башҡа ла йән эйәләре бар икән әле! Шөрләү ҙә кәмеп ҡалғандай то-йолдо.
—Әйҙә, эргәһенә яҡынлайыҡ,—тим ҡыйыуһыҙ ғына Нурисламға.
—Әйҙә һуң.
Йөрәкте ус эсендә тотоп ҡына яҡынлайбыҙ.
—Ысындан да, нимәһелер тыҡылдай бит бының.
Үәт ҡолаҡ Нурисламда! Ҡайҙа ятып ишетеп ятҡан! Тышы ҡара көйгән. Һыйпап ҡарайбыҙ: йылы ғына.
—О-һо, иллюминаторы ла бар бит бының!
—Ысынмы? Ҡайҙа ҡарайыҡ, эсендә космонавт юҡмы икән?
—Ҡараңғы. Шулай ҙа...космонавт та, эте лә, бесәйе лә юҡ.
—Ҡайҙан асыла икән был нәмә? Асып ҡарарға ине...
—Тейәһе генә булма! Бәләһенән баш аяҡ!
Шул ваҡыт ҡолаҡҡа яҡынлаған мотор тауышы салынып ҡалды һәм күп тә үтмәй Байғужа ауылы яғынан эргәбеҙгә арба таҡҡан «Беларусь» килеп туҡтаны. Бер нисә ир арбанан һикереп төштө лә ялпағыраҡ ҡаҙанға оҡшаған бер тимерҙе шар янына алып барып һалды:
—Байғужа фермаһы янына килеп төштө. Алай ҙа мал өҫтөнә лә, беҙҙең өҫкә лә төшмәне. Ҡаза яһар ине... Кәрәк нәмә булыуы мөмкин тип әпкилдек,—тип һөйләнделәр аппараттан күҙҙәрен алмай.
...Күп йылдар үтеп, техник вузда уҡый башлағас ҡына аңланым: парашют көмбәҙен ергә төшөүсе аппараттың корпусына беркетеп ҡуя торған ҡоролма булып сыҡты ул. Аппарат ҙур тиҙлектә атмосфера ҡатламына инеп, һауа баҫымы билдәләнгән бер кимәлгә еткәс, автомат ошо ҡалайҙы атып бәрә лә парашют асыла. Тап шул ваҡытта шартлауға оҡшаш тауыш сыға ла инде.
Аппаратты ентекләп «тикшереп» бөтә алманыҡ. Бер ваҡыт беҙҙең өҫтән геүелдәп самолеттар оса башланы. Тәүҙә берәүһе өҫтән осоп үтте. Күп тә үтмәй икенсеһе килеп етте, Бикйән өҫтөндә өйөрөлдө-өйөрөлдө лә парашютсыларын ташлай башланы. Беҙҙә аппарат ҡайғыһы китте, күҙҙе күктән алмайбыҙ. Бына береһе ергә килеп тә төштө.