Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
11 Февраль 2019, 17:05

Командир менән осрашыу

Беҙ 74 йыл инде аяҙ, тыныс күк аҫтында йәшәйбеҙ, һуғыштаң нимә икәнен дә белмәйбеҙ. Ветерандарҙың һөйләүҙәренән, киноларҙан, китаптар уҡып һуғыштың ҡот осҡос икәнен күҙ алдына баҫтырабыҙ. Һуғыш күпме әсәне улы йәки иренән мәңгелеккә айырҙы, күпме йәш йөрәктәрҙең алһыу таңдарын һәм тын кистәрен һөрөмгә әйләндерҙе. Күпме сабыйҙың бала сағын ваҡытһыҙ өҙҙө һәм күпме бала ата һөйөүенән мәхрүм үҫте. Хәҙер шул йылдарҙағы балаларға 75-85 йәш. Сал сәсле инәйҙәр, олатайҙар һалдат шинеле кейеп, ир-егеттәр менән бер сафта юл үтмәһәләр ҙә, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Һуғышҡа киткән атайҙарын, ағайҙарын буласаҡ кейәүҙәрен алмаштырып улар донъя йөгөн үҙ иңдәренә алды, ауырлыҡтарға бирешмәне.

Беҙ 74 йыл инде аяҙ, тыныс күк аҫтында йәшәйбеҙ, һуғыштаң нимә икәнен дә белмәйбеҙ. Ветерандарҙың һөйләүҙәренән, киноларҙан, китаптар уҡып һуғыштың ҡот осҡос икәнен күҙ алдына баҫтырабыҙ.
Һуғыш күпме әсәне улы йәки иренән мәңгелеккә айырҙы, күпме йәш йөрәктәрҙең алһыу таңдарын һәм тын кистәрен һөрөмгә әйләндерҙе. Күпме сабыйҙың бала сағын ваҡытһыҙ өҙҙө һәм күпме бала ата һөйөүенән мәхрүм үҫте. Хәҙер шул йылдарҙағы балаларға 75-85 йәш. Сал сәсле инәйҙәр, олатайҙар һалдат шинеле кейеп, ир-егеттәр менән бер сафта юл үтмәһәләр ҙә, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Һуғышҡа киткән атайҙарын, ағайҙарын буласаҡ кейәүҙәрен алмаштырып улар донъя йөгөн үҙ иңдәренә алды, ауырлыҡтарға бирешмәне.
Колхозда хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булған кешеләр генә тороп ҡала. Шуға ла тылдағы бөтә эш: ер һөрөү, сәсеү, урыу, мал аҙығы әҙерләү, мал ҡарау эштәре ҡатын-ҡыҙҙар һәм 12-14 йәш-лек үҫмерҙәр иңенә төшә. Үҫтерелгән уңыш ҡул урағы һәм лобогрейка менән йыйыла. Ә игенде һуғыу ҡыш уртаһына еткәнсе бара. Йәш кенә ҡыҙҙар-малайҙар әсәләре менән һуғыш осоронда арыҡ аттар менән ер һөр-ҙө, ҡатыҡ менән генә тамаҡ ялғап кәбән һалды. Ҡалын көрт йырып бесән дә ташынылар, урман да ҡырҡтылар. Хәҙер күп ауылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡалманы, һуғыш йылдарының балалары ғына иҫән. Уларҙың да сафтары һирәгәйә. Беҙ уларға оло кеше тип кенә ҡарамайыҡ, гүзәл тормош өсөн йәшлек көстәрен биреүҙәрен онотмайыҡ.
Мин ошо мәҡәләмдә бынан 34 йыл элек Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы осоронда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән булған осрашыуҙы бәйән итергә теләйем. Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы яугире Нурый Хәйретдин улы Буранбаев, Өфө ҡалаһында йәшәһә лә, тыуған яҡтарын онотманы.
1985 йыл май айында Татлыбай мәктәбенә осрашыуға килгәндә ул 70 йәшлек олпат ир уҙаманы ине. Уның балалыҡ һәм йәшлек йылдары Татлыбай ауылында үткән. 1921 аслыҡ йылында башҡа ауыл балалары менән бергә 6 йәшлек Нурый, 8 йәшлек Наҡыя апаһы 2-3 йәшлек Хәлимә һеңлеһен етәкләп Татлыбай ауылында асылған балаларҙы ашатыу йортона йөрөйҙәр. Ҡайтышлай астан үлмәҫ өсөн Мөхәммәтша байҙың соланында ултырған эркетте ике бармаҡ менән тығып ялай торғайныҡ, тип хәтерләй. Наҡыя апайым кеүек астан үлгән балалар бик күп булды тип һөйләне ветеран. «Ауылда мәктәп булмағанлыҡтан, Хизбулла, Әхмәҙулла, Имаммәлик, Сабит—йәмғеһе 7-8 бала Татлыбайға йөрөп уҡыныҡ. Өҫтә, аяҡта кейем юҡ ине, Fатаулла ағайым иҫке ямалып бөткән тире тунын, кәпәсен, Сәбилә еңгәм итеген бирҙе. Бер бүлмәнән торған мәктәптә Татлыбаев Fиззәт ағай уҡытты. 8-14 йәшлектәр барыһы ла 1-се класта уҡыны. Уҡытыусыбыҙ шәп булды. 1929 йылда 2-се класҡа Баймаҡҡа уҡырға барҙым. Унда беҙҙе Ырым-бур педтехникумын бөткән Кадикова Рабиға апай уҡытты. Беҙҙең менән Йәнтилин Fөзәйер бергә уҡыны. Яҡшы өлгәшкән өсөн мине, 4-сене уҡытмай, 5-се класҡа ултырттылар. 5-се класты тамамлағас, колхозда эшләнем, Шунан 1931 йылда еҙнәйем Ибраһим Яхин мине Ырымбур педтехникумына уҡырға барырға өгөтләне. Хәсән олатай, Иҫке Сибайҙан Күсәбаев тигән егетте, һеңлеһе лә беҙҙең менән ине, Ҡаруанһарайға алып барҙы. Таҡтанан эшләнгән бәләкәй ҡумта (һандыҡ) тотоп Ҡаруанһарайға барып индек. Унда Айсыуаҡов Барый, Татлыбаев Мырҙабай, Биишева Мәғәтифә менән яҡындан танышып, дуҫ йәшәнек. Шул уҡ йылды яҡшы уҡыған өсөн икенсе курсҡа күсерҙеләр, ләкин уҡып бөтөргә насип булманы. Ашау насар булды, беҙҙең менән барған Күсәбаева астан үлде. Ә миндә аҙ ҡанлылыҡ башланды, бер туҡтауһыҙ танауым ҡанағанлыҡтан, уҡыуҙы ташлап ҡайттым. Ырымбурҙа белем алыу файҙаға булды. Руссаны яҡшы белеүем, грамоталы булыуым Татлыбай ауыл советына секретарь булып эшкә урынлашырға ярҙам итте. Аҙаҡ рәйестең урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Мин ауыл советында эшләгәндә коллективлашыу осоро ҡыҙыу барҙы. Комсомол секретары булып та һайландым. Ауыл советында етәкселек итеү оҫталығына өйрәндем, сыныҡтым, ойоштороу һәм сәйәси эштең ҙур мәктәбен үттем. Киләсәккә ҙур юл асылды. Иҫке Сибайҙан Fөбәй-ҙуллин Хөббөл, Тимерәсов Зәйнетдин, Буранбаев Fәйнетдин (минең ағайым) Тимерәсов Шәмсетдин ағайҙар менән бергә үҫтем, тәрбиәләндем.
Шул йылдарҙа Татлыбай ауылында 7 йыллыҡ мәктәп асылды. Исхаҡ Йәнбәков директор булһа, Мәмбәтҡолов Бәҙри ағай беҙҙе уҡытты. Әбдрәхмән ауылында Яҡупов Мазһар, Иҫке Сибайҙа Күсәбаев Яҡуп ағайҙар йәштәргә аң-белем бирҙе.Ауылдарҙа коммунистар-активистар эшләне. Иҫке Сибайҙа Сибаев Мотаһар, Ишбирҙин Fәтиәт, Ямаштан Fүмәров Әхмәт, Әминев Зиннәт, Кәрешкәнән Юлдашбаев Омор-ҙаҡ, Бүләкәров Әхмәт, Хәлилов Fиззитдин, Йәнтилин Фәйзулла, Әбрәхмәндән Яратова Наҡыя апай, Вәхитов Әбдрәхмән, Дәүләтбаев Шәрифулла, Татлыбайҙан Йәнтүрин Искәндәр, Моратов Мостаҡ, Рыҫмөхәмәтов Абдулла, Татлыбаев Мырҙағәле, Аллабирҙин Шәһивәли һ.б ағайҙар коллективлаштырыу осоронда әүҙем эшләне»—тип һөйләне яугир.
Ветеран беҙҙең ауыл халҡы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне. Уҡыусылар Өфө ҡалаһына экскурсияға барһа, уларҙың фатирында йоҡлай торғайны. Киң күңелле, йор һүҙле булды. Уның тормош юлы күптәргә өлгө. Нурый ағай һәр саҡ белем алырға ынтылған. 1933 йылда Баймаҡ район партия комитеты Буранбаевты уҡырға ебәрә. ВЛКСМ-дың Маҡар район комитетытының икенсе секретары булып эшләй. Ил саҡырғас, Ҡыҙыл Армия сафына китә.1939-1940 йылдарҙағы фин һуғышында, һуңынан көнбайыш сиктәрҙе нығытыуҙа ҡатнаша. Ҡайтып ВКП(б)-ның Баймаҡ район комитетында ярты йыл да эшләп өлгөрмәй, тағы ла яу ҡуба—Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Смоленск артиллерия училищеһын ваҡытынан алда тамамлап алыштарға инеп китә. Сыуашстандағы Канаш вагондар ремонтлау заводында төҙөлгән «За Родину» 850 һанлы бронепоездың командиры итеп башҡорт егете капитан Нурый Буранбаев тәғәйенләнә. Уның менән бергә төрлө милләт вәкилдәре бер татыу ғаилә булып фашистарҙы илдәренә ҡыуа.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Нурый Буранбаев өлкә партия мәктәбендә уҡый, аҙаҡ партия совет органдарында, республиканың эске эштәр министрлығында эшләй. Ваҡытында Башҡорт АССР-ы Верховный Советы депутаты ла була. Ике орден һәм бихисап миҙалдар менән наградланған. СССР-ҙың персональ пенсионеры.
Ветеран күптән беҙҙең арала юҡ. Шулай ҙа уның менән осрашҡанда һөйләгәндәре бөтәһе лә хәтерҙә, бер нәмә лә онотолмаған...
Беҙ тыныслыҡ яҡлы кешеләр, әммә беҙгә бөгөн теш ҡайраған дошман белһен:дарыны ҡоро тотабыҙ! Фашизм менән үлемесле алышта һаҡлап ҡалған кешеләрҙең улдары һәм ейәндәре ҡоро тота бөгөн дарыны, сөнки улар ата-бабаларының эшенә лә, данына ла тоғро.
Фәрзәнә Йәнтүрина, мәғариф ветераны.
Баймаҡ районы Татлыбай ауылы.
Һүрәттә: Буранбаев Н.Х.
Читайте нас: