АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
14 Ғинуар 2019, 11:52

Һинең менән тормош йәмле

Беҙҙең әсәйебеҙ Һағынбаева Таңһылыу Яҡуп ҡыҙы Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында күп балалы ғаиләлә баш бала булып тыуған. 1973 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында институтты тамамлап ҡайтҡас, Ишмырҙа ауылының урта мәктәбендә математика һәм физика уҡытыусыһы булып эш башлай. 1974 йылда атайыбыҙ Әфләтүнов Йәноҙаҡ менән ғаилә ҡоралар. Әсәйебеҙ бер урында оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар уҡытты. Үҙ эшенә һәр саҡ яуаплы ҡараны. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ғәзиз кешебеҙ күп тапҡыр Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде. Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булды, «Әсәлек даны» миҙалын алды.

Ҡәҙерлеләребеҙ беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк итте. Матур тәрбиә биреп эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр, барыбыҙға ла юғары белем алырға ярҙам иттеләр, туйҙар үткәреп, өйҙәр һалыштылар. Ата-әсәйебеҙ бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ҡул ҡаушырып ултырмай: мал көтәләр, ҙур баҡса үҫтерәләр, ауылда иң күп китап уҡыу-сы ғаилә тип тә танылдылар. Оҫта ҡуллы әсәйебеҙ бөтә балаларына ла яҫтыҡ, юрған-түшәктәр әҙерләп бирҙе, дүрт ҡыҙына һәм килененә семәрләп биҙәп түшелдеректәр эшләне. Әсәйебеҙ шәп баҡсасы ла, уның емеш-еләге йыл да емерелеп уңа. Баҡса үҫтереү серҙәрен хәҙер ул ейән-ейәнсәрҙәренә лә өйрәтә, улар йәйге ялдарындә өләсәләренә ашҡынып ҡайта. Беҙҙең тыуған йортобоҙҙа, аллаға шөкөр, һәр саҡ балалар тауышы яңғырап тора. Әсәйебеҙ ҡайтыуыбыҙға тәмле аштарын әҙерләп, юлға сыҡҡанда изге доғаларын уҡып оҙатып ҡала. Ошо көндәрҙә ул оло юбилейын—70 йәшен билдәләй. Әсәй, бер ҡасан да йөҙөңдән ҡояш нуры һүрелмәһен, өйөбөҙҙөң ҡото булып, ейән-ейәнсәрҙәрҙең уңыштарына ҡыуанып, атайыбыҙ менән иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һеҙҙең фатихаларығыҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙе Хоҙай сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Оло ихтирам менән—
ул-ҡыҙҙарың, килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
3373.* Мәҡәлә түләүле нигеҙҙә баҫылды.