Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
28 Декабрь 2018, 16:07

Бер йылы һүҙ етә...

Яңы йыл барса халыҡтың көтөп алған байрамы булһа ла, фекерҙәр айырмалығы бар. Мосолмандар уны үҙһенмәй, беҙҙең халыҡтың байрамы түгел, тиҙәр. Бәхәс тә юҡ, хаҡлыҡ бар бит. Әммә бер нисек тә унан баш тартып булмай. Яңы йыл етеү менән бала саҡтағылай Ҡыш бабай көтөп ултырмаһаң да, бер ни үҙгәрмәҫен белһәң дә, бары йылдар алмашыныуын аңлаһаң да күңел төбөндә генә бер осҡон емелдәй. Ул—мөғжизә көтөү.

Яңы йыл яҡынлашыу менән бала саҡ иҫкә төшә. Fаилә менән күмәкләп билмән әҙерләү, кем күберәк эшләй тип ярышыу, атайҙың урмандан ҡупшыҡай алып ҡайтыуы, шыршы биҙәү, мәктәп өсөн стенгәзиттәр сығарыу, костюмдар тегеү, урамдан үткән тройканы күҙәтеү, Ҡыш бабай һибеп киткән кәнфиттәрҙе йыйыу...Барыһы ла йылы хәтирә булып күңелдә йәшәй. Шулай ҙа уларҙың иң йылыһы, иң сағыуы ябай открытка һымаҡ. Был ябай ғына һүрәтле ҡағыҙҙарҙың ҡайһы берәүҙәре әле булһа ла шкаф тартмаһында һаҡлана...
Әсәйем хаҡлы ялға сыҡҡансы почтальонка булды. Бөтә гәзит-журналдар ғына түгел, хаттар, открыткалар беҙҙең өй аша үтте. Иҙәнебеҙҙә тулып ятҡан ошо «ҡағыҙҙар» эргәһендә уралырға яраттым. Үҙебеҙ алдырмаған гәзит-журналдарҙы уҡып ҡалырға ашыҡһам, открыткаларҙың һүрәтен төшөрөп алырға тырыштым. Уларҙың күплеге, төрлөлөгө... Открыткалар күбәйгән һайын, байрам кәйефе нығыраҡ арта торғайны.
Эйе, заман башҡа—заң башҡа, хаттар яҙмайбыҙ, окрытка ебәреп ҡотлашмайбыҙ. Әммә байрам үҙ урынында ҡала әле. Уны инҡар итергә кәрәкмәйҙер. Әлбиттә, эскелекте, шау-шыуҙы өнәмәйем, әммә урамда һиңә танышы ла, таныш булмағаны ла йылмайып баҡһа, «Яңы йыл менән»,—тип өндәшһә, изге теләген теләһә, кәрәк икән, бүләген дә тотторһа, насармы ни?! Халыҡты берләштергән, дуҫлаштырған, баштан яман уйҙарҙы ҡыуған, һәммәһен дә көлөргә, йылмайырға мәжбүр иткән байрам бит ул! Кешегә йылы һүҙ ҡушыу, яғымлы ҡараш ташлау ҙа оло ҡиммәткә әүерелеп, мөғжизәгә тиң ҡылыҡ булып ҡала күрмәһен. Открытка, йә иһә смс-хәбәр, телефон ашамы, әллә инде күҙенә тура ҡарапмы—быныһы мөһим түгел, әммә бер-беребеҙгә изге теләк теләүҙән һис ҡасан да туҡтамайыҡ!
Резеда Усманова.