Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
24 Декабрь 2018, 15:25

Бер урам малайҙары

Урам тигәс тә был тотош урам да түгел, ә уның Азанов урамындағы элекке иҫке военкоматтан алып башҡорт зыяраты яғына тартылған бер өлөшө генә. Ошо ҙур булмаған арауыҡта бында һуғыштан һуң, йәғни 1946 йылдан 1950 йылға тиклем, 8 ир бала доньяға килә. Улар—Fәлимйән Баймырҙин, Азат Хәлитов, Риза Хәйбуллин, Фитрат Яхин, Салауат Яналин, Нуретдин Шәһиев, шулай уҡ һуңыраҡ донъяға килгән Вәли Шәһиев һәм Динислам Арыҫланов. Был араға аҫҡы Хоҙайбирҙин урамынан Исҡужа Баймырҙин, Fәлимйән һәм Әғзәм Бүребаевтар ҙа инеп китә торғайны.

Урам тигәс тә был тотош урам да түгел, ә уның Азанов урамындағы элекке иҫке военкоматтан алып башҡорт зыяраты яғына тартылған бер өлөшө генә. Ошо ҙур булмаған арауыҡта бында һуғыштан һуң, йәғни 1946 йылдан 1950 йылға тиклем, 8 ир бала доньяға килә. Улар—Fәлимйән Баймырҙин, Азат Хәлитов, Риза Хәйбуллин, Фитрат Яхин, Салауат Яналин, Нуретдин Шәһиев, шулай уҡ һуңыраҡ донъяға килгән Вәли Шәһиев һәм Динислам Арыҫланов. Был араға аҫҡы Хоҙайбирҙин урамынан Исҡужа Баймырҙин, Fәлимйән һәм Әғзәм Бүребаевтар ҙа инеп китә торғайны.
Һуғыштан һуңғы көрсөктән һуң урамдың арына алмаған сағы, төҙөк, күркәм өйҙәр юҡ кимәлендә. Урам ергә һеңеп барған, ярым емерек ағас йорттарҙан тора. Ара-тирә саман өйҙәр ҙә бар. Йорт алдарында бөгөнгө рәшәткә ҡоймалар юҡ, уның урынына һайғауҙан йә таштан буралған ҡоролмалар. Өй ҡыйыҡтары транса таҡта менән ябылған, шиферҙең әҫәре лә юҡ: күпселек өйҙәр эсле-тышлы балсыҡ менән генә һыланған. Һыу юҡ. Эсәр һыуҙы беҙҙең әсәйҙәр, апайҙар һәм енгәйҙәр хәҙерге Хоҙайбирҙин урамы менән Кәкреауыл араһында ятҡан башҡоҙоҡтан көйәнтәләп, йә сана менән ташый торғайны. Хужалыҡ кәрәк-яраҡтарына тотоноу өсөн урамда бер-ике ҡоҙоҡ ҡына эшләне. Мунса мәсьәләһе менән хәл бигерәк тә аяныс булды. Тотош урамға талдан үрелгән ике һәм бүрәнәнән һалынған бер мунса бар ине. Урам халҡы ошо мунсаларҙы сиратлап яғып төшә. 50-се йылдарҙың уртаһына, 60-сы йылдар башына тиклем беҙҙең урамдың хәле бына ошолай торҙо.
50-се йылдар аҙағында урамда ҡарағайҙан буралған яңы өйҙәр үҫеп сыға башланы, өй алдарын рәшәткәләп уратып алдылар. Йорт хужалары өй алдарында емеш-еләк ағастары, сәскәләр үҫтерергә тотондо. Әкренләп һыу проблемаһы ла хәл ителде. Беҙ ҙә, мәктәп йәшенә етеп, сепрәктән әсәйҙәр тегеп биргән сумкаларға китап-дәфтәрҙәрҙе тултырып, мәктәпкә йөрөй башланыҡ.
Йәш айырмалығы ҙур булмағанлыҡтан, һәр ваҡыт бергә татыу уйнап үҫтек. Бала саҡта, мәктәпкәсә йәшкә тиклем һәм уҡырға барғас та, урам осондағы тауҙа уйнап көн үткәрә торғайныҡ. Ул саҡта ул тау беҙгә мөһабәт Ирәндек тауҙа-рындай булып күренә торғайны. Тауҙың түбәһендә «кәбән» таш ултыра, унан саҡ ҡына өҫтәрәк «иҙән» таш була торғайны. Улар хәҙер ҙә бар, тик әллә беҙ үҫкәнгә, әллә замана үҙгәргәнгәме, улар бик бәләкәй, уйынсыҡ һымаҡ ҡына булып күренә. Күптәребеҙ баласаҡ һәм йәшлек йылдарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, унда әле лә барып әйләнәбеҙ.
Ошо тау-таш араһы беҙҙең иң яратҡан шөғөлөбөҙ—«атыш» уйыны урыны булды. Ике командаға бүленеп алып, командирҙар, разведчиктар, һуғышсылар һайлап, гөж килә торғайныҡ. Үтә ҡыҙыҡ та, күңелле лә, үҫеп килгән малайҙар өсөн файҙалы ла булды ул уйындар.
Үҫә төшкәс, футбол, волейбол, бура, сәкән һуғыу менән мауығып киттек. Волейбол буйынса беҙҙең команда ҡалала иң көслө командаларҙың береһе булды. Команда составына Нуретдин Шәһиев, Азат Хәлитов, Fәлимйән һәм Әғзәм Бүребаевтар, Риза Хәйбуллин, Fәлимйән Баймырҙин һәм башҡа егеттәр инә торғайны. Йәштәр көнө хөрмәтенә ойошторолған һәм ҡалала үткәрелгән башҡа ярыштарҙа урынһыҙ ҡалмай торғайныҡ.
Ошо уҡ егеттәрҙән торған футбол командаһы Крәҫтиән урамы, Завод яғы һәм ГРЭ ҡасабаһы футболистары менән төрлө осрашыуҙар үткәрә инек.
Ул заманда беҙ ул юҡ, был юҡ тип торманыҡ—волейбол майҙансығын да, футбол майҙанын да үҙебеҙ эшләп ала тор-ғайныҡ. Туп, сетка һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ла үҙебеҙ йүнләнек.
Урам уртаһындағы майҙансыҡҡа сығып волейбол уйнай башлаһаҡ, күрше-тирәләге ҡыҙҙар, өлкән ағай-олатайҙар йыйылып китер ине. Ә инде Хоҙайбирҙин урамы менән Кәкреауыл араһындағы Арыш йылғаһы туңып, шәре йәйелеп, боҙ туңһа, сәкән һуғырға тотона торғайныҡ. Ул заманда хәҙерге сәкән, ботинкалы коньки тигән нәмәне белмәнек тә. Ямалған быймаларыбыҙға кемдә ниндәй коньки бар, шуны ҡайыш, еп менән урап алабыҙ ҙа «хоккей» уйнарға тотонабыҙ. Сәкәнгә килгәндә—яҡын тирәләге ситән-ҡоймаларҙы һөҙөп сыға инек. Сәкәнгә оҡшаған ниндәй кәкере ағас бар, шул беҙҙеке булды. Быйма-балаҡтарыбыҙҙы шаҡылдағансы ҡатырып, үҙебеҙ өшөп-туңып, өйгә ҡурҡа-ҡурҡа ҡайтып инә торғайныҡ.
Яҙ еткәнен һағынып көтөп алыр инек. Ер ала ҡарға ҡалғас та ян, уҡ ҡырҡабыҙ тип Ирәндек ҡуйынынан ағып сыҡҡан Ҡарсыға йылғаһы буйына сығып китәбеҙ. Муйыл менән еректе айырмаған саҡтарыбыҙ ҙа булды. Нисек тә булһа, барып ҡайтҡас, уҡ-һаҙаҡ эшләп, йә эшләтеп алып, кәртә-ҡура араһында «атыш» башлай торғайныҡ.
Ер бер аҙ һурыҡҡас Ирәндек тауының хәҙерге телевышка тапҡырындағы ҡыҫы-ғына йүнәләбеҙ. Әтмәкәй, ҡарға теле сығып өлгөрһә, шуларҙы туйғансы ашап, таштан-ташҡа һикереп уйнап, ҡайтырға сығыр инек. Көндәр ҡәҙимгесә йылынып, ҡош-ҡорт, йәнлек терелһә, башҡорт зыяраты менән Ирәндек тауы араһындағы тигеҙлеккә йомран ауларға сығып китәбеҙ. Яҙғы һыу көслө була торғайны. Йомран ояһын табып алғас, кем итеге, кем нимәһе менән һыу ташып ҡойоп, йомранды тотоп ала инек. Тотҡан йомрандарҙың тиреһен һыҙырып, урындағы «алама йыйыусыға» алып барып тапшырабыҙ. Аҡса урынына ул беҙгә төр-лө һыҙғыртҡыстар, уйынсыҡтар биргән була.
Бына шулай көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә торҙо. Мәктәпте тамамлағас, кем-ҡайҙа эшкә урынлашты, ҡайһылар уҡырға инеп, һөнәр алды. Өс егет—Салауат Яналин, Азат Хәлитов, Нуретдин Шәһиев—полиграфия юлынан китте. Баймаҡ ҡала типографияһында гәзит баҫыусы булып эшләп, артабан, ошо өлкәлә юғары дәрәжәгә күтәрелделәр. Йылдар үтеү менән Салауат Яналин республикабыҙҙың матбуғат министрлығының баш инженеры-министр урынбаҫары, Азат Хәлитов—Сибай, Нуретдин Шәһиев Баймаҡ ҡала типо-графияһы директоры булып эшләне. Риза Хәйбуллин КПСС райкомы аппаратында эшләп, һуңынан мебель фабрикаһы директоры, машзавод директорының төҙөлөш буйынса урынбаҫары булып китте. Исҡужа Баймырҙин, заводта эшләп, «Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы» исеменә лайыҡ булды. Fәлимйән Бүребаев рәссам-биҙәүсе булып танылды. Әғзәм Бүребаев та тормошта үҙ урынын тапты. Уларҙың икеһе лә спорт менән мауыҡты. Динислам Арыҫланов күп йылдар совет эшендә эшләгәндән һуң хужалыҡ эшенә күсте, әлеге көндә лә ДРСУ начальнигы вазифаһында эшләй, «Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе» исемен йөрөтә. Вәли Шәһиев иҡтисадсы һөнәренә уҡығандан һуң партия, совет органдарында эшләне, «Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Фитрат Яхин менән ошо юлдарҙың авторы Fәлимйән Баймырҙин ваҡытлы матбуғат селтәрендә эшләне. Ф. Яхин оҙаҡ йылдар Учалы ҡалаһының «Серп и молот» гәзитенең, F. Баймырҙин—Баймаҡта «Октябрь-ское знамя»-«Баймакский вестник» гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре булып эш- ләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Азат Хәлитов, Нуретдин Шәһиев, Fәлимйән Баймырҙин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән почетлы исем йөрөтә.
Бына шулай, бер урамда тыуып-үҫеп, үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙәрен һайлап, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итеп, оло тормош юлы үтте бер урамдың малайҙары. Улар әле лә бер-береһен тартып, баласаҡ дуҫлығына тоғро ҡалып, аралашып, үткән йылдарға байҡау яһап, бөгөнгө тормош муллығына ҡыуанып йәшәй бирә.
F.Баймырҙин,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Һүрәттә: Урамдың волейбол командаһы.
Һулдан уңға—F.Баймырҙин, F.Бүребаев,
Р.Хәйбуллин, А.Хәлитов, Н.Шәһиев,
Ә.Бүребаев нәүбәттәге ярышта еңгәндән һуң.