Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
5 Июль 2018, 17:29

Матурлыҡҡа ғашиҡ

Ҡасандыр беҙ барыбыҙ ҙа балалар баҡсаһында, мәктәптә тәрбиә һәм белем алдыҡ. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙың матурлығына, уңайлы булыуына иҫ китерлек. Зауыҡ менән биҙәлгән уйын һәм йоҡо бүлмәләре, музыка һәм спорт залдары әллә ҡайҙан балаларҙы әйҙәп, саҡырып тора. Ә ихаталарында үҫкән мең төрлө сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша.

Ҡасандыр беҙ барыбыҙ ҙа балалар баҡсаһында, мәктәптә тәрбиә һәм белем алдыҡ. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙың матурлығына, уңайлы булыуына иҫ китерлек. Зауыҡ менән биҙәлгән уйын һәм йоҡо бүлмәләре, музыка һәм спорт залдары әллә ҡайҙан балаларҙы әйҙәп, саҡырып тора. Ә ихаталарында үҫкән мең төрлө сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша.
Был матурлыҡ батшалығының үҙ хужабикәһе бар. Ул—балалар баҡсаһы мөдиренең хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары. Баҡсалағы таҙалыҡ, йылылыҡ, биләмәнең бөхтәлеге, техник хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге тап уның иңенә йөкмәтелгән. Мәҡәләмдең геройы Гөлнур Абдулла ҡыҙы Сәғитова ла ваҡытында ошо яуаплы вазифаны намыҫлы үтәп, хаҡлы ялға сыҡҡан кеше.
Гөлнур Абдулла ҡыҙы 1948 йылда Баймаҡ районының Манһыр (Бәхтигәрәй) ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Абдулла Ҡорбанғәле улы Сәғитов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Әсәһе күрше Байыш ауылынан, олоғайған көнөндә Гөлнур ҡыҙының ғаиләһендә бәхетле ғүмер кисереп, 95 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.
Байыш мәктәбендә белем алған Гөлнур 6-сы кластан һуң Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенә уҡырға бара. Уны тамамлағас нефть базаһына яғыулыҡ ҡойоусы булып эшкә төшә. Йәш ҡыҙҙың эшкә әрһеҙ һәм тырыш булыуын етәксе лә шәйләп ҡала һәм Саратов ҡалаһына уҡырға ебәрә. «Нефть продукттары буйынса тауар белгесе» һөнәрен үҙләштереп диплом алған белгесте Сибай нефтебазаһының өлкән операторы итеп тәғәйенләйҙәр.
Оҙаҡламай Гөлнур кейәүгә сыға, балалары тыуа. Ул яңы ғына асылған «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһына кесе тәрбиәсе булып эшкә төшә. 35 йыл эшләү дәүерендә ул кесе тәрбиәсенән склад мөдире, хужалыҡ бүлеге мөдире вазифаларына күтәрелә. Гөлнур Сәғитова әле лә үҙе менән бергә эшләгән балалар баҡсаһы мөдир-ҙәрен һәм методистарын хөрмәтләп иҫкә ала. Ул төрлө яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн С.F. Рысмөхәмәтоваға, Л.Ф.Биктимероваға, А.П.Осиповаға, Н.Ә.Гәрәеваға, Т.С.Кармановаға рәхмәтле. Ул ваҡытта ҡаланың төп предприятиелары: «Башмедьстрой» тресы һәм уның бүлексәләре, УМ, СУ-2, етәкселәр А.Х. Байназаров, Ф.Ф.Фәтхилисламов, Н.А.Тажетдинов, Р.Х.Дәүләткилдиндарҙың да ярҙамы ҙур була.
Яуаплы, талапсан етәкселәр Гөлнур Абдулла ҡыҙын документтар менән дөрөҫ эш итергә, мөлкәтте иҫәпләү һәм һаҡлау, техперсонал менән идара итеү эштәренә өйрәткән.
Тормош иптәшен бик иртә юғалтҡан Гөлнур яңғыҙы ике баланы аяҡҡа баҫтырҙы. Ҡыҙы Гөлназ социаль педагог һөнәрен алған. Улар иптәше Риф менән Алина исемле ҡыҙҙарын үҫтереп оло тормош юлына сығарған. Гөлнур апай ейәнсәре Алина һәм кейәүе Динислам бүләк иткән бүләсәләре Кәримә менән Нәҡиәгә һөйөнөп бөтә алмай. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан Гөлнур Абдулла ҡыҙы әүҙем тормош алып бара, коллегалары, туғандары менән тығыҙ аралашып йәшәй, гәзит-журналдар уҡый, шиғырҙар яҙа.
Фәниә Хәмитова, мәғариф ветераны.
Сибай ҡалаһы.