Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
3 Июль 2018, 17:06

Тыуған еренә тоғро

Ожмахҡа тиң төбәк—Йылайыр районының Аралбай ауылы күптәр өсөн ҡәҙерле һәм яҡын. Ошо ауылда тыуып үҫеп, кейәүгә сығып 9 бала үҫтереп, бар ғүмерен ошо ергә бағышлап, ауыл бөткәнгә тиклем көйөп-янып йәшәүсе Fәбиҙә Минһажетдин ҡыҙы Боҫҡонова (Һеләүһенова) тураһында яҙыр һүҙем.

Ожмахҡа тиң төбәк—Йылайыр районының Аралбай ауылы күптәр өсөн ҡәҙерле һәм яҡын. Ошо ауылда тыуып үҫеп, кейәүгә сығып 9 бала үҫтереп, бар ғүмерен ошо ергә бағышлап, ауыл бөткәнгә тиклем көйөп-янып йәшәүсе Fәбиҙә Минһажетдин ҡыҙы Боҫҡонова (Һеләүһенова) тураһында яҙыр һүҙем.
Ул 1923 йылдың 1 июлендә Минһажетждин һәм Фәғилә Һеләүһеновтар ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе шәхси хужалыҡтарында баҡса үҫтереп, ишле мал аҫрап бик хәлле йәшәй. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда 1937 йылда уның атаһын ҡулға алалар. Аралбай ауылы мәсетенең мөьәзиненә (ул мәсет хәҙер ҙә бар) Совет власына кире йоғонто яһаусы иҫке тормош ҡалдығы тигән мөһөр яғалар. Минһажетдин шул китеүҙән кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Әсәһе балаларын кәм-хур итмәй үҫтерә. Fәбиҙә буй еткәс әрменән яңы ҡайтҡан ауылдың беренсе егете, үҙе ҡурайсы, бейеүсе, йырсы Һибәтуллаға ғашиҡ була. Иренең әрмелә сәнғәт оҫтаһы булараҡ алған Почет грамотаһын Fәбиҙә инәй һаман ҡәҙерләп һаҡлай. Тик йәштәрҙең өйләнешеү ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылмай. 1941 йылдың яҙында никах уҡытһалар, йәй башында ҡәһәрле һуғыш сыға. Һуғыштың беренсе көнөндә үк Һибәтуллаға повестка килә. Юлдыбайға хәрби комиссариатҡа барһа, повестка бит Һиҙиәт ағайыңа, тип әйтәләр. «Бер килгәс ҡайтып тормайым инде, ағайыма ла сират етер»,—тип үҙ теләге менән ул фронтҡа китә. Ҡәһәрле һуғыштың башынан аҙағынаса йөрөп 1946 йылдың июнь айында ғына ауылына ҡайтып төшә. Ире фронтҡа киткәс 18 йәшлек Fәбиҙә аптырап ултырмай, иңенә төшкән бурысты лайыҡлы башҡара. Һуғышҡа алынған Илһаметдин ағаһының балаларын ҡарай, өй эшендә лә, колхозда ла өлгөрә. Фашистарҙы еңеү өсөн көнө-төнө тырышып эшләйҙәр.1942 йылдың көҙөндә Fәбиҙә менән Сәмиғә тигән иптәшен йүнәлтмә буйынса Белорет ҡалаһына ебәрәләр. Таңдан алып төн уртаһына тиклем тимер юл ситенә паровоз парына туңған боҙ киҫәктәрен ситкә ырғытыу менән булышалар. 3 ай эшләгәндән һуң уларҙы ялға ҡайтаралар. Ул ваҡытта транспорт юҡ, февраль айының сатлама һыуығында 6 ҡыҙ йәйәүләп ҡайтыр юлға сыға. Юлда күргән михнәттәрен үҙе генә генә белә, аҙашып, асығып, кәбән төптәрендә йоҡлап төн үткәреп, туғыҙынсы көн тигәндә генә Аралбайға ҡайтып ҡолайҙар. Юлаусылары Алғаҙынан һәм Ҡыуаттан Миңһылыу, Мәхмүзә исемле ҡыҙҙар була. Ялдан һуң тағы Белоретҡа китәм тип йөрөгәнендә, бында кеше етешмәй тип уны Матрайға тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Ҡулына трактор йөрөтөүгә танытма алғас та Аралбайға «Яңы Һаҡмар» колхозына яҙғы сәсеүгә төшә һәм ҡара көҙгәсә баҫыуҙан ҡайтмай хеҙмәт итә. Ҡыш иһә Матрайҙа ремонт эштәре менән булышалар. Һыуыҡ мастерскойҙа эшләү, кешелә фатирҙа тороу бигерәк ауыр була. Ярай әсәһе шәп була, кеше аша ашарға күп итеп төрлө ризыҡтар ебәреп тора. 1946 йылда Һибәтуллаһы һуғыштан имен йөрөп ҡайтҡас тракторҙы уға тапшыра ла башҡа руль артына ултырмай Fәбиҙә. Боҫҡоновтарҙың бер-бер артлы балалары тыуа. Шулай булһа ла Fәбиҙә Минһажетдин ҡыҙы бер көн дә колхоз эшенән ҡалмай, ауыл клубын ҡарай. «Ял тигән нәмәне белмәнек, байрамдар ҙа артыҡ булманы. Бер миңә генә тәтемәне инде ул осорҙағы ауырлыҡтар. Бөтә кешелек күрҙе был михнәттәрҙе. Ошо тыныс тормошҡа шөкөр итегеҙ, балалар»,—ти ул әле йәштәргә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған Һибәтулла Боҫҡонов 62 йәшендә генә вафат була. Яралары тынғы бирмәй уға, һыҙланып, ауырып яҡты донъянан китә. «Fәбиҙә, мин донъя рәхәтен татый алманым, Алла бирһә, балаларҙың изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын һин күрерһең»,—ти ул күҙҙәрен мәңгелеккә йомғанында хәләл ефетенә. Ысынлап та, уның һүҙҙәре хаҡ була, бөгөн инәй матур тормошта ғүмер итә. Тағы ла бер ҡыуанысы бар: 2 йыл элек һуғыш осоронда ауылдан сығып киткән ағайҙарының балаларын табып осрашҡандар. Хәйбулла районының Аҡъяр, Fәлиәхмәт, Сәғит, Ивановка ауылдарында төпләнгән улар. Шул туғандары менән йыл һайын йыйылышып Аралбайға барып әрүәхтар рухына аяттар уҡытып, осрашып ҡайталар. Fәбиҙә инәй өлкән йәштә булһа ла, хәтере яҡшы, Аралбай ауылы, халҡы тураһында бик күп мәғлүмәт белә. Хатта шул ауылда тыуған балаларҙың исемдәрен, тыуған йылдарын, көндәренә хәтлем барыһын да иҫендә тота.
Fәбиҙә Минһажетдин ҡыҙы «Атайсал» гәзитен яратып уҡый. Унда Аралбай тураһында мәҡәлә сыҡҡас, тыуған төйәген тергеҙеүгә күп көс һалған Әсҡәтте маҡтап бөтә алмай. «Булдырыр ул егет, уның тоҡомдары төҙөткән бит мәсетте»,—тип ебәрә.
Ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләүсе Fәбиҙә Минһажетдин ҡыҙы Боҫҡонованы ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ.
Гөлдәр Ҡадаева.
1554. Мәҡәлә түләүле нигеҙҙә баҫылды.
Читайте нас: