Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
20 Апрель 2018, 12:05

КӨТӘМ ҺЕҘҘЕ, ҠАРЛУҒАСТАРЫМ!

Ниндәй гүзәлһең һин, тыуған илем! Йылдың ҡайһы миҙгелендә лә һин ҡәҙерлеһең. Тәбиғәттең һәр мөйөшөндә һайрар ҡоштарың булыуы менән бигерәк хозурһың, моңлоһоң.

Ниндәй гүзәлһең һин, тыуған илем! Йылдың ҡайһы миҙгелендә лә һин ҡәҙерлеһең. Тәбиғәттең һәр мөйөшөндә һайрар ҡоштарың булыуы менән бигерәк хозурһың, моңлоһоң.
Тыуған яғымдың айырылғыһыҙ өлөшө—ҡоштар. Улар барлыҡ ергә, туғайҙарға, урмандарға, болондарға матурлыҡ өҫтәй. Ҡоштар—баҡсабыҙҙың биҙәге. Матур, сағыу төҫтәре, яңғырап торған йырҙары менән тәбиғәткә гүзәллек өҫтәйҙәр, ҡоротҡос бөжәктәр менән туҡланып, тирә-яҡты ҡурсалайҙар. Ҡоштарҙың моңло тауыштары күңелдәребеҙгә дәрт һәм шатлыҡ бирә.
Донъяла бөтәһе 8 мең 600-ҙән ашыу төр ҡош бар. Яҙғыһын уларҙың 300-ҙән ашыу төрө Башҡортостанға ҡайта. Шуларҙың береһе—ҡарлуғас йыл да беҙҙең һарайға оя ҡора. Уҙған йыл май айында мин уларҙы айырыуса ҡыҙыҡһыныу менән күҙәттем. Һарайға тауыҡтарға ем һалырға ингәндә ҡарлуғасҡа иғтибар иттем. Ике ҡошсоҡ татыу ғына сыр-сыу килеп һарайға һалам ташый. Бер инәләр, бер сығалар, нәмәне булһа ла алып киләләр. Ҡурҡытырмын тип ситкәрәк киттем. Ләкин улар мине шәйләне, электр сымына барып ҡунды. Кеҫәмдә ятҡан фотоаппаратымды сығарып фотоға төшөрҙөм дә, уларға ҡамасауламайым әле, тип өйгә инеп киттем.
Икенсе көндө һарай өрлөгөндә балсыҡтан, һаламдан яһалған оя барлыҡҡа килгәнен күрҙем. Инә ҡарлуғас ояла ята, ә ата ҡарлуғас ояны тыштан һаҡлай ине. Минең иҫәпләүемсә, был ҡоштарға оя ҡороу өсөн 7 көн етә.10-12 көн эсендә йомортҡа һалалар. Минең ҡарлуғасым 5 йомортҡа һалған ине. Бала баҫып сығарыуға 18 көн кәрәк. Инә ҡарлуғас бала баҫҡан ваҡытта, ата ҡош инә ҡошто тәрбиәләй: ҡорттар ашата, ауыҙы менән һыу алып килеп эсерә. Ата ҡош төнөн ғаиләһен ояға йәбешеп торған хәлдә һаҡлай һәм шул килеш йоҡлай. Уларҙың дошмандары—бесәйҙәр һәм һайыҫҡандар. Кәүҙәгә бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, суҡып-суҡып ҡыуалар. Балаларын ҡурсалайҙар.
Ҡарлуғас балалары дүртәү үҫте. Уларҙың ауыҙҙары һәр ваҡыт асыҡ, ашарға һорайҙар. Ата-әсәһе уларға өҙлөкһөҙ ҡорт-бөжәктәр ташыны. Ҡоштар китабынан уҡыным—ҡарлуғас балаһы кө-нөнә 300 бөжәк ашап тора икән.
Осорға ошолай өйрәнделәр: ата-әсәһе иң тәүҙә оя тирәһендә бәләкәй түңәрәк яһай. Балалары шул түңәрәк буйынса оса ла ояға кире ултыра. Осоу түңәрәге ҙурая барған һайын ҡошсоҡтар-ҙың ҡанаттары ла нығына. Ҡарлуғастар ғәзиз балаларын шундай яратып, ҡыуанып тәрбиәләне. Күҙәтеүемсә, ҡоштар июнь айында бала сығарҙы, июлдә осорға өйрәтте, ә 10 августа йылы яҡҡа осоп китте. Әлеге ваҡытта минең ҡарлуғастарым Африкала осоп йөрөй. Быны «Ҡоштар иле» китабынан уҡып белдем. Ҡарлуғастарымдың быйыл да беҙҙең ихатаға осоп килеүҙәрен көтәм.
Эльвира Танһыҡҡужина, Иҫке Сибай мәктәбенең башланғыс кластар
уҡытыусыһы.
Читайте нас: