Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
6 Апрель 2018, 11:17

КҮҢЕЛ КҮҘҘӘРЕ МӨҺИМЕРӘК!

Беренсе класта уҡып йөрөүсе бәләкәй Йәмил тырышып-тырмашып хәрефтәр өйрәнеү дәфтәрен арҡыс-торҡос хәрефтәр менән тултырып ултырған ваҡытта табип-невропатолог булып эшләүсе атаһы Миңлебай Ильяс улы уның янына килә лә, бер аҙ ҡарап торғас, ҡысҡырып көлөп ебәрә:—Әсәһе, ҡара әле, беҙҙең ғаиләлә тағы бер «выраш» үҫеп килә,—ти.

Беренсе класта уҡып йөрөүсе бәләкәй Йәмил тырышып-тырмашып хәрефтәр өйрәнеү дәфтәрен арҡыс-торҡос хәрефтәр менән тултырып ултырған ваҡытта табип-невропатолог булып эшләүсе атаһы Миңлебай Ильяс улы уның янына килә лә, бер аҙ ҡарап торғас, ҡысҡырып көлөп ебәрә:
—Әсәһе, ҡара әле, беҙҙең ғаиләлә тағы бер «выраш» үҫеп килә,—ти.
...Эйе, Миңебай ағайҙың шаяртыу ҡатыш күҙаллауы тормошҡа аша. Йәмил Аҡбулатов тормошон, ғүмерен изге эшкә бағышлай: сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу—уның төп маҡсаты.
Ысынлап та, Йәмил бала сағынан, табип атаһынан күрмәкселер инде, шприцтар, акупунктура энәләре, «Тиҙ ярҙам» эш ҡоралдары менән уйнарға ярата. Айыу-ҡуяндарына укол ҡаҙаһынмы, түшен-ар-ҡаһын тыңлап, диагноз ҡуйһынмы... Ҡыҫҡаһы, атанан күргән—уҡ юнған, тигәндәй, киләсәккә юл һалына.
Йәмилгә бәләкәй сағынан күреү һәләтенең яйлап юғалыу ҡурҡынысы янауы хаҡында хәбәр итеп, тейешле диагноз ҡуялар. Ата-әсәһе малайҙы Өфөләге күреү һәләте сикле балалар өсөн махсус интернатҡа уҡырға бирә.
—Интернатта уҡығанда режим буйынса мотлаҡ һаналған көндөҙгө йоҡо сәғәтен яратмай торғайным. Йоҡламаҫ өсөн ниндәй түңәрәктәр бар, шуларҙың бө-тәһенә лә яҙылдым, ә улар барыһы ла тап шул көндөҙгө йоҡо сәғәтендә үтә. Еңел атлетика, бассейн, коньки, шахматҡа йөрөнөм һәм музыка мәктәбендә ҡурай түңәрәктәрендә үҙешмәкәрлек менән яратып шөғөлләндем,—ти ул.
Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү-ҙәр яулай, уңышлы сығыштары өсөн улар-ҙың төркөмөн «Орленок» пионер лагерына ебәрәләр. Аҙаҡ еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып, Йәмил бер көмөш һәм ике бронза миҙал менән бүләкләнә. Башҡортостанда яуланған еңеүҙәре тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Спорт менән шөғөлләнеүен ул бөгөн дә ташламай.
Интернатты уңышлы тамамлағас, Өфө медицина колледжын да Ҡыҙыл димпломға бөтә. Артабан Өфө медицина университетында табип-реабилитолог һөнәрен үҙләштерә.
Әлеге көндә уның ярҙамына мохтаж булғандарҙы бына инде тиҫтә йыллап классик традицион һәм ҡытай айырым нөктәләр массажы менән дауалай. Әйткәндәй, ҡытай айырым нөктәләр массажын ул Ҡытайҙың үҙенә барып өс ай уҡып өйрәнеп ҡайта. Унда уҡырға барасаҡ төркөмгә иң-иң-дәрҙе генә һайлап алалар. Бөгөн ул Сибай ҡалаһында йәшәй һәм күңел талап иткән шөғөлө менән мәшғүл.
—Атлай алмаған кеше һинең ярҙамың менән атлап китһә, ҡулдарын ҡыбырлата ла алмағандарҙың массаж һөҙөмтәһендә ҡулдары эшләп китһә, ул кешегә ҡарағанда ла мин нығыраҡ ҡыуанам, күңелдә еңеллек тойғоһо кисерәм,—ти тәжрибәле йәш белгес.—Мин Сибай ҡала поликлиникаһында эшләй башлағас, иң беренсе килгән пациенттарымдың береһе хәтерҙә уйылып ҡалған. Бер көнө кабинетыма оло йәш-тәрҙәге бер ҡатын килеп инде лә, иламһыраған тауыш менән:
—Һыйырыма ярҙам ит, зинһар!—тип ялбарҙы. Мин аптырап ҡалдым:
—Апай, һыйырға нисек ярҙам итәйем, мин бит массажсы,—тием. Ә ул ҡулдарына күрһәтә, баҡһаң, бармаҡтары бөгөл-мәй икән—полиартрит.
—Һыйырым һөтлө тоҡомдан, һауа алмағас, ыҙалана, бахырым, әрәм генә була инде! Балам, ҡотҡар инде һыйырымды!—тип ҡабатлай.
Бер курс массаж эшләгәс, теге апай ҡайтып китә һәм бер аҙнанан тағы килеп инә. Бүлектәге башҡа медиктарҙы аптыратып, пациент Йәмил Миңлебай улының ҡулдарын үбеп, тубыҡланып тороп рәхмәт белдерә:
—Эй балам, рәхмәт яуһын, ҡотҡарҙың бит һыйырымды!—ти, әй- терһең, массажды уға түгел, ә һыйырға эшлә-гәндәр.
Шулай итеп, үҙенең хеҙмәт емешен башҡаларҙың шатлығы аша күргән массажсы дәрт-ләнеп эшкә тотона. Үҙенең эшен яратып башҡарғанлығы әллә ҡайҙан күренеп тора, шулай булмай ни, ул массаж буйынса оҙаҡ йылдар уҡыған, һаман да уҡыуын дауам итә—йылына ике тапҡыр барып белемен камиллаштырып ҡайта.
Поликлиникала бер аҙ эшләгәс, күҙҙәре ныҡлап насарая башлау сәбәпле, Йәмил Миңлебай улын шәхси массаж кабинеты асырға ҡарар итә. Күреү һәләте сикле булыуына ҡарамаҫтан, меңәрләгән пациенттар ҡабул итеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән һәм исем ҡаҙанған ул. Уға Урал аръяғы райондарынан ғына түгел, тотош Башҡортостандан, хатта Рәсәйҙең ҙур ҡалаларынан да мөрәжәғәт итеүселәр булып тора.
—Ваҡытынан алда тыуған балалар проблемаһы, перинаталь энцефалопатия, ДЦП, мускулдар гипертонусы, өлкән-дәрҙең радикулит, остеохондроз, сколиоз һәм башҡа төрлө ауырыуҙар менән яфаланыусылары мөрәжәғәт итә,—ти үҙ эшенең оҫтаһы.—Пациенттарым мине онотмай: интернет аша видео-аудиомөрәжәғәттәр ебәрә, байрамдар менән ҡотлай, был үҙе үк минең өсөн оло баһа. Иң ҡыуаныслыһы—бөтөнләй өмөтләнергә урындары ҡалмаған ата-әсәләрҙең балаһының массаждан һуң шәбәйеп, атлап китеүе!—тип хистәре менән уртаҡлаша Йәмил.
Бер төрлө генә аҡҡан тормошто үҙ итмәгән ир азаматы оҙайлы эш ваҡытынан һуң яңы энергетика туплар өсөн сәйәхәт, туризм менән мауыға. Сибай ҡалаһының «Горностай» туристик ойошмаһы ағзалары менән республикабыҙҙың төрлө хозур ерҙәренә сәйәхәт ҡыла.
—Быға тиклем Ырымбур өлкәһендәге боронғо скульптураларға, иҫтәлекле ерҙәргә барып ҡайттыҡ, шунан шул уҡ ойошма ағзалары менән 35 градус һыуыҡта Белорет районындағы Айғыр тауына үрмәләнек. Кире әйләнеп төшкәс, туристар өсөн махсус йортҡа ингәс, сәй артында кемуҙарҙан: «О-о-о, беҙ бит мендек тәки, һыуыҡ тип торманыҡ»,—тип фекер алыша башлағас, мин: «Ә һеҙ унда кем менән менгәнегеҙҙе беләһегеҙме?»—тип һораған булдым. Тегеләр: «Кем менән?» тигәнгә: «Һуҡыр кеше менән»,—тип йылмаям. Юлдаштарым ышанмай «аһ» иттеләр. Тауға ҡарай тапалған юл булғас, мин уларға тауыш буйынса эйәргәйнем, шуға күрә минең күрмәгәнлекте аңғармаған-дар ҙа.
Һуңғараҡ Fафури районында урынлаш-ҡан «Еңеүҙең 30 йыллығы» («Киндерле») мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылдыҡ. Ер аҫтындағы еүеш, ҡараңғы ҡыуыштан 10 саҡрым атлап үттек, ун метр тирәһе шыуышып барырға тура килде. Аҙаҡ мәмерйә эсендәге 15 метрлыҡ ҡаянан альпинистик ҡо- рамалдар ярҙамында аҫҡа төштөк. Бөтәбеҙгә лә ҡурҡынысыраҡ ине, ысынлап та, адреналин кисерерлек булды, мин профессионал альпинистан ҡала икенсе кеше булып төштөм. Сәйәхәт ҡылыу минең рухымды нығыта, ҡеүәт өҫтәй, йөрөп ҡайтҡас, мин үҙемдә яңы көс тоям, хатта ҡулдарым ҡыҙа башлай, массаж эшләү өсөн яңы энергия туплап ҡайтам,—тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Йәмил Аҡбулатов.
Иң экстремаль спорт төрҙәренең береһендә лә һынап ҡарай ул үҙен: самолеттан 3 саҡрым бейеклектән парашют менән һикерә. Унда ла үҙенең туристик ойошма ағзаларын тәүәккәллеге менән хайран итә. Яҡын киләсәктә Ирәмәл тауына менергә иҫәп тота.
Шулай, үҙен-үҙе төрлө яҡлап аса белгән, асыла алған тәүәккәл ир азаматы, күреү һәләтен юғалтһа ла, тормошта үҙенең бынамын тигән урынын тапҡан, үҙ тормошона үҙе хужа булып, тулыһынса аҡыл һәм күңел талаптарына ярашлы гөрләтеп донъя көтә. Өс бала атаһы бул-ған Йәмил Миңлебай улы ғаиләһен ҡарау менән генә сикләнмәй, башҡаларға ла ярҙам итә. Был һоҡланғыс кешенең рух ныҡлығына хайран ҡалып, үҙемдең мөмкинлектәрем булып та эшләнмәгән күп эштәрем өсөн оялып киттем. Уйлай белгәнгә ғибрәт һәм фәһем инде.
Айгизә Асҡарова.
Хәйбулла районы.