Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Август 2023, 16:00

Подольск ятҡылығы. Үҫеш перспективаһы

Хәйбулла районының Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеү бөгөнгө көндә Башҡортостанда иң масштаблы проекттарҙың береһе булып иҫәпләнә. Ул алдағы йылдарҙа райондың ғына түгел, тотош төбәктең социаль үҫешен, сәнәғәтте тау тоҡомдары сеймалы менән тәьмин итәсәк, яңы эш урындары булдырылыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Яңы ер аҫты руднигын төҙөү нисек бара? Төҙөлөшкә бәйле ниндәй социаль план тормошҡа ашырыла? Ошо һәм беҙҙе ҡыҙыҡһындырған башҡа һорауҙарға “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Туҡаев яуап бирҙе.

Подольск ятҡылығы. Үҫеш перспективаһы
Подольск ятҡылығы. Үҫеш перспективаһы

-Рәмил Марс улы, ер аҫты руднигының төҙөлөшө нисек бара?

- Подольск баҡыр-цинк ятҡылығы 1971 йылда асылған. Алдан уҙғарылған тикшеренеүҙәр бында 88,6 миллион тонна мәғдән запасы барлығын күрһәтә. 2006 йылда ул ваҡытта яңы ғына асылған “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был ятҡылыҡты эшкәртеүгә дәүләт лицензияһы алды. Әлеге көндә ятҡылыҡта “Көнсығыш вентиляцион” шахтаһы төҙөлә. Диаметры 6,5 метр булған вертикаль стволдың 82 метры үтелгән дә инде. Шахта өҫтөндә техник объекттар ҡалҡып сыҡты, административ-көнкүреш корпустар һалына.

-Мәғдән табыу ниндәй юл менән атҡарыласаҡ—асыҡ рәүештәме әллә, ер аҫты ысулы менәнме?

-Мәғдән бында 600-800 метрҙа ята, шуның өсөн дә уны асыҡ юл менән табылыуы тураһында һүҙ булыуы мөмкин түгел. Тау тоҡомдары тик ер аҫты ысулы менән генә сығарыласаҡ. Бының өсөн шахта төҙөүселәр ике ауыш һәм ике вертикаль ствол үтәсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: проект тәбиғәтте һаҡлау сараларының тулы комплексын да күҙ уңында тота. Рудник биләмәһендә, ғөмүмән, ер өҫтөндә бер ниндәй ҙә отвал ҡалдыҡтары булмаясаҡ. Рудник ҡаҙыла башлау менән ер аҫтынан сығарылған тупраҡ, балсыҡ шахта ситтәрен нығытҡандан һуң барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырырға китәсәк. Сәнәғәт һәм ағын һыуҙар таҙартыу ҡоролмалары аша үтеп, уның күп өлөшө технологик процеста кире ҡулланыласаҡ. Ер өҫтөнөң торошо--һыу, һауа, тупраҡ даими рәүештә тикшерелеп торасаҡ. Урында йәшәүселәрҙең социаль-көнкүреш шарттары тәьминәте буйынса комплекслы саралар ҙа күреләсәк.

-Билдәле булыуынса, ятҡылыҡ Подолськ ауылында урынлашҡан. Проект тормошҡа ашырыла башлағанда халыҡ менән уларҙың йорттарына ярашлы торлаҡ биреләсәге мәсьәләһе ҡаралды. Рудник төҙөлә башланы, шуға ла ауылда йәшәүселәр ошо һорауға аныҡлыҡ индереп китеүегеҙҙе үтенә.

-Подольскиҙа электән йәшәүселәр осрашыуҙарҙа һәр ваҡыт та ятҡылыҡ табылғандан бирле бынан күсеп китергә теләүҙәре хаҡында белгертте. Совет осоронан уҡ бөтәһе лә файҙалы ҡаҙылмалар ятҡан урын эшкәртеләсәген белде. Тик эштәрҙең ҡасан башланыуы ғына билгеһеҙ ине. Был хәл 2019 йылдың авгусында булды, был көндө буласаҡ ер аҫты руднигы төҙөлөшө нигеҙенә тәүге таш һалынды. Әммә халыҡты икенсе ергә күсереү шул ваҡытта ғына хәл ителде, тип уйларға ярамай. Предприятие 2010 йылдан уҡ ятҡылыҡты эшкәртеүҙе башлауға эҙмә-эҙлекле әҙерләнде һәм иң беренсе сиратта һәр аҙымды ауылда йәшәүселәр менән килешеп яһаны. Подольскиҙа йәмәғәт тыңлауҙары ойошторолдо, граждандарҙан һорау алынды, рудниктың төҙөлөшө проекты урындағы халыҡ менән килешеп төҙөлдө. Шул ваҡытта яңы биҫтәнең генераль планы ла барлыҡҡа килде.

Әйтергә кәрәк, документ эштәре бик ентекле әйбер һәм оҙайлы ваҡыт талап итә. Хатта яңы биҫтә төҙөү өсөн ер участкаһын киңәйтеүгә Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдың 28 ноябрендә 170-се айырым закон ҡабул итте. Хөкүмәт кимәлендә проект барышын контролдә тотоусы эшсе төркөм барлыҡҡа килде. Хәйбулла районы хакимиәте һәм “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте проектты тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөм булдырҙы. Улар аҙнаһына ике тапҡыр видео элемтә буйынса кәңәшмә уҙғара. Подольскиҙа һәр шаршамбы 09.00-13.00 сәғәттәрҙә “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте белгестәре килеп тыуған һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итә.

-Предприятиеның ер аҫты руднигын төҙөүгә кәрәкле документтарҙың күләме ҙурлығына, уларҙың төрлө кимәлдә килешелеүенә шик юҡ. Бөгөнгө көндә республиканың башҡарма власы органдары кимәлендә раҫланған документтарҙан тыш, тағы ла юллайһы ҡағыҙҙары күпме?

- Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын төҙөү--шәхси инвестицион проект. Шуға күрә, закон башҡарма власть органдары кимәлендә айырым норматив һәм документтар талап итмәй. Ер аҫты руднигын төҙөүгә кәрәкле бөтә документация әҙер. Предприятие эшмәкәрлеген законға ярашлы алып бара һәм бөтә сараларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Хәйбулла районы хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә хәл итә. Закондарға үҙгәрештәр индерергә өҫтәмә документтар талап ителһә, улар юлланасаҡ.

-Әлеге мәлдә Подольскиҙа яңы биҫтә төҙөү буйынса аныҡ ниндәй эштәр эшләнгән?

-Эштәр әлегә бик ҡатмарлы, әммә кәрәкле этапта бара, йәғни “ҡағыҙ” этабындабыҙ. Ауылда халыҡ һәм мөлкәт иҫәбен алдыҡ, типовой объекттарҙы, ер участкаларына баһалама уҙғарҙыҡ. Бөгөнгө көндә яңы биҫтәне төҙөүгә ер участкалары ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге категориянан тораҡ пункттар категорияһына күсерелде. Генераль пландар, ауыл биләмәһе ерҙәре менән ҡулланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләре, шулай уҡ планлаштырыу, яңы биҫтәнең биләмәләрен межалау проекттары төҙөлөп, килешеү үтте һәм раҫланды. Әле тендер һөҙөмтәләре буйынса Подольск ауылының яңы биҫтәһен төҙөү буйынса проект эштәрен башҡарасаҡ подрядсылар менән килешеүҙәр төҙөлә.

-Яңы биҫтә булдырыу ер аҫты руднигы төҙөлгән урындан халыҡты күсереүҙең берҙән-бер ысулы түгелдер ул?

-Әлбиттә, түгел! Ауыл халҡына Аҡъяр ҡасабаһының яңы йорттарына күсенеү хоҡуғы бирелә. Башлыса, был Подольскиҙың күп фатирлы йорттарында йәшәүселәргә ҡағыла. Ошо арала беҙ район үҙәгендә 3-әр ҡатлы 4 яңы йорт һала башлайбыҙ. Унда бөтәһе 1,2, 3 бүлмәле 144 фатир буласаҡ. Торлаҡтарҙың майҙандары 38 квадрат метрҙан алып 81 квадрат метрға тиклем барып етә. Йорттарҙың сифаты тураһында ла әйтеп китәйем. Ҡыйыҡ металл черепицанан була, 3 ҡатлы быялалы пластик тәҙрәләр ҡуйыла. Тышҡы ишектәр ҡалын металдан, фатир эсендәгеләре ағастан буласаҡ. Иҙән, стена, түшәм—барыһы ла таҙа отделкала тапшыраласаҡ. Йылытыу индивидуаль газ ҡаҙанлығына тоташа, үҙәк һыу һәм канализация һуҙыла. Йорт яны биләмәләре лә төҙөкләндереләсәк—автомобилдәр ҡуйыу урыны, балалар майҙансыҡтары, спорт менән шөғөлләнеү урындары, сәскә һәм ағас клумбалары, эскәмйәләр, ял итеү урындары буласаҡ. Уңайлы шарттарҙы Подольск ауылы кешеләре менән шәхсән рәүештә килешеп булдырасаҡбыҙ.

-Билдәле булыуынса, Подольск ауылында йәшәүселәрҙән торлаҡ һатып алыусылар бар?

-Баштан ундай хәлде планлаштырманыҡ. Сәнәғәт майҙансығы урынында төҙөүселәр ваҡытлыса йәшәп торһон өсөн беҙҙең йәмғиәт бер нисә йортто һатып алды. Был хәлгә шаһит булыусылар үҙҙәре үк торлаҡтарын тәҡдим итте. Быйыл февралдән предприятие ауылда 50-нән ашу йортто һатып алды. Торлаҡ хаҡы баҙар хаҡынан сығып ҡуйылды, ер участкаһының майҙаны ла иҫәпкә алынды. Йорттарын һатыусылар менән һатыу-һатып алыу килешеүҙәре төҙөлдө, бөтә сделкалар ҙа Росреестрҙа теркәлде. Әйткәндәй, торлаҡтарын һатыусылар бер ҙә зарланманы, беҙ биргән хаҡ уларға икенсе урындан өй алыуға етте. Кемдәр беҙҙең хаҡҡа риза булманы, улар инде торлаҡтарын һатыуҙан баш тартты.

-Тимәк, варианттар лайыҡлы һәм уны һәр кем үҙе һайлай ала, шулаймы?

-Ауыл халҡы менән уҙғарылған осрашыуҙарҙа беҙ һәр ваҡыт варианттарҙың төрлө булыуын белгертәбеҙ: Аҡъярҙа яңы йорттар төҙөлөп бөтөүен, яңы биҫтәнең барлыҡҡа килеүен көтөргә мөмкин. Әлеге мәлдә үк әҙер торлаҡ алыу вариантын да ҡарарға мөмкин. Беҙ бөтә стадияла ла ярҙам күрһәтәбеҙ--документтар йыйышабыҙ һәм әҙерләшәбеҙ, ергә һәм йорттарына милектәрен тергеҙеүҙә ярҙам күрһәтәбеҙ, төрлө һорауҙар буйынса консультация бирәбеҙ.

-“Башҡорт баҡыры” төбәктә иң эре сәнәғәт предприятиеларының береһе булыуын беләбеҙ. Тимәк, бюджетҡа һалым түләүҙәре лә ярайһы уҡ яҡшылыр.

-Беҙҙең йәмғиәт төбәктә иң эре һалым түләүсе сәнәғәт объекты. Былтыр ғына предприятие район, республика һәм федераль бюджетҡа 1 млрд 725 млн 600 мең һум һалым түләне. Күреүегеҙсә, аҙ һандар түгел.

-Һалым түләүҙән тыш һеҙҙең йәмғиәт төбәккә тағы ниндәй ярҙам күрһәтә?

-Райондың социаль үҫешен тәьмин итеү беҙҙең иң төп йүнәлештәрҙең береһе. Йыл һайын был тармаҡҡа күрһәтелгән ярҙам күләме арта. Былтыр, мәҫәлән, социаль өлкә үҫешенә 52,5 млн һум аҡса ебәрҙек. Өҫтөнлөклө йүнәлеш—балалар учреждениеларына ярҙам итеү. Янғындан зыян күргән “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерына яңы корпустар төҙөүгә 8 млн һум аҡса бүленде. Петропавловка ауылының балалар баҡсаһы һәм мәктәп бинаһына төкәтмә төҙөүгә 6,5 млн һум финанс ярҙамы күрһәттек. Уфимка ҡасабаһының мәктәп-интернатын капиталь ремонтлауға 15 млн һум йүнәлттек. Унда йылытыу, һыу үткәргес, канализация яңыртылды, бинаға ингән урын, гимнастика залы ремонтланды. Татыр-Үҙәк ауылының “Буратино” балалар баҡсаһын төҙөкләндереүгә 6 млн һум аҡса бирҙек. Һанай китһәң, улар бик күп.

Йомғаҡлап шуны әйтер инем: “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте—ышаныслы предприятие. Халыҡ һүҙебеҙҙе тотҡанды белә, берәүҙе лә яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуймайбыҙ. Подольск ауылында йәшәүселәр менән беҙ арыуыҡ ҡына юл үттек һәм бик күп аңлатыу, әҙерлек эше алып барҙыҡ. Әле тағы ла әүҙем фазаға аяҡ баҫтыҡ: бөтә пландар, өмөттәр тормошҡа аша башланы. Иң мөһиме бер-беребеҙгә ярҙам күрһәтеп тыныс һәм тотороҡло эшләү һәм йәшәү.

-Рәмил Марс улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Эдуард Мостафин әңгәмәләште.     

     

Автор:Гульдар Кадаева