Инвестһабантуй
Урал аръяғы—республиканың стратегик мөһим биләмәһе
Сибайҙа уҙған V «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында дөйөм суммаһы 172,5 миллиард һумлыҡ 32 килешеүгә ҡул ҡуйылды.
«Урал аръяғы-2023» инвестиция һабантуйы Рәсәйҙең 14 төбәгенән 3300 ҡатнашыусыны йыйҙы. Форумға Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Һиндостан, Иран, Италия, Тажикстан һәм Беларусь делегациялары килде. Сарала ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе, уңайлы бизнес-мөхит булдырыу алымдары, экология, туризмды һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу темаларына, "Экология", "Демография", "Цифрлы иҡтисад", "Һаулыҡ һаҡлау", "Уңайлы ҡала мөхите" милли проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алыштылар.
Мәртәбәле форумдың төп майҙансығы—«Глобаль үҙгәрештәр мәлендә яңы үҫеш мөмкинлектәре» темаһына арналған пленар ултырышта республика Башлығы Радий Хәбиров төбәгебеҙҙә үҫеш өсөн колоссаль потенциал барлығын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, «Урал аръяғы» юбилей инвестиция һабантуйы санкция баҫымы көсәйгән шарттарҙа уҙһа ла был уға Рәсәй генә түгел, сит ил компанияларының да иғтибарын йәлеп итергә ҡамасауламаны.
-Беҙ ҡатнашыусыларҙың һанын һәм структураһын һәр саҡ иғтибар менән күҙәтәбеҙ. Әлеге форумға байтаҡ ҡатнашыусылар килгән. Бик ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны, төрлө һөйләшеүҙәр үткәрелде. Быйыл бында Ҡытайҙан ҙур делегация эшләй--48 кеше. Улар менән үҙем һөйләшеүҙәр алып барҙым. Башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән инвесторҙарҙың бик күп килеүе лә мөһим. Был ҙур бизнес түгел, әммә Урал аръяғында урта бизнесты үҫтереү мөһим. Шуға күрә беҙ һәр проектҡа шат буласаҡбыҙ,--тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров үҙенең сығышында шулай уҡ килешеүҙәрҙең бер өлөшө ҡул ҡуйыу, бер өлөшө ғәмәлгә ашырыу стадияһында, тип белдерҙе. Килешеүҙәрҙең күпселек өлөшө Урал тау-металлургия компанияһы менән үҙ-ара эш итеү сиктәрендә мәғдән табыуға ҡағыла. Ҙур проект--тимер юл тармағы, техник-иҡтисади нигеҙләү өсөн сығымдар әҙерләйбеҙ. «Шифа» проекты ла бар, уның хаҡы 4 миллиард һумға тиклем. Проекттар күп. Туризм өлкәһендә урта кимәлдәге проекттар: глэмпингтар, турбазалар, ял базалары. «Морат» проекты 6 миллиард һумдан башланып, хәҙер 8 миллиард һумға тиклем етте. Әле ул анализлау, бизнес-пландың формалашыу өлкәһендә оҙаҡ хәл ителә,--тине Радий Фәрит улы.
Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең пленар ултырыштағы сығышында форум сайтына хакерҙар һөжүм итеүе сараның сифат билдәһе булып тора, тине. Республика үҫеш өсөн ғәйәт ҙур мөмкинлектәргә эйә, инвестициялар күләменең йыл һайын артыуы шуны раҫлай, тип тә өҫтәне.
-Һуңғы дүрт йылда Урал аръяғында инвестиция күләме 82 миллиард һумдан ашҡан. 200 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Уҙған йылда ғына 87-һе тамамланған.
Әһәмиәтле проекттар араһында--Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү буйынса «Цемикс» компанияһы заводын сафҡа индереү. Уның эшенә Рәсәй президенты Владимир Путин старт бирҙе. Шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының--Үҙйылға ятҡылығын эшкәртеү, «Учалы элеваторы» компанияһының ашлыҡ киптереү комплексын яңыртыу проекттары.
«Урал аръяғы–2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙа «Шифа» балалар ял һәм һауыҡтырыу үҙәге төҙөлөшө менән танышты.
Әлеге ваҡытта проектлау-инженер тикшеренеүҙәре, проект һәм эш документтарын әҙерләү һәм экспертиза үтеү эштәре бара. Һуңынан төҙөлөш эштәренә рөхсәт биреләсәк.
Объектты төҙөү хаҡы 3 миллиард һум тәшкил итәсәк. Республика ҡаҙнаһынан капиталь грант күләме--756 миллион һум. Лагерь бер сменала 350 баланы ҡабул итә аласаҡ. Балаларҙың ял үҙәген асыу киләһе йылдың 1 сентябренә планлаштырыла,–тине Премьер-министр.
Лагерь биләмәһендә 7 автобусҡа иҫәпләнгән иркен парковка буласаҡ. Насар һауа торошо өсөн япма, шулай уҡ үҙәкләштерелгән багаж тапшырыу урыны ла ҡаралған.
Майҙансыҡты ҡараған мәлдә Андрей Назаров бында өлкәндәр өсөн һауыҡтырыу комплексы булдырыу проектын да ҡарарға тәҡдим итте. Беренсеһенә өҫтәмә булараҡ ҡаралған икенсе концессион проект Башҡортостан Башлығы менән хәл ителәсәк.
Инвестицион һабантуйҙа Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән «ВЭБ Инфраструктура» акционерҙар йәмғиәте «Сибай-Новорудное» яңы тимер юлын төҙөү тураһында килешеү төҙөлдө. Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе аша үткән юл төҫлө металл ятҡылыҡтарын, атап әйткәндә Төньяҡ Подольск, Көнсығыш Подольск һәм Юбилейное ятҡылыҡтарын, эшкәртеүсе предприятиелар, шул иҫәптән Сибай һәм Бүребай комбинаттарын тоташтырасаҡ.
Был магистраль даими парнтерҙар Ҡаҙағстан һәм Ҡытайға яңы юл асып ҡына ҡалмай, сауҙа һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе киңәйтә, логистик юлды 250 саҡрымға ҡыҫҡарта, ҙур күләмле йөк ташыуға мөмкинлек аса.
-Юл төҙөлөшө проектын ике этапта тормошҡа ашырыу күҙаллана,--тине «Башҡорт баҡыры» компанияһының генераль директоры Александр Туленков.-Уның беренсе этабында Сибайҙан Подольскийға ҡәҙәр юл һалынһа, икенсеһендә юл Орск аша Новорудныйға еткерелә. Беҙҙең компания төҙөлөштөң беренсе этабын инвестициялай алыр ине, сөнки был беҙҙең предприятие өсөн бик мөһим.
Төҙөлөш менән ҡыҙыҡһыныусыларҙан торған пул—концессия шөғөлләнәсәк, тип планлаштырыла. Етәкселәр әйтеүенсә, дәүләт ярҙамы итһә, проект 20 йылда үҙен аҡлаясаҡ.
Башҡа төрлө мөһим проекттар ҡаралған форум аҙағында йылдағыса Сибайҙың үҙәк майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Олег Озеров һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров V «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының символик плитә һалыуҙа ҡатнашты.