+2 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы 2023 йылдың яҙынан Аҡъяр-Сибай юлында ремонт эштәре башланасағы тураһында әйтте. Был турала ул бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.
--Аҡъяр-Сибай халыҡ тарафынан ялыуҙар-мөрәжәғәттәр күп булды. Киләһе йылдың яҙынан бында ремонт эштәре башланасаҡ. Ә 2024 йылда Аҡъяр-Сибай юлы тулыһынса төҙөкләндереләсәк. Ә Хөкүмәткә, тәү сиратта торған юлдар исемлеген тәрән анализлап, йыл һайын ошо ремонт эштәренә аҡса эҙләүҙе һорайым. Тағы ла һәр муниципаль районға юлдарға таш түшәүгә 10-шар миллион һум финанслауҙы күҙ уңында тотоуҙарын һорайым,--тине республика башлығы.