Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ноябрь 2022, 11:45

ЯҢЫ ГАРАЖ ТӨҘӨЛӘ

«Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең йөк машиналары паркында 60-тан ашыу машина бар. Әлегәсә уларҙы ремонтлау еңелдән булмаған...

ЯҢЫ ГАРАЖ ТӨҘӨЛӘ
ЯҢЫ ГАРАЖ ТӨҘӨЛӘ

«Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә автотранспорт цехының сәнәғәт майҙансығында төҙөлөш бара. Бында 10 йөк автомобиле өсөн гараж сафҡа инәсәк. Ошонда уҡ уларҙы ремонтлап, техник хеҙмәтләндереп буласаҡ. Ремонт зонаһына 4 машина һыя. Бокстарға 10 тонналыҡ ике кран-балка урынлаштырыла. Тәүге ҡатта слесарь, электролит һаҡлау  бүлмәләре, инструменттар һаҡлау келәте булһа, административ-көнкүреш зонаһында вестибюль, сисенеү-кейенеү бүлмәһе, душ, санузел, электрощит урынлаша. Икенсе ҡатта туҡланыу бүлмәләре һәм башҡаһы планлаштырылған. Әле бында бинаның металлоконструкцияһы монтажлана.

Стеналар заманса эшләнгән, бик йылы, +18 +20 градус йылылыҡты тота. Гараждың дөйөм майҙаны 1450 кв.метр.

—«Башҡорт баҡыры»ның йөк машиналары паркында 60-тан ашыу машина бар. АТЦ сәнәғәт майҙансығында йылытылмаған бер ангар бар, унда 5-6 машина һыя. Унда ҡарау өсөн уйым (соҡор) һәм шиномантож бүлексәһе бар. Йөк күтәреү механизмы юҡ, шуға ҙур агрегаттарҙы, мәҫәлән, двигателдәрҙе урамда автокран йәлеп итеп кенә ремонтлай инек. Яңы гараж беҙгә күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк, хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уңайлы буласаҡ,—ти автотранспорт цехы начальнигы Илсур Сабитов.

 

Фото: Башинформ.

 

Автор:Резеда Валиева