АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Сентябрь 2022, 16:05

ПРОЕКТЫҢ БУЛҺА, ТӘҠДИМ ИТ!

Хәйбулла районы башлығы эшҡыуарҙар менән осрашты

ПРОЕКТЫҢ БУЛҺА, ТӘҠДИМ ИТ!
ПРОЕКТЫҢ БУЛҺА, ТӘҠДИМ ИТ!

Хәйбулла районында «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙар инициативаһына ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үтте. Аҡъяр ауылынан Илшат Дәүләтҡоловтың, Бүребайҙан Әлфиә Самарбаеваның проекттары ҡаралды. Улар икмәк, икмәк изделиелары, торт һәм бәлештәр һатыу менән булыша.

Дәүләтҡоловтар өйгә ташыу рестораны асҡан, бында ҡыҫтыбый, пицца, эсемлектәр һәм башҡаһына заказ бирергә була. Улар ҡоролма алыуға киткән сығымды ҡаплауға ярҙам һорай.

Самарбаевтар иһә өҫтәлмә сауҙа нөктәһе асыуҙа ярҙам итеүҙәрен үтенә.

Район башлығы Рөстәм Шәрипов эшҡыуарҙарҙы иғтибар менән тыңланы, ярҙам күрһәтеү буйынса эшләргә ҡушты.

Автор:Резеда Валиева