АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2021, 16:15

Йылайыр бәшмәктәренең даны бар!

Заманында Виктор Черномырдин оҡшатҡан Йылайыр гөрөздәләренең даны илгә таралыр, моғайын... Нәҡ шундай бренд булдырырға уйлайҙар.

Йылайыр бәшмәктәренең даны бар!
Йылайыр бәшмәктәренең даны бар!

“Башҡортостанды үҫтереү корпорацияһы” директоры Наил Ғәббәсов социаль селтәрҙә “Йылайыр гөрөздәләре” бренды булдырыу хаҡында хәбәр итә.

 

--“Черномырдин бәшмәктәре” тигәнде ишеткәнегеҙ бармы? Быны, моғайын, йылайырҙар ғына аңлар. Был тарихты премьер-министр Андрей Назаровтан ишеттем. Баҡтиһәң, Йылайыр гөрөздәләренең үҙенсәлекле тәме үҙ ваҡытында Виктор Черномырдинға ныҡ оҡшаған. Аҙаҡ ул Мәскәүгә заказ менән алдырған. Йылайырҙа шундай нәмә булғас, ниңә уны ҡулланмаҫҡа?—тип яҙа Наил Ғәббәсов.

 

Йылайырҙа шундай бренд булдырыу темаһын ул райондың бизнес-шерифы Михаил Люляев менән осрашыуҙа күтәрҙе. Бизнес-кейс ҡабын, инвестор табыуҙы корпорация үҙ өҫтөнә ала.

Автор:Резеда Валиева