АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Август 2020, 21:40

ТУРИЗМДЫ ҮҪТЕРЕҮ ЗАРУР

Башҡортостан--туризм өсөн бик ҡулай төбәктәрҙең береһе. Тармаҡтың килемле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Республиканың хозур тәбиғәте, саф һыулы күл һәм йылғалары, мәғрүр тауҙары ғына түгел, уның алсаҡ һәм ихлас халҡы ла һәр кемде хайран итә. Әммә беҙҙә туризм индустрияһы үҫешкән тип әйтеп булмай. Быйыл бигерәк тә илдәге киҫкен хәлгә бәйле, күптәр сит илдәргә ял итергә бара алманы. Шуға күрә халыҡтың күбеһе үҙебеҙҙә, республиканың төрлө мөғжизәле урындарында ял итеүҙе һайланы һәм төрлө проблемаларға юлыҡты. Республиканы туризм төбәгенә әйләндереү өсөн ниндәй шарттар булдырыу, был өлкәгә инвесторҙар йәлеп итеү, халыҡҡа юғары кимәлдә ял итеү урындарын төҙөү кеүек һорауҙарға яуап эҙләне лә инде "Эске туризм. Төбәк страгегияһында бәләкәй ҡалаларҙың роле" майҙансығына килгән һәр кем.

Бында ҡатнашыусыларҙың күбеһе--туризм бизнесында үҙ эшен асҡан эшҡыуарҙар. Ҡунаҡсыл индустрияһының Халыҡ-ара союзы ойошмаларының вице-президенты Алексей Волков секцияның модераторы булды. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов ҡатнашты.

Салауат Нафиҡов белдереүенсә, быйыл Башҡортостанды күп кеше ял итеү урыны итеп һайлаған.

--Республиканың күпселек шифаханаларында, ял итеү базаларында ай аҙағына тиклем бөтөнләй урындар ҡалмаған. Быйыл беренсе тапҡыр беҙ Волга буйы федераль округында туризм күрһәткестәре буйынса тәүге урындарға сыҡтыҡ. Тимәк, беҙҙе ситтә лә беләләр һәм таныйҙар. Әммә шул уҡ ваҡытта туризм өлкәһендәге күп кенә проблемалар менән күҙмә-күҙ осраштыҡ, шуға күрә беҙгә әле был өлкәне үҫтереү өсөн бик күп эшләргә кәрәк. Бөгөн тап ошо хаҡта асыҡтан-асыҡ фекер алышырға саҡырам,--тине.

Фекер алышыуҙа шулай уҡ район башлыҡтары ла ҡатнашты. Бында туроператорҙар менән эшләү нескәлектәре, юл буйы сервисы мәсьәләһе, туристарҙы үҙенә йәлеп итеүсе райондарҙа улар өсөн уңайлы һәм яҡшы шарттар тыуҙырыу, заманса ҡунаҡханалар төҙөү, агротуризм йүнәлешен үҫтереү, төбәк-ара туристик продуктты алға ебәреү концепцияһын тикшереү, эске туризмды үҫтереү өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек юлдарын һәм перспективаларын билдәләү буйынса фекер алышынды.