АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июнь 2020, 18:20

МӨҺИМ МӘСЬӘЛӘЛӘР КҮТӘРЕЛӘ

Бөгөн Өфөлә эш башлаған “Киләсәк биләмәһе. Евразия үҙәгенән ҡараш” форумы һәр беребеҙгә йәшәү өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе күтәрә. Ҙур үҙгәрештәр кисергән донъяла йәмәғәт урындарына иғтибар бирелеүе юҡҡа түгел, сөнки пандемия һынауҙары күп илдәрҙе тәрән уйланырға мәжбүр итте.

Бөгөн Өфөлә эш башлаған “Киләсәк биләмәһе. Евразия үҙәгенән ҡараш” форумы һәр беребеҙгә йәшәү өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе күтәрә. Ҙур үҙгәрештәр кисергән донъяла йәмәғәт урындарына иғтибар бирелеүе юҡҡа түгел, сөнки пандемия һынауҙары күп илдәрҙе тәрән уйланырға мәжбүр итте.
Мәҫәлән, эпидемия арҡаһында ҙур юғалтыуҙар кисергән Италия йәмәғәтселәре халыҡ өсөн күберәк йөрөү урындары, велосипед юлдары, иркен майҙандар, йәшел парктар, бульварҙарҙы арттырыу яҡлы. Ошо йәһәттән беҙҙең илдә лә киләсәк ҡалаһын уңайлы, һәр миҙгелдә лә халыҡты үҙенә тартырлыҡ, бәләкәй генә подъезд алдын да позитив тойғолар тыуҙырырлыҡ итеп төҙөкләндереү көн үҙәгендәге мәсьәлә.
Хәҙерге заман ҡалаһы коммуникацияларҙан тора, улар беҙҙең кәйефкә кире йоғонто яһамаһын, иғтибарҙы үҙенә йәлеп итмәһен өсөн ҡаланы нисек үҙгәртергә, ниндәй яңы талаптарҙы үтәргә мөмкин? Ҡаланы нисек проектларға? Һәр кеше өсөн ҡиммәттәр ҙә төрлө, кемгәлер машина әһәмиәтлерәк, кемгәлер – ял, кемгәлер –сәләмәтлек... Шулай ҙа ҡалыптар боҙола, пандемия ла ҡараштарҙы тамырынан үҙгәртте. Форумда ҡатнашыусылар әйтеүенсә, биләмәләрҙе планлаштырғанда һығылмалы булыу яҡшыраҡ, йәмәғәт урындарын экологик әһәмиәтле, күп функциялы итеү яғына иғтибарҙы арттырыу мөһим.
“Өфө – киләсәге ҙур булған, ”яңы Берлин” булырлыҡ ҡеүәтле ҡала, тик йылдамлыҡ, тиҙлек кәрәк,” тип иҫәпләй сит ил эксперттары. Тик бер кемде лә һуҡырҙарса ҡабатларға ярамай, һәр төбәктең үҙ демографияһы, үҙ проблемалары, үҙ тәбиғәте. Ҡаланың даими киңәйеүе арҡаһында юлдарҙа тығындар, тупраҡтың бысраныуы, экология боҙолоуы күҙәтелә.
Өфөгә килгәндә, уның ландшафты - иҫ киткес ҙур байлыҡ, тип әйтелде. Был активтарҙы файҙаланыу өсөн тәүҙә уның бер өлөшөндә генә бөтә мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алған гармониялы проектты һынап ҡарарға тәҡдим ителде. “Музыканы яҙыу өсөн бөтә клавишаларҙы һәм ноталарҙы ҡулланырға кәрәк, шуның кеүек, ҡаланың үҫешендә лә бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланығыҙ, шул саҡта ғына Өфө Өфө буласаҡ, уның “яңы Берлин” булыуы мөһим түгел”, тигән фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Тағы ҡаланы үҙәкләштерергә тырышыу яҡшылыҡҡа килтермәй, һәр районда субүҙәктәр ойошторолоуы маҡсатҡа ярашлы. Ҡала кешеһе аралашмай йәшәй алмай, үҙ биләмәһендә төрлө саралар өсөн майҙандар мотлаҡ булыуы шарт.
Автор: Динә Арсланова.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: