АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь 2019, 16:45

ТӨБӘК ҮҪЕШЕНӘ АРНАЛДЫ

БДУ-ның Сибай институтында Х Халыҡ-ара кимәлдәге Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли кәңәшмә үтте. “Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше: теория һәм практика” темаһына арналған форумда Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының Сибай филиалы асылыуға— 20 йыл, яҡташыбыҙ, иҡтисад, философия фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһының философия институты хеҙмәткәре Хәлил Әбүбәкир улы Барлыбаевтың 75 йәшенә бағышланды. Кәңәшмә бынан 10 йыл элек тап билдәле иҡтисадсы тәҡдиме менән башланғыс алған һәм бөгөн дә уңышлы уҙғарылыуын дауам итә.

БДУ-ның Сибай институтында Х Халыҡ-ара кимәлдәге Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли кәңәшмә үтте. “Биләмәләрҙең тотороҡло үҫеше: теория һәм практика” темаһына арналған форумда Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының Сибай филиалы асылыуға—
20 йыл, яҡташыбыҙ, иҡтисад, философия фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһының философия институты хеҙмәткәре Хәлил Әбүбәкир улы Барлыбаевтың 75 йәшенә бағышланды. Кәңәшмә бынан 10 йыл элек тап билдәле иҡтисадсы тәҡдиме менән башланғыс алған һәм бөгөн дә уңышлы уҙғарылыуын дауам итә.
Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр институты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте гранты ярҙамында ойошторолған фәнни форумда Монголиянан, Ҡырымдан, Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларынан ғалимдар, белгестәр ҡатнашты. Ҡунаҡтар юғары уҡыу йорто менән яҡындан танышып, уның биләмәләрендә төбәктең стратегик үҫеше буйынса секцияларға бүленеп эшләне. Беренсе секцияла төбәктәрҙең тотороҡло үҫешенең социаль-иҡтисади һәм теория-методологик аспекттары ҡаралды. Икенсеһендә тәбиғәттән файҙаланыуҙы төбәктә ҡулланыу, экологик хәүефһеҙлек һәм кеше сәләмәтлеге темаһы күтәрелде. Өсөнсө төркөмдә биләмәләр үҫешенең институт, хоҡуҡ һәм тарихи факторҙары тикшерелде. Дүртенсе секцияла кешелек капиталы—мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт темаһы асылды.
Рәсәй фәндәр академияһының философия институты хеҙмәткәре Хәлил Әбүбәкир улы Барлыбаевтың ғаиләһе менән Мәскәүҙән сараға килеп етеүе уға тағы ла мәртәбә өҫтәне.
—Шулай ҙурлағандары, күтәргәндәре өсөн яҡташтарыма ҙур
рәхмәт! Тыуған яҡтарҙы, дуҫ-иштәрҙе, коллегаларҙы күрергә ашҡынып ҡайттым. Форум бик эшлекле шарттарҙа үтте. Айырыуса экология мәсьләһенә етди иғтибар бүленеүе әһәмиәтле,—тине иҡтисад, философия фәндәре докторы Хәлил Барлыбаев.
Монголияның Улан-Батор фән һәм технологиялар дәүләт университетының профессоры Самбуу Гамтумур ҙа беҙҙең тарафтарға беренсе тапҡыр ғына килмәй. Ул БДУ-ның Сибай институты менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Был юлы ла ул эшлекле аралашыуға тәжрибә туплау өсөн килгән:
—Рәсәй, Башҡортостан ғалимдарынан күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Биләмәләр үҫешенә бәйле һорауҙар бик күп. Кәңәшмәнән үҙем өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым,—тине Самбуу Гамтумур.
В.И.Вернадский исемендәге Ҡырым федераль университетының география, океанология һәм ландшафты өйрәнеү кафедраһы мөдире Екатерина Позаченюк иһә Сибайға тәүге мәртәбә килгән. Уның Ҡырым Республикаһының үҫеше хаҡындағы сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуға ла ғалимәгә һорауҙар күп булды.
—Кәңәшмәлә мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Тотороҡло үҫеш концепцияһы иң беренсе нәүбәттә экологик именлеккә бәйле. Тереклекте һаҡлау—ул кешелекте һаҡлау. Ошонан һуң ғына ҡалған мәсьәләләрҙе хәл итеүсе концепцияларын төҙөү дөрөҫ булыр, минеңсә,—тине Екатерина Анатольевна.—Проблемаларҙы федераль, төбәк һәм урындағы кимәлгә бүлеп ҡарау бик урынлы булды. Айырыуса ергә, ер мөлкәтенә, урман, ауыл хужалыҡтарына, эшҡыуарлыҡҡа, кооперативтар төҙөүгә, коррупция, уғрылыҡ, административ режим һәм бюрократик ҡаршылыҡтарға бәйле мәсьләләр ҡаралыуы отошло булды.
Фәнни-ғәмәли кәңәшмә һуңында резолюция ҡабул ителде. Унда урында туризмды, халыҡ кәсептәрен, төбәктәрҙе комплекслы үҫтереүгә айырым иғтибар бүленде. Шулай уҡ мөһим тип табылған эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙың урта ваҡытҡа иҫәпләнгән планы булдырылды. Кәңәшмәлә тупланған ҡиммәтле мәғлүмәти материал Рәсәй фәнни цитаталар индексына индерелә.
Гөлдәр Ҡадаева.
Читайте нас: