Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Сентябрь 2019, 09:32

Чиновниктарҙың эш хаҡтары арта

Рәсәй Президенты В.Путин чиновнтиктарҙың окладын 1 октябрҙән 4,3 %-ҡа күтәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты В.Путин чиновнтиктарҙың окладын 1 октябрҙән 4,3 % -ҡа күтәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документтың тексы хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Унда 2019 йылдың 1 октябренән Сит илдәр эштәре буйынса министрлыҡтың дипломатик, вәкиллек һәм Рәсәй федерацияһының консуллыҡ учреждениелары эшселәренең бер айлыҡ оклады дәүмәлендә 1,043 тапҡырға арттырырға тип әйтелә. Үҙгәрештәр тағы ла илебеҙ территорияһындағы Рәсәй федерацияһының Сит илдәр эштәре вәкәләте һәм дәүләттең федераль граждандары хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыла. Бынан алда Путин халыҡтың аныҡ килемдәренең яй үҫеүенә борсолоу белдергәйне
Читайте нас: