АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июнь 2018, 17:39

"Башҡортостанда бизнес алып барыу яҡшы шарттар булдырылған"—

тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов, Сибайҙа үткән «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумында.9 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы-2018». Уңайлы инвестиция мөхите—эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе» иҡтисади форумы үтте. Сара барышында Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү юлдары һәм проблемалары, эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү һәм яңы предприятиелар асыу тураһында диалог ойошторолдо.

тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов, Сибайҙа үткән «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумында.
9 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы-2018». Уңайлы инвестиция мөхите—эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе» иҡтисади форумы үтте. Сара барышында Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү юлдары һәм проблемалары, эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү һәм яңы предприятиелар асыу тураһында диалог ойошторолдо.
Форумда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитов, Ырымбур өлкәһе губернаторы Ю.А.Берг, федераль һәм төбәк власть органдары, ҙур сәнәғәт предприятиелары, ғилми үҙәктәр һәм белем биреү ойошмалары, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү институттары вәкилдәренән торған 300-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
Сара программаһында пленар ултырыш, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ һабан байрамында ҡатнашыу һәм агротуризмды, ваҡиғалар туризмын һәм этнотуризмды үҫтереү мәсьәләләренә арналған күргәҙмәләр ойошторолдо.
Республика Башлығы һәм Ырымбур өлкәһе губернаторы, ҡунаҡтар эшлекле һөйләшеү алдынан Балалар ижады үҙәге алдында ҡала һәм Урал аръяғы предприятиелары, ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәһен ҡараны. Улар айырыуса «Башҡорт колбасаһы»,«Экопром»йәмғиәттәре, шәхси эшҡыуарҙар П.Замесин, Г.Азатова, П.Лазаренков, С.Чулков, Д.Девятовтар етештергән аҙыҡ-түлек, Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжының таштан яһалған әйберҙәре,Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге, Хәйбулла районының Бүребай-тау байыҡтырыу комбинаты, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте, Йылайыр урман хужалығы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Учалы, Әбйәлил райондары эшҡыуарҙарының күргәҙмә материалдары менән ҡыҙыҡһынды. Һуңғы йылдарҙа Урал аръяғында йәшәүселәр Силәбе трактор заводында етештерелгән мини-тракторҙарға өҫтөнлөк бирә. Был йәмғиәт тә күргәҙмәгә үҙ техникаһын теҙгән ине. Шуныһы ҡыуаныслы: завод менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән яҡташыбыҙ Илшат Ҡансуринға йәмғиәт етәкселеге уның тырыш хеҙмәтен тейешле баһалап күп функциялы һабан бүләк итте. Етенсегә сабыйҙары тыуырға торған күп балалы ғаилә башлығы заманса техника шәхси хужалыҡтарында бик кәрәкле әйбер тип иҫәпләй.
«Урал аръяғы—2018» иҡтисади форумдың рәсми өлөшөн Рөстәм Хәмитов асты. Ул үҙенең сығышын Башҡортостанда бизнес алып барыу өсөн яҡшы шарттар булдырылған, тип белдерҙе.
—Башҡортостанда бизнес алып барыу өсөн яҡшы, ысын шарттар булдырылған. Әлегә картина идеаль түгелдер, бәлки, ләкин система ярайһы уҡ ҙур, һәм ул эшләй башлаһын, уға импульс биреү өсөн ваҡыт кәрәк. Ысынында заманса ҡануниәт булдырылған, кесе, урта һәм ҙур эшҡыуарлыҡҡа ярҙам институттары эшләй. Бөгөн беҙ эшләү өсөн һәйбәт, тотороҡло шарттар тыуҙырҙыҡ. Республикабыҙ ныҡ. Беҙҙә финанслау һәм эшҡыуарлыҡ, яңы төҙөлөштәр күҙлегенән мөмкинлектәр яҡшы. Ауыл хужалығы ла, торлаҡ төҙөлөшө лә тотороҡло үҫеш күрһәтә. 2006 йылдан 5,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, тине Башлыҡ.
Рөстәм Хәмитов социаль өлкә тураһында һөйләгәндә уның үҫеүен билдәләне.
—Хеҙмәт хаҡы арта. Уҙған йылда эш хаҡы буйынса сикте—30 мең һумды үттек. Әле ныҡлап 31 мең һумға еттек. Бының уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбән булыуы аңлашыла, ләкин Рәсәйҙе нефть һәм газ сығарыусы төбәктәр күтәрә. Хәйер, беҙҙә лә нефть бар, әммә ул Себер йәки Төньяҡ төбәктәрҙәге кеүек ҙур роль уйнамай,—тине Рөстәм Зәки улы.
Ул шулай уҡ ҡайһы бер муниципалитеттарҙа кесе эшҡыуарлыҡ өлөшөнөң бик яҡшы үҫеүен билдәләп үтте.
—Бөгөн беҙҙә 140 мең эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Эшлекле әүҙемлек индексы уртаса—60,7 пункт, был—Рәсәйҙең тикшереү үткәрелгән 50-ләп төбәктәре араһында беренсе урын. Ләкин беҙ башҡа төбәктәрҙең дә беренсе урын өсөн көрәшеүен аңларға тейешбеҙ. Кесе эшҡыуарлыҡ үҙенең икенсе үҫеш варианттарын күрһәтергә тейеш икәнен аңлайбыҙ. Беҙгә алдағы 3-4 йылда эшҡыуарлыҡта мәшғүл халыҡтың өлөшөн—32-33%, ә тулайым төбәк продуктын 36-37% еткерергә кәрәк. Бөгөн был һан 30 процентҡа яҡын. Инститтутар булдырылған, ярҙам күрһәтәбеҙ һәм беҙҙең, шәхсән үҙем өсөн кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше, эшҡыуарҙарҙың уңышлы эшләүе бик мөһим фактор булып тора»,—тине Рөстәм Хәмитов.
Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Александрович Берг үҙенең сығышында ике сиктәш төбәктең хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйгәндән-киңәйә барыуға баҫым яһаны. Сара һуңында Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәләре араһында төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһы, Хәйбулла районы хакимиәттәре башлыҡтары Р.Ә.Афзалов, Р.Х.Ибраһимов Ырымбур өлкәһенең Гай ҡа-лаһы хакимиәте башлығы О.Ю.Папунин менән агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш индустрияһы, сауҙа, туризм һәм йәштәр сәйәсәте, фән һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, экология тармаҡтары буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Урал аръяғы райондары хакимиәтте башлыҡтары урман сәнәғәте комплексын үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә лә ҡул ҡуйҙы. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов менән ВТБ-24 банкыһы идарасыһы А.С.Зөбәйеров ҡалала инвестицион климатты үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса хеҙмәттәшлекте рәсми теркәне. Шулай уҡ Рөстәм Әхмәткәрим улы республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү Фонды директоры А.И.Хәлилов, «Алға, Сибай!» урындағы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Д.А.Назаров менән дә килешеү төҙөнө.
Эшлекле сарала ҡатнашыусылар артабан эшен 5 майҙансыҡтағы түңәрәк өҫтәлдәрҙә дауам итте. «Урал аръяғы» күп функциялы комплексының конференцзалында «Инфраструктив үҫештең стратегик өҫтөнлөктәре: инвестициялар, энергетика, логистика» темаһы уртаға һалып тикшерелде. Республика Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе И.А.Тажетдинов алып барған түңәрәк өҫтәлдә Урал аръяғында тау сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләһе етди ҡаралды. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, электр энергияһы дефициты, транспорт, инженер инфраструктураһы үҫеше лә көнүҙәк булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Ошо уҡ комплекстың «Атмосфера» кинотеатрында «Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттары һәм инструменттары» майҙансығы эшләне. Балалар ижады үҙәгендә «Агробизнес: төбәктәрҙе саҡырыу һәм кооперациялар мөмкинлектәре» тураһында кәңәшләштеләр. БДУ-ның Сибай институтында «Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын иҡтисади әйләнешкә йәлеп итеү» төп тема булһа, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында «Урман сәнәғәте комплексы тармағында төбәк һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлек» тураһында һүҙ алып барылды.
«Урал аръяғы—2018» иҡтисади форумы эшлекле шарттарҙа үтте. Проблемалар, хәл итәһе мәсьәләләр, етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләү—барыһы ла аныҡ билдәләнде һәм киләсәктә тап шул юҫыҡта ентекле хеҙмәт итеү төп бурыс итеп ҡуйылды.
Һүрәттә: форумдан күренештәр; И.Ҡансурин бүләге янында.