АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь 2017, 16:28

БЕРГӘ ЭШЛӘҮ—БЕРӘГӘЙЛЕ

Сибай ҡалаһында республикабыҙҙың Рәсәй Федерацияһы субъекттарының инвестицион климат торошо Милли рейтингында ҡатнашыу сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған Проект офисының күсмә ултырышы үтте. Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры С.В.Новиков, беренсе урынбаҫары В.Р.Исхаҡов, Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары И.С.Әбсәләмов, республиканың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары А.В.Ковшов, «Газпром межрегион Уфа» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары А.В.Боярко, ведомстволар етәкселәренән торған делегация башта ҡаланың етештереү предприятиелары, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлектәре менән танышты. Рәсми делегацияны Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Н.F.Хәлиуллин оҙатып йөрөнө.

Сибай ҡалаһында республикабыҙҙың Рәсәй Федерацияһы субъекттарының инвестицион климат торошо Милли рейтингында ҡатнашыу сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған Проект офисының күсмә ултырышы үтте. Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры С.В.Новиков, беренсе урынбаҫары В.Р.Исхаҡов, Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары И.С.Әбсәләмов, республиканың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары А.В.Ковшов, «Газпром межрегион Уфа» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары А.В.Боярко, ведомстволар етәкселәренән торған делегация башта ҡаланың етештереү предприятиелары, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлектәре менән танышты. Рәсми делегацияны Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Н.F.Хәлиуллин оҙатып йөрөнө.
Проект офисында ҡатнашыусылар иң беренсе эзбиз карьеры янында урынлашҡан «Ҡыҙыл Таш» йәмғиәте эшмәкәрлеген ҡараны. Йәш эшҡыуар Альберт Рыҫкилдин етәкләгән предприятие тәбиғи ташты сығарыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Сеймалды улар башлыса Учалы районы һәм Силәбе өлкәһенән ташый. «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалының эзбиз карьеры янындағы бинаны эшҡыуар бынан 3 йыл элек кәрәкле инфраструктуралы булған өсөн һатып алған. Италияла етештерелгән таш эшкәртеү ҡорамалдарын һатып алыуға 1,5 миллион евро түккән. Ҙур күләмле таштарҙы эшкәртеүгә һәләтле булған ҡайһы бер заманса ҡорамалдары эшкә көйләнгән, сираттағылары монтажлана. Ҡеүәтле комбайндарҙың береһе 30 тоннанан ашыу блоктарҙы ла эшкәртә ала. Ундай ҙур таштар һәйкәлдәр, обелискылар өсөн ҡулайлы. Был тәңгәлдә 2015-2017 йылдарға иҫәпләнгән Мәскәү урамдарын төҙөкләндереү буйынса «Минең урамым» комплекслы программаһын билдәләп китеү зарур. Баш ҡаланың урамдарын рәтләү буйынса күләмле программаға ярашлы республикала яңы гранит карьерҙары ятҡылыҡтары эшкәртелә башланы. Мәскәү етәкселеге һатып алған плита, бордюр, брусчаткаларҙың 90 проценты тап Уралда сығарыла. Сибайҙағы «Ҡыҙыл Таш» йәмғиәте лә шул программа тормошҡа ашырыла башлаған ваҡытта 2014 йылда эшмәкәрлеген башлаған.
Артабан ҡунаҡтар кирбес һәм тротуар плитәләре етештергән «Монолит» йәмғиәтендә булды. Былтыр сафҡа ингән объект ҡыш көнө йылытыу ҡаҙанлығын эшкә көйләй алмағанлыҡтан, кирбес, тортуар плитәләре етештереүҙән туҡтап торған. Йылытыу эштәрен атҡарыу өсөн тәбиғи газды иҫәпләү узелын сертификатлау мотлаҡ. Был процедура бик ҡатмарлы һәм яңы эшләй башлаған йәмғиәткә бик ҡыйбатҡа төшә. Тауарҙарын һатыуҙы яңы яйға һалып килгән предприятие өсөн һәр тин ҡәҙерле.
—Бетон етештереүҙә йылылыҡ иң кәрәкле сығанаҡ,—тине йәмғиәт директоры В.П.Азов. Делегация составындағы «Газпром межрегион Уфа» йәмғиәте вәкиле Владимир Петровичтың үтенесен шундуҡ иҫәпкә алды.
Эшлекле сәфәр быраулау реагенттары заводында дауам итте. Нефть, газ тармаҡтары өсөн быраулау реагенттары етештергән был яңы предприятие ла һуңғы осорҙа ауырлыҡтар кисерә. Технологик процесты көйләүгә, документтар юллауға, лаборатор тикшеренеүҙәр уҙғарыуға, инфраструктураны тергеҙеүгә, ҡулланыусылар табыуға ике йылдан ашыу ваҡыт сарыф ителгән.
Предприятиеның генераль директоры Г.В.Акопян әйтеүенсә, сығымдарының әйләнеше сикле булыуы бәкәлгә һуға.
—Беҙҙең ҡулланыусыбыҙ ҙа бар, баҙарҙа талап ителгән тауарҙарҙы ла беләбеҙ. Әммә күптәр беҙҙә етештереү мөмкин булмаған быраулау реагенттары сығарыуыбыҙҙы һорай. Кадрҙарға ла ҡытлыҡ кисерәбеҙ,—тине Гарри Владимирович.
Әлегә предприятие әҙер продукция сығармай, ә реагенттарҙы киптереү хеҙмәтен генә күрһәтә. Ә ҡеүәттәре уларҙың етерлек. 50 миллион һумлыҡ ҡорамал менән йыһазландырылған биояғыулыҡ етештереү цехы эшләмәй тора. Завод тулы ҡеүәтенә эшләһә 1меңгә яҡын кешегә эш урыны булдырыу мөмкинлеге бар. Әлегә бында 200-ҙән аҙыраҡ кеше хеҙмәт итә.
Программаның икенсе өлөшө Проект офистың ултырышы булды. Ҡала хакимиәтендә уҙған дөйөм сараға Сибай ҡалаһынан тыш, күрше Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарынан эшҡыуарҙар, белгестәр йыйылды. Бында власть вәкилдәре эшҡыуарҙар менән күҙгә күҙ ҡарап һөйләште. Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры С.В.Новиков та төбәк командаһының иң мөһим мәсьәләләренең береһе—бизнес йәмәғәт менән конструктив диалог төҙөү, тип белдерҙе. Әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуарҙар менән тематик осрашыуҙар даими уҙғарыла. Был үҙ нәүбәтендә эште күпкә ябайлаштыра һәм еңеләйтә.
—Сибайҙағы осрашыу эшҡыуарлыҡ өлкәһендә күп кенә етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итте. Проект офисы ағзалары эксперттар менән берлектә һәр үтенесте ҡарап, аныҡ ярҙам итәсәк. Кәрәк булһа, оператив төркөмдәр төҙөп, урындарға барып киҫкен торған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә лә мөмкин,—тине министр.
Өфөнән килгән эксперттарға ла һүҙ бирелде. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарыҡ менән шөғөлләнеүселәр уларҙан һалым, ер, мөлкәтте рәсмиләштереүгә бәйле күп кенә яңылыҡтар ишетте. Команданы етәкләүсе Сергей Владимирович Проект офисына ингән һәр вәкилгә социаль селтәрҙәр аша аныҡ һорауҙар, үтенестәр менән мөрәжәғәт итергә була тип белдерҙе.
—Минең дә «Фейсбук»та диуарым бар, Ватсапта ла теркәлгәнмен. Эшкә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, тура мөрәжәғәт итегеҙ. Бергәләп хәл итербеҙ,—тине С.В.Новиков.
Ултырыштың иң мөһим өлөшөндә Сибай ҡалаһы хакимиәте һәм «Ҡыҙыл Таш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Киләсәктә яңы предприятие янында таш эшкәртеүселәрҙең индустриаль паркы булдырыласаҡ. Был үҙ нәүбәтендә төбәктең таш тармағында эшләүселәрҙе бер урынға тупларға ярҙам итәсәк. Бергә булғанда хеҙмәттәре лә берәгәйле буласаҡ.
Ултырыш һуңында ҡаланың «Еврострой» йәмғиәте етәксеһе, «Рәсәй терәге»нең Урал аръяғы төбәк бүлеге рәйесе А.Ф.Зәйдуллинға, «Левша» йәмғиәте директоры Ә.А.Әхмәровҡа, шәхси эшҡыуарҙар Ә.Ә.Аҫылбаевҡа, В.Н.Степановҡа, «Каро» художество оҫтаханаһы етәксеһе С.А.Чулковҡа республиканың иҡтисади үҫеш министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сараның рәсми өлөшөнән һуң Проект офисы вәкилдәре халыҡты шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.
Һүрәттә: Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры С.В.Новиков
эш сәфәре мәлендә.
Читайте нас: