Бөтә яңылыҡтар

Теүәсәй

Сәбилә инәйҙең ике ҡыҙы, ейәндәре һәм ейәнсәре менән ишле генә ғаилә булып йәшәгән сағы. Электр уты юҡ, бар ғаиләләрҙә лә сыуалда тамаҡ йүнәтеп, самауыр ҡайнатып ризыҡланып, ауылса йәшәйҙәр. Бер көндө инәй самауырына ут һалып, ҡайнап сығыр мәле еткәс, теүәсәйен таба алмай бер була икән. Ғаилә ағзалары менән күмәкләп эҙләйҙәр... әммә теүәсәй табылмай. Көйәләнеп, балаларын әрләй-әрләй инәйебеҙ урамға сығып китә. Таяҡҡа таянған оло ғына йәштәге әбейҙең башы шул ҡәҙәрем ҡаңғырып киткәндер инде, үҙ алдына:”Теүәсәй, теүәсәй...” – тип һөйләнә-һөйләнә үрҙә йәшәгән улдарына йүнәлә. Осраған кешеләргә иғтибар ҙа итмәй.–Һаумыһығыҙ, инәй! Ул ниндәй теүәсәй һөйләйһең? – Тап булған бер апай үҙенән ҡыҙыҡһынып һорай ҡуя.–Ә-ә-ә... Теүәсәй шул, балам, теүәсәй... – Тамам буталған инәй туҡтап та тормаҫтан ары атлай. Теүәсәй тарихын ауылдаштары аҙаҡ ҡына ишетәләр һәм рәхәтләнеп көлөшәләр...

Теүәсәй
Теүәсәй

Теүәсәй

Сәбилә инәйҙең ике ҡыҙы, ейәндәре һәм ейәнсәре менән ишле генә ғаилә булып йәшәгән сағы. Электр уты юҡ, бар ғаиләләрҙә лә сыуалда тамаҡ йүнәтеп, самауыр ҡайнатып ризыҡланып, ауылса йәшәйҙәр. Бер көндө инәй самауырына ут һалып, ҡайнап сығыр мәле еткәс, теүәсәйен таба алмай бер була икән. Ғаилә ағзалары менән күмәкләп эҙләйҙәр... әммә теүәсәй табылмай. Көйәләнеп, балаларын әрләй-әрләй инәйебеҙ урамға сығып китә. Таяҡҡа таянған оло ғына йәштәге әбейҙең башы шул ҡәҙәрем ҡаңғырып киткәндер инде, үҙ алдына:”Теүәсәй, теүәсәй...” – тип һөйләнә-һөйләнә үрҙә йәшәгән улдарына йүнәлә. Осраған кешеләргә иғтибар ҙа итмәй.
–Һаумыһығыҙ, инәй! Ул ниндәй теүәсәй һөйләйһең? – Тап булған бер апай үҙенән ҡыҙыҡһынып һорай ҡуя.
–Ә-ә-ә... Теүәсәй шул, балам, теүәсәй... – Тамам буталған инәй туҡтап та тормаҫтан ары атлай. Теүәсәй тарихын ауылдаштары аҙаҡ ҡына ишетәләр һәм рәхәтләнеп көлөшәләр...

 

МОТАЛ РӘМОВ.

 

Ә һеҙҙең ауылда ниндәй мәҙәктәр йәшәй?

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: