14 ноябрь—Халыҡ-ара логопедтар көнө
Логопед һөнәре бик тә яуаплы, бик тә мөһим эш. Был өлкә ҙур сыҙамлылыҡ, һөнәри тотанаҡлыҡ талап иткән оҙайлы коррекцион хеҙмәт юлы. Логопед телмәр төҙәтеп, балала киләсәккә ышаныс тыуҙыра, йәмғиәттә әүҙем йәшәргә, мәктәптә яҡшы уҡырға һәм һәр яҡлап үҫергә ярҙам итә.
Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Айгөл Фәтих ҡыҙы Уразбаева был һөнәргә 28 йыл элек килә. Ул ваҡытта йәш белгескә бар нәмәне яңынан башларға тура килә: үҙ ҡулдары менән күргәҙмә материал, төрлө китап-журналдарҙан телмәр төҙәтеү буйынса материалдар йыя, сөнки балаларға дәрес биреү өсөн әҙәбиәт табыуы ҡыйын, китапханаларҙағы әҙәбиәт наҡыҫ ҡына була. Күпселектә иҫке китаптарҙан киҫеп алынған һүрәттәр ҡуллана. Шулай ҙа логопед эштең ауырлығына ҡарамай: телмәрендә етешһеҙлектәр булған бәләкәй балаларға уларҙы бөтөрөргә ярҙам итә.
Айгөл Фәтих ҡыҙы Ейәнсура районының Хоҙайбәндә ауылында 1974 йылдың 4 ноябрендә тыуған. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылы мәктәбендә, артабан Күгәрсен ауылы мәктәбендә уҡып,11-се класты 1-се Иҫәнғол мәктәбендә тамамлаған.
Айгөл Фәтих ҡыҙы мәктәптә уҡығанда уҡ: “Мин ҙур үҫкәс,балалар баҡсаһында эшләйәсәкмен. Әсәйемә оҡшап педагог булам,--тип ҡарар итә. Әсәһе Гөлдәр Әхмәтғариф ҡыҙы уның тәүге уҡытыусыһы ла.
1992 йылда Башҡорт дәүләт институты Сибай филиалының “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы” факультетына уҡырға инә. Институтты тамамлағас, 1997 йылда Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында телмәр төҙәтеү төркөмөндә тәрбиәсе булып эш башлай. Шул ваҡытта йәш белгестә телмәре үҫешеп етмәгән балалар менән эшләү теләге уяна һәм ул Магнитогорск дәүләт университетының “Логопедия” факультетында икенсе юғары белем үҙләштереп, ошо өлкәлә баш-көллө эшкә сума. 33 йыл педагогик стажының 28 йылы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында логопед эшенә бағышланыуы уның эшенә мөкиббән бирелеүен күрһәтә.
-Үҙ һөнәре оҫтаһы булған логопед яҡшы педагог та, актер ҙа, психолог та булырға тейеш,--тип иҫәпләй Айгөл Фәтих ҡыҙы.-Балалар минең менән шөғөлләнеүгә ҙур теләк менән килә икән, тимәк, мин мәғлүмәт биреүсе генә түгел, ыңғай эмоциялар тыуҙырыусы ла. Дәрестәремде һәр ваҡыт йылмайыуҙан башлайым. Балаларҙың шат йөҙҙәрен, нимәнелер өйрәнергә ынтылыуҙарын күреү, килеп тыуған мәсьәләләрҙе урында хәл итеү, эшемдең һөҙөмтәһен күреү ҙур ҡәнәғәтлек бирә.
Логопед һөнәре бынан байтаҡ йылдар элек һирәк күренеш булһа, хәҙерге көндә ул хеҙмәт баҙарында талап ителгән иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Был хәл балаларҙың телмәре дөрөҫ үҫешмәүенә, йә булмаһа бөтөнләй теле асылмаусыларҙың күп булыуын күрһәтә. Ошо хәл Айгөл Фәтих ҡыҙын борсоуға ла һала. Телмәр етешһеҙлектәре ҡайһы берәүҙә үҙенән үҙе бөтһә, икенселәренә махсус белгес-логопедһыҙ булмай. Ни тиһәң дә яҡшы телмәр баланың үҫешендә төп шарт тип иҫәпләнә. Баланың һөйләшеүе ни тиклем дөрөҫ, уға шул тиклем тиҫтерҙәре менән аралашыуы, уйнауы ла еңел.
Шуға ла Айгөл Фәтих ҡыҙы үҙенә төбәп килеүсе балаларға, уларҙың ата-әсәләренә яғымлы йөҙ күрһәтә, һәр береһенең күңеленә асҡыс табырға тырыша
Логопед дәресендә кескйәҙәргә көс-дәрт биргән ыңғай мөхит булдыра, баланы ҡыҙыҡһындырыуға өлгәшә һәм диалогҡа саҡыра. Шуға ла ул һөнәри юҫыҡта ҙур уңыштарға өлгәшә.
Белгес төп эшенән тыш, төрлө конкурс-ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыусы ла. Уның тәрбиәләнеүселәре ҡала һәм республика кимәлендәге шиғыр һөйләү, тиҙәйткестәр әйтеү һәм башҡа ярыштарҙа призлы урындар яулай.
“Белем биреүҙә инновациялар” конкурсында “Оҙонғолаҡ һәм Төлкөбикә” әкиәтен ижад итеп, уға сериялы йәнһүрәт төшөрөп, гран-при яуланы.
“Туған тел донъяһы” порталында педагогик марафонда ҡатнашып, иң яҡшы педагог-практик булып танылды. Педагогик оҫталыҡ мәктәбе республика конкурсында призер булараҡ сығыш яһап “педагог-оҫта” исеменә лайыҡ булды.
Ул шулай уҡ 2023 йылдың мартында ҡала күләмендә ойошторолған “Йондоҙло юл” фестивалендә ҡатнашып “Белем биреү процессында үҫтереүсе интерактив уйындар” йүнәлешендә интерактив уйындар тәҡдим итеп, 76 педагог араһында “педагог-остаз” исеменә лайыҡ булды.
2024 йылдың февралендә "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһында “Педагог һәм остаз” йылына арналған методик һәм ижади эштәр конкурсында “Иң яҡшы дәрес эшкәртмәһе” номинацияһында беренсе урын яулап, мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамаотаһы һәм бүләккә планшет алып ҡыуанды.
Айгөл Фәтих ҡыҙы тәрбиәүи мәҡәләләре методик ҡулланма булып баҫылып сығып тора. Башҡортостан Республикаһы Башлығының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” проекты сиктәрендә ҡатнашҡан эштәре 4 айырым методик ҡулланма булып баҫылды.
“Инновациялар һәм технологиялар: йәмғиәт, хоҡуҡ, белем биреү” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли кәңәшмәһендә “Тейенгә күстәнәс” интерактив уйынға методик материалы Халыҡ-ара йыйынтыҡта донъя күрҙе.
Йәш тәрбиәселәрҙең остазы булыуы менән дә алдыра белгес.
Айгөл Фәтих ҡыҙының ғаиләһе лә өлгөлө. Рамаҙан Рәжәп улы менән 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ире төҙөүсе булараҡ, кешеләргә йорттар һалыу менән булыша. Өлкән ҡыҙҙары Наҙгөл БДУ-ның Сибай институтын, Өфө фән һәм технологиялар университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Хәҙерге көндә баш ҡалала суд приставы булып эшләй. Кинйәләре Азалия Өфө дәүләт нефть-техник университетында белем ала.
Юғары категориялы белгес тик балалар менән генә эшләп ҡалмай, уға төрлө йәштәге кешеләр ҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Бай эш тәжрибәһе, оҫталығы менән бүлешкән Айгөл Фәтих ҡыҙы ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләне. Уны ихлас ҡотлайбыҙ, оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан да арыу-талыу белмәй эшләүен теләйбеҙ.
Рәмилә Әхмәрова, ”Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.