Мерәҫ ауылы тәбиғәте, төҙөклөгө, ҡыҙыл китапҡа ингән ҡарағастары менән генә дан тотмай. Бында ихлас, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Гәзитебеҙҙең уҙған һанында «Ер кешеһе» исемле мәҡәләлә Ғиззәт Ямантаев хаҡында хәбәр иткәйнек. Ул крәҫтиән-фермер хужалығы булдырып, иген сәсеп, күпләп мал тотоп тыуған ауылында йәшәй, тигәйнек. Әйткәндәй, элекке «Таналыҡ» колхозының бер генә баҫыуы ла буш ятмай. Бында Ғиззәт Ямантаевтан тыш, Ғилман Нәҙербаевтың, Илмир Ямантаевтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары бар. Шулай уҡ Баймаҡ фермерҙары бынан ер алып, сәсеү менән булыша.
Мерәҫ район үҙәгенә яҡын урынлашҡан. Шуғалыр ҙа
ауылдан кешеләр күсеп китә һалмай, ҡул аҫтында машина булһа, йөрөп эшләргә лә мөмкин икәнен улар яҡшы белә. Хатта ошо уңайлыҡты белгәндәр Мерәҫтән килеп өй һатып ала икән. Бөгөн ауыл биләмәһендә—Мерәҫ һәм Бәхтигәрәйҙә 860-тан ашыу кеше йәшәй. Күпләп мал, йылҡы көтәләр, баҡса үҫтерәләр. Әйткәндәй, ауылда 500-ҙән ашыу йылҡы иҫәпләнә, улар 9 өйөргә бүленгән. Әлбиттә, аттың күплеге хужалыҡтар өсөн үтә яҡшы түгел, әммә, бөгөн ауыл халҡы мал көсө менән йәшәгәс, ул берҙән-бер килем сығанағы булып тора.
Ауылда башланғыс мәктәп эшләй, урта һәм өлкән класс балаларын мәктәп автобусы Баймаҡҡа йөрөтә. Балалар баҡсаһы, фельдшер пункты, мәҙәниәт йорто бар, өр-яңы мәсет сафҡа ингән.
—Ауылдың урынлашҡан ере матур һәм уңайлы, район үҙәгенә яҡынбыҙ. Ситтән дә ер бүлеме һораусылар булды, әммә аҫаба халыҡ йәшәһә яҡшыраҡ тигән уйҙабыҙ,—ти биләмә башлығы Шамил Сәғәҙи улы Нәҙербаев.
Бөгөн мерәҫтәр, башҡа ауылдар халҡы кеүек үк, ил хәстәре менән яна. Көн дә тиерлек ауыл мәҙәниәт йортонда маскировка селтәре үреү буйынса ойошторолған өмәгә йөрөй.
—Районда маскировка селтәре үреү әүҙемләшеп киткәс, тәүгеләрҙән булып был эште башлап ебәргән Ярат ауылына барып дөрөҫ итеп селтәр үрергә өйрәндек. Әйтергә кәрәк, уның өсөн кәрәкле материалдар туплау анһат түгел, 10 мең һумға сеткаһын, бауын, туҡымаһын алырға кәрәк. Заказды ла арыуыҡ көтөргә тура килә. Әле 6-сы селтәрҙе күмәкләп үрәбеҙ. Оҫтабыҙ Марсель Вәлиев беҙгә селтәр әҙерләү өсөн махсус станок эшләп бирҙе. Көн дә сәғәт көндөҙгө 3-тә кем килә ала—шул килә лә селтәр үрә. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ағинәйҙәр,
ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре әү-ҙемлек күрһәтә. Тәүҙә үрелгән селтәрҙе дөйөм район ылауы менән ебәрһәк, һуңғыһын ауылдашыбыҙ өсөн исемләп оҙаттыҡ. Әйткәндәй, егеттәр рәхмәтле, бик кәрәкле әйбер тип белдерә,—ти
ауыл мәҙәниәте йорто мөдире Айһылыу Дауытбаева.
Мерәҫ ауылы халҡы махсус хәрби операциялағы егеттәргә маскировка селтәре генә ебәрмәй, әлбиттә. Башҡа кәрәк-ярағын да даими йыя. Мәҫәлән, ағинәйҙәр һалма йәйә, сәк-сәк бешерә, йөн ойоҡтар һәм бейәләйҙәр бәйләй. Ғөмүмән алғанда, улар—ауылдың әүҙемселәре, бер генә сара ла инәйҙәрһеҙ үтмәй. Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы Ямантаева етәкселегендәге ағинәйҙәр берләшмәһендә бөгөн 10 ағза иҫәпләнә. Улар ҡасандыр үҙ һөнәрҙәре буйынса намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан апайҙар.
—Беҙҙең арала мәғариф ветерандары ла, ветеринар ҙа, токарь ҙа, фельдшер ҙа, мәктәп һәм хакимиәт хеҙмәткәре лә бар. Һәр береһе ниндәйҙер ҡул эшенә оҫта булыуы менән айырылып тора. Мәҫәлән, Гәүһәр Вәлләмова ҡорама ҡорауға шәп, Сәкинә Вәлиева аш-һыуға маһир. Мәктәптә оҙаҡ йылдар китапханасы булған Фәүзиә Рысмөхәмәтова ағинәйҙәр бүлмәһендә айырым мөйөш булдырҙы, токарь булған Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова үҙе һуҡҡан балаҫты, үҙе эшләгән ағас һауыттарҙы алып килде. Сәриә Рәхмәтуллина элек колхозда бухгалтер булып эшләһә, бөгөн ул район ирекмәндәре составында, өлгөрмәгән ере юҡ. Фельдшерыбыҙ Мәғрифә Кейекбаева дарыу үләндәрен яҡшы белә, намаҙ уҡый, әле хажға китте. Зәкиә Нәҙербаева шиғырҙары менән ҡыуандырһа, Фатима Сәфиуллинаны беҙҙең шоферыбыҙ тип яратабыҙ, Мөбинә Ғәзина һәр яҡлап ҡул эшенә оҫта. Беҙ юҡҡа ғына бергә берләшмәнек. Беребеҙ ҙә халҡыбыҙ тарихына, ғөрөф-ғәҙәтенә, кәсеп-шөғөлөнә битараф түгел. Белгәнебеҙҙе бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ, күрше ауылдарға барып өйрәнәбеҙ, оҫталыҡ дәрестәре алабыҙ һәм уларҙы йәштәр белеп үҫһен өсөн тырышабыҙ. Әле ағинәйҙәр бүлмәһенә һәр кем әсәһенән, ҡәйнәһенән ҡалған ҡомартҡыны ташый. Хатта үҙенә күрә бер музей һымаҡ булып китте. Шуларға ҡарап боронғо кейемдәрҙе өйрәнәбеҙ, һарыуыс, сарыҡ тегәбеҙ,—ти Миңзәлә Ғәбит ҡыҙы.
Ағинәйҙәр ҡул эштәре менән генә булмай, ауылдаштары алдында сығыш яһай. Яңыраҡ Түбә ҡарттар йортонда концерт ҡуйған, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Беҙ барған көндө Респуб-лика көнө айҡанлы ойошторолған сарала әүҙемлек күрһәтеп, күргәҙмәлә, сара сиктәрендә ойошторолған милли матбуғатҡа яҙылыу акцияһында ҡатнашып, үҙҙәренә һәм ауылдаштарына бүләккә гәзит-журналға яҙылдылар. Һәр яҡлап үрнәк булырға тырыша инәйҙәр. Афарин!
Инәйҙәр тигәндәй... Бөгөн улар милләт ҡотон һаҡлаусы, шул уҡ ваҡытта ил тотҡаһы булған улдар үҫтереүсе әсәйҙәр ҙә бит әле. Мерәҫ ауылы билмәһенән 24 ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ҡатнаша. Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Миңзәлә Ғәбит ҡыҙының улы Шәриф яңыраҡ яраланып ҡайтҡан. Беҙ командировкаға барған көндө байрам йәрминкәһендә йәнә бер нисә яугир әсәһен осраттыҡ. Барыһы ла уйсан ҡарашлы: күңелдәрендәге өмөт һәм һағыш хисе уҡмашып күҙҙәрендә сағылыш тапҡан. Зәкирә апай Ғазина өлкән улы Вилданды, Фәйрүзә апай Шафиҡова өлкән улы Илнурҙы, Бәҙерниса апай Хәмитова ике ҡыҙ араһындағы берҙән-бер улы Айнурҙы түҙемһеҙлек менән имен-һау ҡайтыуын көтә. Сафура апай Әлибәкова, ҡыҙғанысҡа күрә, улы Айбулат менән бәхилләшкән. Оло йөрәкле был әсәйҙәргә күркәм сабырлыҡтар насип булһын тип теләйһе генә ҡала.
Эйе, тиҙерәк донъялар тынысланһын ине. Бергә-бергә иген сәсеп, мал үрсетеп, балалар үҫтереп, йырлап-бейеп, хәләл эштә тир түгеп, ата-бабалар ҡалдырған төйәктең йәмен ебәрмәй, уны ҡәҙерләп һаҡлап, ҡурсалап,
ҡыуанып йәшәргә яҙһын!
Резеда Усманова.