Бөтә яңылыҡтар

“Ҡайтыр инем дә, итектәрем юҡ...”

Туй-мәжлестәрҙә ниндәй генә ҡыҙыҡ хәлдәр булмай... Был ҡыҙыҡ та ана шундайҙарҙың береһе.Ҙур ғына табында ҡунаҡ булып, иртәгеһенә ҡайтырға йыйындыҡ. Күптәр күрше райондыҡылар. Машиналар булмаған саҡ, шуға барыһына бер автобус яллағандар... дөрөҫөрәге, автобус шоферы булып эшләгән кейәүҙәре алып килгән. Хуш аяғы ашап, ҡайтырға әҙерләнә башланыҡ. Алғы өйҙәге урындыҡ ситендә ултырған апай бәлә һалды бит бер ваҡыт:–Мин ҡалайтып ҡайтам? – Артығыраҡ төшөргән ханым, урындыҡ ситенә ултырған да, бер үк һүҙҙәрен ҡабатлай. – Табығыҙ итектәремде! Мин кешенекен кеймәйем...–Һуң, яңы ғына сығарып тотторғайным бит, тағы ҡайҙа иттең? – йәтеш кенә кәүҙәле ҡоҙаса урындыҡ аҫтына күҙ һалды. – Бына бит, төпкә ташлағанһың... Әйҙә, тиҙерәк бул, һине генә көтәбеҙ ҙәһа...

“Ҡайтыр инем дә, итектәрем юҡ...”
“Ҡайтыр инем дә, итектәрем юҡ...”
Мотал Рәмов
Ауылым мәҙәктәре

Шулай, баяғы апайҙы күмәкләп, илле-алла менән кейендереп, ҡултыҡлап алып сығып автобусҡа ултырттыҡ бабайы менән икәүһен. Ҡунаҡтарҙы оҙатып бөткәс, ҡалғандар яңынан табын артына ултырҙыҡ. Мәжлестең матур үтеүенә ҡыуанып, үҙ-ара һөйләшеп, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне. Бер заман тәҙрәнән әлеге апай менән еҙнәйҙең эйәртенешеп инеп килгәндәрен күреп ҡалдыҡ.
–Аһ, Бүребайға ҡайтманығыҙмы ни һеҙ? – Аптырашып, барыбыҙ ҙа уларға төбәлгәнбеҙ.
–Ҡайтырға ни, көсләп кейҙергән итектәрегеҙ минеке түгел... Әйттем бит, кешенекен кеймәйем, тип... –Апай әлеге урындыҡ ситенә ҡунаҡланы.
–Хәсрәт икәнһең дә! Ҡайҙа төшөп ҡалдығыҙ һуң? – Һеңлеһе булған хужабикә, апайын ҡыҙҙыра-ҡыҙҙыра, өҫтөн һалдыра башланы.
–Рәхәт мынауларға! Беҙҙе ҡайтарып ебәреп, иркенләп ултыралар... Бүребайҙан боролдоҡ.
–Итектәреңде ҡасан алыштырып өлгөрҙөң?
–Уметь надо... Күп һөйләнмә, давай, наливай!
Өҫтәл артында ултырғандар барыһы бер юлы сыу булып көлөп ебәрҙеләр...
 
Мотал Рәмов.
фото интернеттан
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: